Өфө эргәһендә баҡсалар бихисап. Яҙ етеү менән биштәр аҫҡан
хаҡлы ялдағылар ҙа, зиннәтле машиналарына тейәлгән баҡсасылар ҙа ҡала ситенә ағыла. Йома көн кис һәм дүшәмбе иртән тығындар ике сәғәткә һуҙыла. Баш ҡалабыҙ эргәһендә байтаҡ баҡсасы ширҡәте бар. Уларҙы бергә туплап торған ойошма – Өфө ҡалаһының баҡсасылар союзы рәйесе Фәнил СИРАЕВ һорауҙарыбыҙға яуап бирә.– Баҡсасылар берекмәһе ниндәй эштәр менән шөғөлләнә?
– Беҙгә йөкмәтелгән бурыстар бихисап. Төп эшебеҙ – баҡсасыға уңайлыҡтар булдырыу: транспорт, электр уты, юл мәсьәләләрен хәл итеүҙә ярҙам күрһәтеү. Кәрәк икән, хоҡуҡи ярҙам бирәбеҙ. Һуңғы йылдарҙа баҡсасылыҡҡа ҡағылышлы ҡануниәт үҙгәреүгә бәйле килеп тыуған һорауҙарға яуап бирәбеҙ. Ғөмүмән, союздың телефоны тынып торғаны юҡ.
– Һәр кемдең йылдар буйы туплаған тәжрибәһе бар. Үҙегеҙҙең баҡсала ҡулланған ябай ысулдар менән бүлешмәҫһегеҙме?
– Ысынлап та байтаҡ тәжрибә тупланды. Хәҙер күптәр “Ҡарағатты нисек дауаларға икән?” тип һорай. Ҡыуаҡ япраҡ ярмаҫ борон уға еҙ купоросы, марганцовка иретмәһен һиптерәм. Әрем төнәтмәһе лә һәйбәт ярҙам итә. Бөтөн зарарлы ауырыуҙарҙан да, бөжәктәрҙән дә һарымһаҡ ҡулланып ҡотолорға була. Бер биҙрә һыуға бер ус һарымһаҡты иҙеп һалабыҙ ҙа, ун көн ҡараңғы урында тотҡандан һуң, шул һыу менән һиптереп сығабыҙ. Тик был сараларҙың барыһын да ағас йә ҡыуаҡ сәскә атҡанға тиклем эшләргә кәрәк. Йәй дауамында үҫентеләр башҡа сир менән зарарланмаһын өсөн түтәл араларына ла, буш урындарға ла пәйғәмбәр тырнағы ултыртам. Был сәскәне ябай борсаҡ менән дә алмаштырырға мөмкин. Һөҙөмтәһе шул уҡ буласаҡ.
– Йәш баҡсасыларҙы иң ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙың береһе – үҫентеләрҙе ҡасан ултыртырға?
– Иң ҡулайлыһы, әлбиттә, көҙ. Өлгөрмәһәгеҙ, иртә яҙҙан тотоноғоҙ. Беҙҙең һауа шарттарына ҡулайлаштырылғанын һайлағыҙ. Мәҫәлән, “башкирская красавица”, “московская грушовка”, “спартак”, “бузовьязовская”, “антоновка”, “терентьевка”, “солнцедар” – иң тәмле алмалар.
– Бөгөн кибеттәрҙә ниндәй генә орлоҡ юҡ, күҙ ҡамаша. Әммә сағыу, мул уңыш вәғәҙә иткәндәре, беренсенән, ҡыйбатыраҡ булһа, икенсенән, F1 билдәһе ҡуйылған. Тимәк, үҙегеҙгә оҡшаған сәскә, йәшелсә орлоҡтарын йыйып, икенсе йыл сәсеп булмай, йәнә кибеттән орлоҡ һатып алырға тура киләсәк. Гибридтарҙың баҙарҙы яулауы нимәгә бәйле?
– Гибридтар үҙҙәре үҙҙәренә юл ярҙы. Уларҙың хаҡы ҡыйбатыраҡ булһа ла, уңышты ла мулыраҡ бирә, башҡа яҡтан да баҡсасыны ҡыуандыра. Ике быуат элек үк селекция эше ваҡытында ғалимдар шуға иғтибар итә: гибрид тоҡомоноң беренсе уңышы ике ата-әсәнең күрһәткестәренән күпкә яҡшыраҡ. Был асыш ауыл хужалығында, ысынлап та, революция ойоштора. Әлбиттә, F1-ҙең етешһеҙлектәре лә бар. Иң ҙуры, әлеге лә баяғы, уларҙан орлоҡ алып булмауы. Тимәк, гибридтарҙы тәҡдим иткән фирмалар сәсеү өсөн материалды яңынан алдырып торорға мәжбүр. Быға бик күп ваҡыт һәм эшсе хеҙмәте талап ителә. Был иһә үҙ сиратында орлоҡтоң хаҡын арттыра. Шулай ҙа, F1 гибридтарына өҫтөнлөк биреү тәүҙә кеҫәгә һуҡһа ла, һуңынан, уңыш йыйғанда, үҙен аҡлаясаҡ.
– Быйыл мул уңышҡа өмөт итеп буламы?
– Уңышҡа өмөт бағламаһа, бер баҡсасы ла ерҙә ҡаҙынмаҫ ине. Шулай ҙа уңыштың сере бары тик һауа торошона ғына бәйле түгел. Һыу, орлоҡтоң сифаты, ерҙең уңдырышлылығы ла – бик етди факторҙар. Уңғандарға уңыш йылмая ул!
Л. ҒАФАРОВА әңгәмәләште.