Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Баҡса » Үҫһен үҙебеҙҙең баҡса, ситкә китмәһен аҡса
Үҫһен үҙебеҙҙең баҡса, ситкә китмәһен аҡса Ҡырмыҫҡалы районы мәҙәниәт йортоноң тышынан уҡ йәшелсә “еҫе” килә. Тотош Башҡортостандан йәшелсә үҫтереүселәр йыйылған бында. Кәңәшмәгә. Рәсми рәүештә шулай тип аталһа ла, асылда ул бер-берең менән аралашыу, танышыу сараһы. Ана бит, фойела өйкөм-өйкөм фекерҙәштәр серләшә, йөҙҙәрҙә — йылмайыу. Стеналар иһә төрлө стендтар менән тулы. Ә өҫтәлдәр, өҫтәлдәр һуң! Әйтерһең, тышта әле китергә теләмәгән февраль еле уйнамай, ҡыштың һуңғы һалҡындарын бөркмәй. Хәс тә көҙгө уңыш байрамы тиерһең. Күпселеге йылы теплицаларҙа үҫтерелгән йәшелсәне һис тә беҙҙеке тимәҫһең. Әле ҡасан ғына “йәшел помидорҙар иле” тип шаярта ине әсе теллеләр. Хәҙер барыһының ауыҙын яптыҡ.
Яптыҡ. Бына ошо маҡсатта йыйылған да инде бөгөн йәшелсә үҫтереүселәр: сит ил продукцияһын үҙебеҙҙеке менән алыштырырға ваҡыт етте, йәмәғәт!





Һөйләштек. Килештек. Берләштек

Үҫһен үҙебеҙҙең баҡса, ситкә китмәһен аҡсаҮҫтереү, һаҡлау, эшкәртеү… Иң мөһиме — сит илдән килтерелгәндәр урынына үҙ тауарыбыҙҙы ҡулланыусыларға еткереү мәсьәләләре ҡаралды республиканың йәшелсә үҫтереүселәр ҡоронда.
– Беҙҙең төп бурыс – республика халҡын йыл әйләнәһенә йәшелсә менән тәьмин итеү, – тине, кәңәшмәне асып, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илдар Тимер­ғәлин.
Рәсәй йәшелсә үҫтереүселәр берлеге президенты Сергей Королев рәсми кәңәшмә алдынан уҡ хәбәрселәр менән осрашҡайны. Әлеге сығышында ла ул илдәге был тармаҡтың хәле менән таныштырҙы.
– Йыл һайын Рәсәйгә бер миллион тоннаға тиклем йәшелсә ситтән индерелә, — тине Сергей Королев. — Был 2,5 миллиард һум аҡса тигән һүҙ. Бөгөн эске баҙар күберәк етештереү мөмкинлеге алды.
– “Башҡортостан Республикаһында ябыҡ грунт­та йәшелсә үҫтереүҙең 2014 – 2016 йылдарҙа үҫеше” программаһы ҡабул ителде, — тине үҙ сығышында ауыл хужалығы министры Николай Коваленко. — Уның төп маҡсаты — теплицалар төҙөү һәм реконструкциялау. 2014 йылда программаны тормошҡа ашырыуға бюджеттан 162 миллион һум аҡса бүленде.
Башҡортостандың Дәүләт сауҙа һәм ҡулланыу­сылар хоҡуғын яҡлау комитеты рә­йесе Рөстәм Кама­летдинов иһә йәшелсә-емеште ҡулла­ныу­сы­лар­ға еткереү өсөн тауар етештереү­селәрҙең эш структураһын, селтәрен булдырырға тәҡдим итте. Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов райондың иҡтисади хәле, мөмкин­лектәре тураһында һөйләне.
Һүҙҙәр береккәндә генә эш бара. Әлбиттә, сығыш яһаусылар күп булды. Бер генә мәсьәләне лә яңғыҙ хәл итеп булмай, тигәндән сығып, улар Башҡортостандың Йәшелсә үҫтереүселәр берлеген төҙөнө. Рәйесе итеп ауыл хужалығы өлкәһендә бай тәжрибә туплаған Артур Ноғоманов һайланды.



Күрҙек. Белдек

Үҫһен үҙебеҙҙең баҡса, ситкә китмәһен аҡсаТеплицаларҙа булған бар: дымлы һауа, ашлама еҫе, ҡояш яҡтылығына сарсаған үҫемлектәр, тирләп эшләгән кешеләр. Һис йәшерене юҡ, шуға ла башлыса ошондай шарттарҙа эшләп өйрәнгән Урта Азия кешеләре бара унда. Был бигерәк тә полиэтилен менән ҡапланғандарына хас. Хәҙер иһә заман талабына яуап биргәндәренә өҫтөнлөк бирелә. Әлбиттә, төрлө инвестиция программаларына ярашлы дәүләт ярҙамы булһа.

Йәшелсә үҫтереүселәр кәңәшмәһенә йыйы­лыу­сыларҙы “Башовощснаб” яуаплылығы сик­ләнгән йәмғиәтенең Рәсәйҙә тиңе булмаған теплицаһына алып барҙылар. Әлегә бер гектар майҙанды биләй ул. Киләсәктә яйлап өс гектарғаса етергә тейеш. Проекттың хаҡы — 300 миллион һум. Гектарынан көн дә 3-4 тонна уңыш алырға тейештәр. Теплица Корея технологияһы буйынса эшләнгән.
– Японияла етештерелгән пленка менән ҡапланған. Ҡышын 20-40 сантиметр ҡалынлыҡ­тағы ҡарҙы ла тота, – тине делегацияны оҙатып, таныштырып йөрөүсе. – Ҡар былай ҙа тормай, сөнки эстән йылытҡыстар “эшкә егелә”…
Бындай теплицалар газды аҙ талап итә икән. Әммә электр энергияһы күп ҡулланыла. Мәҫәлән, ҡояш яҡтыһын махсус лампалар алмаштыра. Уның ҡарауы, етештерелгән йәшелсәнең хаҡы сығымдарҙан әллә нисәмә тапҡырға күберәк була.
Әлбиттә, бөгөн бөтә ерҙә лә ундай теплицалар төҙөү мөмкинлеге юҡ. Әммә киләсәктә Рәсәйҙе йәшелсә менән тулыһынса тәьмин итеү өсөн заман шуны талап итә.






Ярҙам буласаҡ

Сергей Королев, Рәсәйҙең Йәшелсә үҫтереүселәр берлеге президенты
– Башҡортостан – ҙур төбәк, ҙур баҙар. Бында яҡшы эшләгән хужалыҡтар, предприятиелар бар, тотош Рәсәйгә таратырлыҡ, өлгө итеп күрһәтерлек тәжрибә тупланған. Илдең йәшелсә етештереүселәр милли советы асыҡ һәм ябыҡ грунтта йәшелсә үҫтереүселәрҙе, етештереүселәрҙе берләштерергә тырыша. Был, аныҡ ҡараш булдырып, дәүләт ярҙамын тармаҡ үҫешенә тейешенсә йүнәтеү өсөн мөһим. Һөҙөмтәләр ҙә күренә. Мәҫәлән, һуңғы ике йылда теплица комплекстары төҙөү өсөн субсидия булдырылғас ҡына ла 200 гектар майҙанда заманса теплица төҙөлдө. Был инде өҫтәмә 100 мең тонна йәшелсәне баҙарға сығарҙыҡ тигән һүҙ. Билдәле, сифаты яғынан да сит илдекенән яҡшыраҡ, хаҡы ла “тешләшмәй”.
Тағы шуныһын билдәләргә кәрәк: беҙ үҫтерә беләбеҙ, ә һаҡлай белмәйбеҙ. Заманса йәшелсә һаҡлағыстар төҙөмәйенсә, уңыш­тың 30-40 процентын юғалта барасаҡбыҙ. Ауыл хужалығы ми­нистр­лығына ошо турала еткерҙек. Хәҙер теплица төҙөүгә сы­­ғым­дарҙың 20 проценты федераль бюджеттан субси­дия­ла­насаҡ. Тағы төбәктәр ҡаҙнаһынан да финансланыр тип ышанам…




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Рәхимә Мусинанан - "Ҡабаҡса елпеүесе"

Рәхимә Мусинанан - "Ҡабаҡса елпеүесе" 15.09.2026 // Баҡса

Был юлы Рәхимә Мусина бик тәмле ҡабымлыҡ тәҡдим итә...

Тотош уҡырға 0

Картуфты алғас, ерен сәсеп ҡуйығыҙ: ҡаты ҡорттан һәм таҙҙан ҡотолорһоғоҙ

Картуфты алғас, ерен сәсеп ҡуйығыҙ: ҡаты ҡорттан һәм таҙҙан ҡотолорһоғоҙ 13.09.2026 // Баҡса

Яҙғыһын баҡса еренең ниндәй буласағы көҙҙән тора. Картуфты алғас та, хәстәрлек күрһәгеҙ, киләһе йыл ......

Тотош уҡырға 0

Һарымһаҡлы ҡабаҡтан тәмле бутҡа

Һарымһаҡлы ҡабаҡтан тәмле бутҡа 13.09.2026 // Баҡса

Бик оҡшар, мотлаҡ бешереп ҡарағыҙ....

Тотош уҡырға 0

Мин ҡабаҡты шулай һаҡлайым

Мин ҡабаҡты шулай һаҡлайым 10.09.2026 // Баҡса

Яңы уңыш өлгөргәнсе уларҙы файҙаланабыҙ, ти уңған баҡсасы Фәүзиә Насирова...

Тотош уҡырға 0

Рауза  гөлләмәһен ташларға ашыҡмағыҙ!
Ташҡабағығыҙ уңдымы? Кәтлиттәр яһайыҡ!

Ташҡабағығыҙ уңдымы? Кәтлиттәр яһайыҡ! 31.07.2026 // Баҡса

Ташҡабаҡ йәш булырға тейеш. Уларҙы таҙартып, эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Уға шулай уҡ ҡырғыстан ......

Тотош уҡырға 0

Ҡыяр баллы һыу ярата

Ҡыяр баллы һыу ярата 30.07.2026 // Баҡса

Бындай ашламаны ҡулланһаң, ҡыяр япраҡтары һарғаймай һәм йәшелсә оҙаҡ уңыш биреп ҡыуандыра....

Тотош уҡырға 0

Алма менән сливанан ныҡ тәмле ҡайнатма

Алма менән сливанан ныҡ тәмле ҡайнатма 29.07.2026 // Баҡса

Көтмәгәндә, бик үҙенсәлекле килеп сыға...

Тотош уҡырға 0

Был соусты күптәр яратып ашай

Был соусты күптәр яратып ашай 29.07.2026 // Баҡса

“Мехикано” соусын шашлыҡ, төрлө бутербродтар һәм башҡа ризыҡтарға ҡушып ашарға мөмкин. Ишембай ......

Тотош уҡырға 0

Ҡыяр кетерләп кенә торасаҡ!

Ҡыяр кетерләп кенә торасаҡ! 27.07.2026 // Баҡса

Тоҙлауға ваҡыт та аҙ китә. Гөлнара Йәмилеванан рецепт - яҙмала....

Тотош уҡырға 0

Ҡыяр тәңкәләре

Ҡыяр тәңкәләре 27.07.2026 // Баҡса

Рәхимә Мусина ҡыяр тоҙлау буйынса шәп рецепт тәҡдим итә....

Тотош уҡырға 0

Ябай һәм тәмле алма һуты рецебы

Ябай һәм тәмле алма һуты рецебы 26.07.2026 // Баҡса

Тиҙҙән ҡыҙарып алмалар бешер, тупырҙап ергә ҡойолор саҡ етә. Уңған хужабикәләр ҡайнатма-фәлән менән ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә