Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Баҡса » Бөгөнгөгә ҡыуан, иртәгәһен уйла
Бөгөнгөгә ҡыуан, иртәгәһен уйла
Уңыш йыйып кинәнеү генә түгел, ә алдағы йыл тураһында хәстәрлек күреү мәле лә етте.

Емеш ағастарында, ҡыуаҡтарҙа киләһе яҙҙа атырға тейешле сәскә бөрөләре ярала башлай. Шуға ла ағас һәм ҡыуаҡтарҙы туҡландырырға кәрәк. Бының өсөн ҡош тиҙәге бик йәтеш. Уның бер күнәгенә 12 биҙрә һыу ҡушып, бер аҙна буйы әсеткәндән һуң ҡулланалар. Шыйыҡланған тиреҫ тә һибергә була. Ҡарағат, крыжовник ҡы­уаҡтарының һәр береһенә – берәр, ҡурай еләгенә ярты күнәк иҫәбенән ашлама һалына. Шыйыҡса ситкә ағып әрәм булмаһын өсөн ҡыуаҡ тирәләй соҡоп түңәрәк яһайҙар.
Ҙур емеш ағастары — алмағас, гру­ша ла ашлана. Бында туҡландырғыс шыйыҡса бер метр арауыҡҡа бер күнәк иҫәбенән индерелә. Ауырыуҙан һаҡлау өсөн махсус ҡатнашма һибәләр. Уны бер биҙрә һыуға ике шырпы ҡабы мочеви­на, ике стакан көл, бер грамм марганцовка һалып яһайҙар. Крыжовниктағы онло ысыҡҡа ҡаршы содалы һыу бөркөлә.
Ер ҡоро булһа, мул ғына итеп һыу һибелә. Ағас-ҡыуаҡ араларын, бушаған түтәлдәрҙе йомшарталар.
• Йәшел тәмләткестәрҙе ҡышҡы­лыҡҡа һаҡлауҙың иң таралған ысу­лы — киптереү. Ҡаты, һарғая башлаған үҫем­лектәрҙе айырып ташлау хәйерле. Һайлап алынғандарын йыуып, бәләкәй бәйләмдәргә бәйләп, үтәләй ел өргән күлә­гәле урында киптерәләр. Үҫемлек­тәрҙе — дарыу үләндәрен дә, тәмләт­кестәрҙе лә — ҡояшта киптерергә ярамай.
• Тәмләткестәрҙе ваҡлап ту­рап, таҙа аҡ ҡағыҙға 1,5 см самаһы ҡалынлыҡта йәйеп киптерергә лә була. Укроп, петрушка, райхан, баҡса бөт­нөгө (мелисса), бөтнөктө ошолай кип­тереү һәйбәт. Аҙаҡ таҙа, ҡоро быяла банкаларға һалып, йоҡа ту­ҡыма ябып, ҡараңғы урында һаҡлай­ҙар.
• Сельдерей, петрушка ке­үек йәшел тәмләт­кестәрҙең япрағын ғына түгел, тамырын да фай­ҙаланалар. Улар­ҙы яҡшылап йы­уып, йоҡа ғына итеп дүңгә­ләк­ләп йәки һалам кеүек ту­райҙар. Һуңынан таба­ға аҡ ҡағыҙ йәйеп, ярым асыҡ духовкала йәки мейестә 60 — 65 градус эҫелектә кип­терәләр. Тәмләткес­тәр өс-дүрт сәғәттә кибә, улар­­ҙы был ваҡытта даими бутап торалар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ!

Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса

Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....

Тотош уҡырға 3

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа...

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа... 27.10.2026 // Баҡса

Уларҙы ағыуламай, тоҙаҡҡа эләктермәй, үлтермәй генә ҡыуып та була....

Тотош уҡырға 3

Тағы ла бер сөгөлдөрҙө тиҙ бешереү ысулы
Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға?

Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға? 20.10.2026 // Баҡса

Тәмлерәк, һутлыраҡ була һәм өйгә еҫе лә тулмай....

Тотош уҡырға 4

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә 18.10.2026 // Баҡса

Өләсәйҙәр шулай эшләй торғайны. Өс көндә әҙер була — ҡыш буйы ҡытырлап торған ризыҡ ашарһығыҙ!...

Тотош уҡырға 7

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!”

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!” 18.10.2026 // Баҡса

Нуриман районында Рәфҡәт Ибраһимов йылытмала 200-ҙән ашыу төр виноград үҫтерә. Башҡаларҙы ла ошо ......

Тотош уҡырға 5

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы 14.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтар мул булғанда, һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ...

Тотош уҡырға 4

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле!

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле! 13.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтың витаминдарға, минералдарға бай булыуын беләбеҙ. Бүздәк районы Бүздәк ауылынан 80 йәшлек ......

Тотош уҡырға 4

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған!

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған! 13.10.2026 // Баҡса

Салауат районынан Ирек Мофаззалов "эх, картуф уңманы" быйыл тип зарланып торғайны. Әле ......

Тотош уҡырға 6

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған 11.10.2026 // Баҡса

Учалынан Сәлиә Ғатауллина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә быйыл нисек итеп картуфтан ике тапҡыр ......

Тотош уҡырға 4

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған?

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған? 10.10.2026 // Баҡса

Иң мөһиме, улар ҡарышлауыҡтарға ҡаршы эшкәртелмәгән, бер ниндәй ҙә дарыу һибелмәгән. Ә нисек ......

Тотош уҡырға 6

Георгинды ҡасан ҡаҙырға?

Георгинды ҡасан ҡаҙырға? 09.10.2026 // Баҡса

Һәр сәскәне үҫтереүҙең үҙ нескәлектәре бар. Иртә лә алырға ярамай, һуңлатырға ла......

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә