Таныш-белештәрҙән дә һораштырғыланым, үҙемдең дә тәжрибәмә таянып шуны әйтә алам: беҙҙең шарттарҙа “малиновка”, “бычье сердце”, “санька” кеүек сорттар яҡшы уңыш бирә. Йылдан-йыл “виноградный” тигән ваҡ сортты ла һайлайым. Балаларға ла оҡшай, тоҙлау-маринадлауға ла һәйбәт.
Тиҙерәк уңыш алырға теләгән баҡсасылар помидорҙарын ергә ултыртып өлгөрҙө лә инде, ә бына ҡырауҙан ҡурҡып был эшкә тотонмағандарға ашығырға ваҡыт.
Мул уңыштың төп сере үҙ ваҡытында ботаҡ араһында үҫкән яңы үҫентеләрҙе алып тороуҙа тип һанай белгестәр. Был алым помидорҙың көсөн япраҡҡа түгел, ә емешен үҫтереүгә йүнәлтәсәк. Үҫентенең йәш ботаҡтарын өҙөп тормаһаң, түтәлегеҙ джунглиға әйләнеүе ихтимал. Был саҡта уңыш күләме лә кәмейәсәк, ауырыуҙар таралыуға ла ҡулайлы мөхит тыуасаҡ, сөнки ҡуйы үҫенте араһында һауа насар йөрөй, дымлылыҡ та артып китә.
Йәш ботаҡтарҙы тәүге тапҡыр үҫенте сәскә ата башлағас өҙәләр. Тап ошо мәлдә помидорҙы терәүгә бәйләп ҡуйыу ҙа фарыз. Тәжрибәле баҡсасылар был эште ҡоро көндә башҡарырға кәңәш итә, бер көн алдан үҫентеләргә һыу һибеүҙән һәм ашлама биреүҙән баш тартығыҙ.
Үҫенте мул уңыш биргән ҡыуаҡҡа әйләнһен өсөн уға дөрөҫ форма биреү ҙә ҙур әһәмиәткә эйә. Иң ҡулайлыһы – уны бер олонло итеп үҫтереү. Был осраҡта үҫемлек үҙен асыҡ һауала ла, теплицала ла һәйбәт тоясаҡ, ауырымаясаҡ. Әгәр инде уны ике олонло итеп үҫтерергә теләһәгеҙ, икенсеһе итеп иң көслө йәш ботаҡты ҡалдырығыҙ.
Помидор ашлама ярата. Ваҡытында был эште атҡарып торғанда, эре һәм тәмле йәшелсә йыйыуға иҫәп тотоп була. Әгәр баҡсала химия ҡулланырға теләмәһәгеҙ, кесерткән, тиреҫ (ике көрәк), көлдө (ике көрәк) мискәгә һалып, әсетмә эшләгеҙ. Уға бер аҙ шәкәр йә иҫке ҡайнатма ҡушһаң, тиҙерәк әсейәсәк. Ике аҙна самаһы тотҡандан һуң, ун литр һыуға бер литр әсетмә өҫтәп, һәр бер төптөң аҫтына ҡойоп сығығыҙ. Бындай коктейль менән үҫемлекте ике аҙнаға бер “һыйларға” була. Йәнә бер ысул: 10 литр һыуға өс-дүрт тамсы йод тамыҙып, һәр төп аҫтына берәр литр ҡойоғоҙ. Был помидорҙы ауырыуҙарҙан да һаҡлай, уңыш та мулыраҡ була. Бындай ашламаны аҙнаһына бер тапҡыр ҡулланырға мөмкин.