Һүҙҙе алыҫтан, бала саҡ хәтирәләренән, башлағым килә. Райондың һәр хужалығында тиерлек — йәшелсә, ә ҡайһы берҙәрендә хатта емеш-еләк баҡсаһы булды. Колхоз-совхоздар кәбеҫтә, ҡыяр, кишер, сөгөлдөрҙө күпләп үҫтерер ине. Шуғалырмы, әллә әүәл-әүәлдән башлыса малсылыҡ менән йәшәргә күнеккәнгәме, ишек алды баҡсаһына халыҡ бигүк иғтибар бирмәне. Картуфты, әлбиттә, күпләп үҫтерҙеләр, ә башҡаһын арзан ғына хаҡҡа хужалыҡтан һатып ала торғайнылар. Магнитогорск ҡалаһы ла эргәлә генә: белештәр беҙҙе емеш-еләккә “күмә”, ә үҙҙәре май, ит, йомортҡа тейәп ҡайта. Хәтеремдә, Украина яҡтарынан Рауил ауылына ҡасандыр килен булып төшкән Аксинья әбейҙе (уны бөтәһе лә Әнисә тип йөрөттө) тиргәр инеләр, йәнәһе, тотош ауылды бер үҙе кафырға әйләндергән, хәҙер рауилдар баҡса үҫтереп маташа! Мин иһә яҙҙарын өй эргәһендә ап-аҡ сәскәгә күмелеп ултырған алмағастар һәм сейәләр хаҡында хыяллана торғайным. Ете йәштәрҙә булғанмындыр, дүрт йәшлек ҡустым менән өс йәшлек һеңлемде эйәртеп, Сура ҡойоһо яғына сығып киттем. Мең бәлә менән бәләкәй генә әлморон (гөлйемеш) ҡыуағы ҡаҙып алып ҡайттыҡ та текмәгә ултырттыҡ. Өй алдындағы кескәй генә баҡсаны шулай атай инеләр. Олатайым ҡайҙандыр муйыл ҡыуаҡлығы ҡаҙып алып ҡайтып бирҙе, уны ла урынлаштырҙыҡ... Баҡсасылыҡта был минең тәүге тәжрибәм ине.
...Таҡһыр тигән бәләкәй генә ауылға килеп төпләнеүемә лә һигеҙ йыл ярым ғүмер үтеп киткән. Ул арала байтаҡ емеш ағасы, еләк үҫтереп өлгөрҙөм, йәшелсәнең һәр төрлөһөн ултыртырға тырышам. Йорт тирәһендәге майҙандың бик ҙур булмауы сәбәпле, бығаса бары тик картуф сәселгән ун ике сутый самаһы ерҙе лә “үҙгәртеп ҡорҙом”: һырғанаҡ, аҡ һәм ҡара ҡарағат, крыжовник, айыу баланы, ҡытай сейәһе, балан кеүек ҡыуаҡлыҡтар, сейә плантацияһы, еләклек булдырҙым. Ошонда уҡ ҡыяр һәм помидор, башлы һуған һәм кәбеҫтә, сөгөлдөр һәм кишер, ҡыҫҡаһы, утыҙ бер төрлө йәшелсә һәм тәмләткес культура үҫтерәм. Ә инде алмағас, слива, ҡурай еләге, ҡара ҡарағат өй яны баҡсаһында ла күкрәп үҫә. Мал-тыуар аҫрағанда мал сөгөлдөрө лә сәстем. Һыйырҙар уны бигерәк яратып ашай, һөтө лә ҡуйы була. Кәзә-һарыҡҡа был аҙыҡ бик оҡшап етмәй. Ташҡабаҡ (тыква), ҡабаҡ һәм патиссон сәсмәй ҡалғаным юҡ, кеше организмы өсөн үтә лә файҙалы булыу өҫтөнә был йәшелсәләр ҡош-ҡортҡа тәғәйенләнгән емде экономияларға мөмкинлек бирә.
Ауылда баҡса һөйөүселәр йыш ҡына үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашабыҙ, үҫенте, орлоҡ менән алыш-биреш итәбеҙ. Мин үҙем үҫтергән емеш-еләк, йәшелсә менән баҙарға йөрөй алмайым, сөнки Асҡар йә Магнитогорскиға сығыу өсөн шәхси транспорт кәрәк. Хәйер, белеүемсә, ауылдан берәү ҙә үҫемлекселек продукцияһы менән баҙарға бармай, күберәк һөт, эремсек ташыйҙар.
Уйланғаным бар: ә бит үҫентеләр менән генә лә аҡса эшләп булыр ине. Йыл һайын әллә күпме еләк, сейә, ҡарағат, ҡурай еләге үҫентеһе әрәм була. Моғайын, бында транспорт юҡлығы һылтау ғыналыр. Сәбәп, күрәһең, сауҙа итә белмәүҙәлер тип тә уйлап ҡуям.
Миңә, инде етмешенсе йәште ваҡлай башлаған өлкән йәштәге кешегә, баҡса нимә бирә? Тәү нәүбәттә, әлбиттә, оло кинәнес тойғоһо. Яҙҙы һағынып көтөп алам. Баҡсасы өсөн ҡыҙыу мәл февралдә үк башлана, сөнки билдәһеҙ кешенән билдәһеҙ сортлы үҫенте һатып алғансы, ҡыйын булһа ла үҙең үҫтергән һәйбәтерәк, ышаныслыраҡ. Әйтәйек, помидор, борос үҫентеһе менән һатыу итеүселәр йыш ҡына үҫемлекте һәр төрлө стимулятор ярҙамында үҫтерә. Һатып алғанда күркәм, көслө күренгән үҫенте ергә ултыртыу менән сирләй башлай, синегә һәм ғәҙәти шарттарға яраҡлаша алмай ыҙалай. Әлбиттә, үҙең сәскән үҫенте ҙур иғтибар, даими хәстәрлек талап итә: көн һайын әллә нисә мәртәбә көн битенә ҡаратып әйләндереп торорға кәрәк, төбө кибергә йә ҡатырға тейеш түгел, һыу һипкән һайын йомшартыу талап ителә, ҙурая төшкәс күсереп ултыртыу мөһим, көндәр йылынғас, көндөҙ тышҡа ташыйһың, кис — өйгә...
Кәбеҫтәне иһә мин өйҙә үҫенте рәүешендә үҫтермәйем. Орлоҡто аҙ ғына шыттырып алам да елһеҙерәк урынға сәсәм, өҫтөн быяла йә пленка менән ҡаплайым. Кәбеҫтә ерҙе тишеп сығыу менән быяланы йә пленканы алам, өс-дүрт ысын япрағы булғансы даими рәүештә һуғарып, төбөн йомшартып торам. Унан инде даими урынға күсереп ултыртам. Күп кеше кәбеҫтәгә ҡорт төшә тип зарлана. Был афәттән ҡотолоуҙың ике сараһы бар: баҡсаның бер мөйөшөндә әрем ҡалдырғанда (уға таралып китергә юл ҡуйырға ярамай) әленән-әле уның яңы өҙөлгән ботаҡтарын кәбеҫтә төптәренә һалып тороғоҙ. Һәм кәбеҫтәгә бер ваҡытта ла ҡояшта йылынған һыу ҡоймағыҙ. Иң һәйбәте – туранан-тура ҡоҙоҡтан һиптереү. Әйткәндәй, помидор һалҡын һыуҙы бик яратмаһа ла, йылымыс һыуҙан ул да ауырый.
Һуғарыуға килгәндә, Башҡортостан, айырыуса Урал төбәге шарттарында, китап-журналдарҙа күрһәтелгәнсә, аҙнаһына бер генә һыу һибеү үҙен бөтөнләй аҡламай. Беҙҙә һыуҙы йышыраҡ һибергә кәрәк. Иртә менәнме, кисме — айырмаһын күрмәйем, әммә көндөҙ, айырыуса аяҙ көндө һуғарыу ярамай, йәшелсәнең япрағы көйә.
Ҡайһы бер әсбаптарҙа, ҡыярҙы үҫенте менән үҫтереү һәм юғарыға күтәреп бәйләү яҡшыраҡ, тиелә. Шулай эшләп ҡараным. Уңыш бермә-бер кәмей. Минеңсә, йәшелсә үҙе теләгәнсә ерҙә йәйрәп үҫергә тейеш. Төбөнә һыу һибеүе ауыр булһа ла, уңыш күпкә мулыраҡ алына, ҡый үләне лә үҫмәй. Ә өйҙә сәселгән үҫенте сибек була. Орлоҡто шыттырып, ыңғай ергә сәсәм.
Баҡсала иң яуыз ҡый үләне — эт эсәге менән аҡтамыр. Әгәр аҙһа, уларҙы утап ҡына бөтөрөү мөмкин түгел, тамырҙары тәрәнгә китә, өҙөлөп сыға һәм йәнә баш күтәрә. Картуфтағы колорадо ҡуңыҙы кеүек, был ҡый үләндәре лә даими көрәш талап итә.
“Юлдаш” радиоканалында бер һорау иғтибарҙы йәлеп иткәйне: картуфты шыттырып ултыртыу кәрәкме? Мотлаҡ кәрәк, әммә шытымдың ҙур булмауы хәйерле. Мин бәрәңгене иҙән аҫты баҙында һаҡлайым. Күрәһең, һауа температураһы йылыраҡтыр, мартта уҡ шыта башлай. Май башына тиклем шытым апаруҡ оҙонайып өлгөрә, ләкин уны йолҡмайым, сөнки орлоҡтоң көсө кәмей. Ултыртҡанда шытымды орлоҡ тирәләй әйләндереп һалам. Орлоҡҡа ҡалдырылған картуфты бер аҙ ҡояшта тотоп, йәшелләндереп алыу ҙа һәйбәт.
Картуфты мин өс тоҡ самаһы ғына ултыртам. Сорттарын йыш алмаштырам, әле “одретта”, “синеглазка”, “берлихинген” сорттарын ҡалдырҙым. Һәр төпкә органик ашлама һибеп йөрөргә ваҡытым юҡ, ҡуңыҙын сүпләп, утап-күмеп өлгөрһәң дә шәп. Бынан бер нисә йыл элек ҡойма ямғырҙар ваҡытында йәшелсә күпләп серене, һөҙөмтәлә орлоҡ өсөн алты биҙрә генә алып ҡала алдым. Ә икенсе йылы шуларҙан алтмыш ете биҙрә уңыш үҫтерҙем.
Сөгөлдөрҙө картуф эргәһендә һаҡлау ҙа әллә ни яҡшы түгеллеген аңланым. Яҙға тиклем ул сөрөшөп кибә башлай. Өсәр-дүртәрләп полиэтилен тоҡсайҙарҙа (ауыҙын бәйләйһең) йәйгә тиклем бик һәйбәт һаҡларға мөмкин. Әлбиттә, мөгәрәптә. Кишерҙе һаҡлау буйынса кәңәштәр бик күп, әммә күбеһе асылда йәшелсәнең сереп юҡҡа сығыуына килтерә. Айырыуса ҡомда һаҡлау үҙен аҡламаны, бәлки, һауа температураһы тура килмәгәндер. Хәҙер мин уны ит турағыс аша үткәрәм дә полиэтилен моҡсайҙарға һалып туңдырам. Баҡсала үҫкән бөтә төр емеш-еләкте, йәшелсәне тәмләткесте киптерергә, туңдырырға мөмкин. Ҡыяр, патиссон, ташҡабаҡ һәм ҡабаҡты ғына ярамай, уларын тоҙлау, маринадлау зарур. Ташҡабаҡ бүлмә шарттарында ла оҙаҡ һаҡлана. Ҡарбуз менән ҡауынды ла шулай һаҡларға маташып ҡарағайным, йәнәһе, Яңы йыл өҫтәленә ҡуйырға, әммә тыштан һәйбәт, бөтөн күренгән тәмлекәстәр эстән серегән булып сыҡты. Ә туңдырғыста томатты ла һаҡларға мөмкин. Шулай ҙа мин уны күберәк маринадлап ҡалырға тырышам, ҡыш үҙе лә, һуты ла итле аш менән бик тәмле була. Помидорҙы ҡабыҡһыҙ тоҙлайым. Бының өсөн яңы ғына йыйылған йәшелсә өҫтөнә тәүҙә ҡайнар һыу ҡоям, артынса уҡ — һалҡынын, ҡабығын ипләп кенә еңел сисеп алаһың. Емеш-еләк ҡайнатмаһын, һуттарҙы, компотты етерлек кенә әҙерләйем дә ҡалған уңышты туңдырғысҡа һалам. Теләгән ваҡытта төрлө ризыҡ әҙерләргә мөмкин.
Ҡыҫҡаһы, баҡса хаҡында әллә күпме бәйән итергә була. Кеше ғүмер буйы өйрәнә, уҡый. Бөтәһен дә белеү мөмкин түгел. Мин дә йыш ҡына тәжрибәле баҡсасыларҙан өйрәнергә тырышам. Асҡарҙа дуҫтарым Зөһрә Ҡотоева менән Наилә Шаһимованың баҡсалары һоҡланып туйғыһыҙ.
Шуны әйтер инем: баҡса кеҫәгә бик ҙур экономия яһай. Аҙыҡ-түлеккә хаҡ артҡандан-арта, ә бында бөтәһе лә тиерлек үҙеңдеке. Магазинда һатылған аҙыҡ-түлектең сәләмәтлеккә лә ниндәй зарар килтереүе тураһында күптәр белә. Ҡарамаҡҡа ғәжәп матур күренгән йәшелсә-емеш тә химик матдә һалып үҫтерелгән, оҙағыраҡ һаҡланһын өсөн ағыу менән эшкәртелгән. Хатта ҡайнатмаға ла һәр төрлөһөн ҡушалар. Ә Ҡытайҙа шуға барып еттеләр: яһалма йомортҡа менән дөгө етештерәләр! Әлбиттә, планетала халыҡ һанының артыуына, аҙыҡ-түлек етешмәүгә һылтанырға мөмкин. Әммә Рәсәйҙә күпме ерҙең, сит илдәрҙе ымһындырып, эшкәртелмәй, сәселмәй ятыуын күрәһең дә йән әсей. Беҙгә бер ниндәй санкциялар ҙа ҡурҡыныс булмаҫ ине, бары тик ең һыҙғанып үҙебеҙҙекен етештерергә, файҙаланырға ғына кәрәк.
Тағы. Баҡсама трактор индереп булмай. Йорт яғынан һарайҙар ҡамасаулай, ә артҡы яҡтан бәләкәй генә булһа ла йылға аға һәм ер июнь урталарына тиклем кипмәй, техника үтерлек түгел — батҡыл. Хәҙер инде емеш ағастары ла ултыртҡас, тракторға бөтөнләй юл ябылды. Йәшелсә, картуф ултыртҡан бөтә майҙанды көрәк менән ҡаҙам, ҡул тырмаһы менән эшкәртәм. Еңел түгел, әммә көҙ уңыш йыйғанда күңелдә бөтмәҫ-төкәнмәҫ ҡәнәғәтлек хисе ярала. Гумусты ла ауыр тәгәрмәстәр тапамай, ер ҙә йомшағыраҡ.
Ер эше иң ауыр хеҙмәт һанала. Әммә беҙҙә әле барыбер ҙә баҡсасылыҡҡа бер аҙ кәмһетеберәк ҡарау һаҡланған. Әлегә иң оло хыялым (хужалыҡҡа бәйлеһе, тим) — мотоблок алыу. Бөгөнгө хаҡтар менән пенсиянан бер нәмәгә лә аҡса арттырып булмаһа ла, йәшәһен баҡса тиергә ҡала...