Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Баҡса » Уңышты күктән көтөп булмай
Уңышты күктән көтөп булмай Өфө эргәһендә баҡсалар бихисап. Яҙ етеү менән биштәр аҫҡан
хаҡлы ялдағылар ҙа, зиннәтле машиналарына тейәлгән баҡсасылар ҙа ҡала ситенә ағыла. Йома көн кис һәм дүшәмбе иртән тығындар ике сәғәткә һуҙыла. Баш ҡалабыҙ эргәһендә байтаҡ баҡсасы ширҡәте бар. Уларҙы бергә туплап торған ойошма – Өфө ҡалаһының баҡсасылар союзы рәйесе Фәнил СИРАЕВ һорауҙарыбыҙға яуап бирә.



– Баҡсасылар берекмәһе ниндәй эштәр менән шөғөлләнә?
– Беҙгә йөкмәтелгән бурыстар бихисап. Төп эшебеҙ – баҡсасыға уңайлыҡтар булдырыу: транспорт, электр уты, юл мәсьәләләрен хәл итеүҙә ярҙам күрһәтеү. Кәрәк икән, хоҡуҡи ярҙам бирәбеҙ. Һуңғы йылдарҙа баҡсасылыҡҡа ҡағылышлы ҡануниәт үҙгәреүгә бәйле килеп тыуған һорауҙарға яуап бирәбеҙ. Ғөмүмән, союздың телефоны тынып торғаны юҡ.
– Һәр кемдең йылдар буйы туплаған тәжрибәһе бар. Үҙегеҙҙең баҡсала ҡулланған ябай ысулдар менән бүлешмәҫһегеҙме?
– Ысынлап та байтаҡ тәжрибә тупланды. Хәҙер күптәр “Ҡарағатты нисек дауаларға икән?” тип һорай. Ҡыуаҡ япраҡ ярмаҫ борон уға еҙ купоросы, марганцовка иретмәһен һиптерәм. Әрем төнәтмәһе лә һәйбәт ярҙам итә. Бөтөн зарарлы ауырыуҙарҙан да, бөжәктәрҙән дә һарымһаҡ ҡулланып ҡотолорға була. Бер биҙрә һыуға бер ус һарымһаҡты иҙеп һалабыҙ ҙа, ун көн ҡараңғы урында тотҡандан һуң, шул һыу менән һиптереп сығабыҙ. Тик был сараларҙың барыһын да ағас йә ҡыуаҡ сәскә атҡанға тиклем эшләргә кәрәк. Йәй дауамында үҫентеләр башҡа сир менән зарарланмаһын өсөн түтәл араларына ла, буш урындарға ла пәйғәмбәр тырнағы ултыртам. Был сәскәне ябай борсаҡ менән дә алмаштырырға мөмкин. Һөҙөмтәһе шул уҡ буласаҡ.
– Йәш баҡсасыларҙы иң ҡыҙыҡһын­дырған һорауҙарҙың береһе – үҫен­теләрҙе ҡасан ултыртырға?
– Иң ҡулайлыһы, әлбиттә, көҙ. Өлгөрмәһәгеҙ, иртә яҙҙан тотоноғоҙ. Беҙҙең һауа шарттарына ҡулайлаштырылғанын һайлағыҙ. Мәҫәлән, “башкирская красавица”, “московская грушовка”, “спартак”, “бузовьязовская”, “антоновка”, “терентьевка”, “солнцедар” – иң тәмле алмалар.
– Бөгөн кибеттәрҙә ниндәй генә орлоҡ юҡ, күҙ ҡамаша. Әммә сағыу, мул уңыш вәғәҙә иткәндәре, берен­сенән, ҡыйбатыраҡ булһа, икенсенән, F1 билдәһе ҡуйылған. Тимәк, үҙегеҙгә оҡшаған сәскә, йәшелсә орлоҡтарын йыйып, икенсе йыл сәсеп булмай, йәнә кибеттән орлоҡ һатып алырға тура киләсәк. Гибридтарҙың баҙарҙы яулауы нимәгә бәйле?
– Гибридтар үҙҙәре үҙҙәренә юл ярҙы. Уларҙың хаҡы ҡыйбатыраҡ булһа ла, уңышты ла мулыраҡ бирә, башҡа яҡтан да баҡсасыны ҡыуандыра. Ике быуат элек үк селекция эше ваҡытында ғалимдар шуға иғтибар итә: гибрид тоҡомоноң беренсе уңышы ике ата-әсәнең күрһәткестәренән күпкә яҡшыраҡ. Был асыш ауыл хужалығында, ысынлап та, революция ойоштора. Әлбиттә, F1-ҙең етешһеҙлектәре лә бар. Иң ҙуры, әлеге лә баяғы, уларҙан орлоҡ алып булмауы. Тимәк, гибридтарҙы тәҡдим иткән фирмалар сәсеү өсөн материалды яңынан алдырып торорға мәжбүр. Быға бик күп ваҡыт һәм эшсе хеҙмәте талап ителә. Был иһә үҙ сиратында орлоҡтоң хаҡын арттыра. Шулай ҙа, F1 гибридтарына өҫтөнлөк биреү тәүҙә кеҫәгә һуҡһа ла, һуңынан, уңыш йыйғанда, үҙен аҡлаясаҡ.
– Быйыл мул уңышҡа өмөт итеп буламы?
– Уңышҡа өмөт бағламаһа, бер баҡсасы ла ерҙә ҡаҙынмаҫ ине. Шулай ҙа уңыштың сере бары тик һауа торошона ғына бәйле түгел. Һыу, орлоҡтоң сифаты, ерҙең уңдырышлылығы ла – бик етди факторҙар. Уңғандарға уңыш йылмая ул!

Л. ҒАФАРОВА әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ!

Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса

Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....

Тотош уҡырға 3

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа...

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа... 27.10.2026 // Баҡса

Уларҙы ағыуламай, тоҙаҡҡа эләктермәй, үлтермәй генә ҡыуып та була....

Тотош уҡырға 3

Тағы ла бер сөгөлдөрҙө тиҙ бешереү ысулы
Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға?

Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға? 20.10.2026 // Баҡса

Тәмлерәк, һутлыраҡ була һәм өйгә еҫе лә тулмай....

Тотош уҡырға 4

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә 18.10.2026 // Баҡса

Өләсәйҙәр шулай эшләй торғайны. Өс көндә әҙер була — ҡыш буйы ҡытырлап торған ризыҡ ашарһығыҙ!...

Тотош уҡырға 7

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!”

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!” 18.10.2026 // Баҡса

Нуриман районында Рәфҡәт Ибраһимов йылытмала 200-ҙән ашыу төр виноград үҫтерә. Башҡаларҙы ла ошо ......

Тотош уҡырға 5

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы 14.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтар мул булғанда, һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ...

Тотош уҡырға 4

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле!

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле! 13.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтың витаминдарға, минералдарға бай булыуын беләбеҙ. Бүздәк районы Бүздәк ауылынан 80 йәшлек ......

Тотош уҡырға 4

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған!

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған! 13.10.2026 // Баҡса

Салауат районынан Ирек Мофаззалов "эх, картуф уңманы" быйыл тип зарланып торғайны. Әле ......

Тотош уҡырға 6

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған 11.10.2026 // Баҡса

Учалынан Сәлиә Ғатауллина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә быйыл нисек итеп картуфтан ике тапҡыр ......

Тотош уҡырға 4

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған?

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған? 10.10.2026 // Баҡса

Иң мөһиме, улар ҡарышлауыҡтарға ҡаршы эшкәртелмәгән, бер ниндәй ҙә дарыу һибелмәгән. Ә нисек ......

Тотош уҡырға 6

Георгинды ҡасан ҡаҙырға?

Георгинды ҡасан ҡаҙырға? 09.10.2026 // Баҡса

Һәр сәскәне үҫтереүҙең үҙ нескәлектәре бар. Иртә лә алырға ярамай, һуңлатырға ла......

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә