Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Баҡса » “Ҡоторған еләк” йәки “гонаһлы емеш”
“Ҡоторған еләк” йәки “гонаһлы емеш” Таныш-белештәрҙән дә һораш­тыр­ғыланым, үҙемдең дә тәжри­бәмә таянып шуны әйтә алам: беҙҙең шарттарҙа “малиновка”, “бычье сердце”, “санька” кеүек сорттар яҡшы уңыш бирә. Йылдан-йыл “виноградный” тигән ваҡ сортты ла һайлайым. Балаларға ла оҡшай, тоҙлау-маринадлауға ла һәйбәт.
Тиҙерәк уңыш алырға теләгән баҡсасылар помидорҙарын ергә ултыртып өлгөрҙө лә инде, ә бына ҡырауҙан ҡурҡып был эшкә тотон­мағандарға ашығырға ваҡыт.
Мул уңыштың төп сере үҙ ваҡытында ботаҡ араһында үҫкән яңы үҫентеләрҙе алып тороуҙа тип һанай белгестәр. Был алым поми­дорҙың көсөн япраҡҡа түгел, ә емешен үҫтереүгә йүнәлтәсәк. Үҫен­тенең йәш ботаҡтарын өҙөп тор­маһаң, түтәлегеҙ джунглиға әйлә­неүе ихтимал. Был саҡта уңыш күләме лә кәмейәсәк, ауырыуҙар таралыуға ла ҡулайлы мөхит тыуа­саҡ, сөнки ҡуйы үҫенте араһында һауа насар йөрөй, дымлылыҡ та артып китә.
Йәш ботаҡтарҙы тәүге тапҡыр үҫенте сәскә ата башлағас өҙәләр. Тап ошо мәлдә помидорҙы терәүгә бәйләп ҡуйыу ҙа фарыз. Тәжрибәле баҡсасылар был эште ҡоро көндә башҡарырға кәңәш итә, бер көн алдан үҫентеләргә һыу һибеүҙән һәм ашлама биреүҙән баш тартығыҙ.
Үҫенте мул уңыш биргән ҡы­уаҡҡа әйләнһен өсөн уға дөрөҫ форма биреү ҙә ҙур әһәмиәткә эйә. Иң ҡулайлыһы – уны бер олонло итеп үҫтереү. Был осраҡта үҫемлек үҙен асыҡ һауала ла, теплицала ла һәйбәт тоясаҡ, ауырымаясаҡ. Әгәр инде уны ике олонло итеп үҫтерергә теләһәгеҙ, икенсеһе итеп иң көслө йәш ботаҡты ҡалдырығыҙ.
Помидор ашлама ярата. Ва­ҡытында был эште атҡарып тор­ғанда, эре һәм тәмле йәшелсә йыйыуға иҫәп тотоп була. Әгәр баҡсала химия ҡулланырға телә­мәһәгеҙ, кесерткән, тиреҫ (ике көрәк), көлдө (ике көрәк) мискәгә һалып, әсетмә эшләгеҙ. Уға бер аҙ шәкәр йә иҫке ҡайнатма ҡушһаң, тиҙерәк әсейәсәк. Ике аҙна самаһы тотҡандан һуң, ун литр һыуға бер литр әсетмә өҫтәп, һәр бер төптөң аҫтына ҡойоп сығығыҙ. Бындай коктейль менән үҫемлекте ике аҙнаға бер “һыйларға” була. Йәнә бер ысул: 10 литр һыуға өс-дүрт тамсы йод тамыҙып, һәр төп аҫтына берәр литр ҡойоғоҙ. Был помидорҙы ауырыуҙарҙан да һаҡлай, уңыш та мулыраҡ була. Бындай ашламаны аҙнаһына бер тапҡыр ҡулланырға мөмкин.



Автор: Л. ҒАФАРОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Бәрәңге һимертә тип ҡурҡмағыҙ

Бәрәңге һимертә тип ҡурҡмағыҙ 06.11.2026 // Баҡса

Рәсәйҙә бер кеше уртаса йылына 55 килограмм тирәһе бәрәңге ашай. Һуңғы йылдарҙа уны ҡулланыу бер аҙ ......

Тотош уҡырға 4

Һутты, компотты оҙаҡ һаҡларға ярамай

Һутты, компотты оҙаҡ һаҡларға ярамай 04.11.2026 // Баҡса

Ул ағыуға әйләнә икән. Ниндәй ваҡыт эсендә эсеп бөтөргә кәрәк?...

Тотош уҡырға 3

Картуф яҙға тиклем серемәһен тиһәгеҙ...

Картуф яҙға тиклем серемәһен тиһәгеҙ... 02.11.2026 // Баҡса

Бер хата ғына күпме көсөгөҙҙө юҡҡа сығарауы мөмкин: картуф шытып сыға, һуған серей. Көҙгө уңыш ......

Тотош уҡырға 6

Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ!

Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса

Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....

Тотош уҡырға 8

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа...

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа... 27.10.2026 // Баҡса

Уларҙы ағыуламай, тоҙаҡҡа эләктермәй, үлтермәй генә ҡыуып та була....

Тотош уҡырға 6

Тағы ла бер сөгөлдөрҙө тиҙ бешереү ысулы
Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға?

Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға? 20.10.2026 // Баҡса

Тәмлерәк, һутлыраҡ була һәм өйгә еҫе лә тулмай....

Тотош уҡырға 5

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә 18.10.2026 // Баҡса

Өләсәйҙәр шулай эшләй торғайны. Өс көндә әҙер була — ҡыш буйы ҡытырлап торған ризыҡ ашарһығыҙ!...

Тотош уҡырға 7

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!”

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!” 18.10.2026 // Баҡса

Нуриман районында Рәфҡәт Ибраһимов йылытмала 200-ҙән ашыу төр виноград үҫтерә. Башҡаларҙы ла ошо ......

Тотош уҡырға 6

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы 14.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтар мул булғанда, һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ...

Тотош уҡырға 5

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле!

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле! 13.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтың витаминдарға, минералдарға бай булыуын беләбеҙ. Бүздәк районы Бүздәк ауылынан 80 йәшлек ......

Тотош уҡырға 4

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған!

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған! 13.10.2026 // Баҡса

Салауат районынан Ирек Мофаззалов "эх, картуф уңманы" быйыл тип зарланып торғайны. Әле ......

Тотош уҡырға 6


Комментарий өҫтәргә