Бейек, ғорур тауҙар, мөһабәт ҡаялар менән дан тотҡан һоҡланғыс төбәктә үҙҙәренең гүзәллек батшалығын булдырған апалы-ҡустылы Баязитовтар. Игеҙәктәр Инзирә менән Нурзилә, кинйә Ислам күптән түгел баҡсаларында төрлө һындар эшләп, сағыу буяуҙар ярҙамында әкиәт донъяһы яһай башлаған.
Яҙғыһын атай кеше баҡсала пластик шешәләрҙән пальма эшләргә тәҡдим итә. “Уның өсөн күпме буш һауыт кәрәк буласаҡ, ҡасан йыйып бөтөрбөҙ икән?” – тип балалар уйға ҡала. “Шешәләр яйлап туплана торор, быйылға баҡсабыҙҙы икенсе ысулдар менән йәмләндерәйек”, –тип килешә Инзирә, Нурзилә һәм Ислам.
Эш күпләп сәскә орлоҡтары йыйыуҙан башлана. Ислам атаһы менән баҡса кәртәләрен яңырта, ҡайһыһын тәпәшәйтә, ҡайһылыр урынын киңәйтә тигәндәй. Игеҙәктәр иһә ваҡытты бушҡа уҙғармай – Интернеттан төрлө идеялар, өлгөләр эҙләү менән мәшғүл. Ниһайәт, ижадҡа юл һалына. Тәүгеһен эшләгәс, әлбиттә, ҡомар, ҡыҙыҡһыныу уяна, икенсегә тотонғо килә.
– Иң башта сәскәләр үҫеп ултырған тәгәрмәстәрҙе сағыу төҫтәргә буяп сыҡтыҡ. Тотонорға яраҡһыҙ табаҡ-мискәләрҙе лә эшкә ектек, уларҙан “бәшмәк”тәр булдырҙыҡ, ҡыуанып, йылмайып ултырған һауыттар барлыҡҡа килде. Төҫ ныҡлы һаҡланһын өсөн эмаль ҡулланабыҙ, – ти Инзирә.
Быйыл туғыҙынсы класты тамамлаған Ислам да ҡул эштәре менән ихлас мауыға. Йорт ихатаһындағы сағыу эскәмйә, сәскәләр өсөн ҡатлы “кәштә” – егеттең тәүге ижад һәм хеҙмәт емештәре.
Яңыраҡ ҡына киңәйтелеп пәйҙә булған баҡсала яһалма күл, уның буйында ике аҡҡош, Ҡояш апай урын алған. Нурзиләнең һүҙҙәренсә, күл яһау өсөн әллә ни ҡатмарлы деталдәр кәрәкмәй. Тәүҙә ҙур соҡор ҡаҙылған, унда тәгәрмәс ҡуйылған, эсенә ике ҡатлы полиэтилен түшәлгән, ситтәре таш менән нығытылған. Был хозурлыҡтан алыҫ түгел – өй тирәләй төрлө төҫтәге гөл-сәскәләр үҫә, үрләп, баҡсаға йәм өҫтәйҙәр.
“Быларын эшләгәс, пальма онотолор”, – тип шаяртһалар ҙа, икенсе йылға кәрәкле күләмдә пластик шешә туплап, ул уйҙы ла тормошҡа ашырырға кәңәш иткән туғандар. Биләмәне биҙәү менән быйыл ғына ныҡлап шөғөлләнә башлаһалар, баҡсасылыҡ, сәскә үҫтереү кәсебен күптән үҙ иткән улар. Өҫтәүенә Инзирә менән Нурзилә профессиональ фотоға төшөрөү менән ҡыҙыҡһына, заказдар ҡабул итә.
– Ишле ғаиләбеҙгә ҡыш буйы етерлек салаттар, компоттар, ҡайнатмалар әҙерләйбеҙ, йәшелсә тоҙлайбыҙ, яңынан-яңы рецепт өлгөләре эҙләйбеҙ, оҫталыҡты шымартабыҙ, – ти улар.