Уңыш йыйып кинәнеү генә түгел, ә алдағы йыл тураһында хәстәрлек күреү мәле лә етте.
Емеш ағастарында, ҡыуаҡтарҙа киләһе яҙҙа атырға тейешле сәскә бөрөләре ярала башлай. Шуға ла ағас һәм ҡыуаҡтарҙы туҡландырырға кәрәк. Бының өсөн ҡош тиҙәге бик йәтеш. Уның бер күнәгенә 12 биҙрә һыу ҡушып, бер аҙна буйы әсеткәндән һуң ҡулланалар. Шыйыҡланған тиреҫ тә һибергә була. Ҡарағат, крыжовник ҡыуаҡтарының һәр береһенә – берәр, ҡурай еләгенә ярты күнәк иҫәбенән ашлама һалына. Шыйыҡса ситкә ағып әрәм булмаһын өсөн ҡыуаҡ тирәләй соҡоп түңәрәк яһайҙар.
Ҙур емеш ағастары — алмағас, груша ла ашлана. Бында туҡландырғыс шыйыҡса бер метр арауыҡҡа бер күнәк иҫәбенән индерелә. Ауырыуҙан һаҡлау өсөн махсус ҡатнашма һибәләр. Уны бер биҙрә һыуға ике шырпы ҡабы мочевина, ике стакан көл, бер грамм марганцовка һалып яһайҙар. Крыжовниктағы онло ысыҡҡа ҡаршы содалы һыу бөркөлә.
Ер ҡоро булһа, мул ғына итеп һыу һибелә. Ағас-ҡыуаҡ араларын, бушаған түтәлдәрҙе йомшарталар.
• Йәшел тәмләткестәрҙе ҡышҡылыҡҡа һаҡлауҙың иң таралған ысулы — киптереү. Ҡаты, һарғая башлаған үҫемлектәрҙе айырып ташлау хәйерле. Һайлап алынғандарын йыуып, бәләкәй бәйләмдәргә бәйләп, үтәләй ел өргән күләгәле урында киптерәләр. Үҫемлектәрҙе — дарыу үләндәрен дә, тәмләткестәрҙе лә — ҡояшта киптерергә ярамай.
• Тәмләткестәрҙе ваҡлап турап, таҙа аҡ ҡағыҙға 1,5 см самаһы ҡалынлыҡта йәйеп киптерергә лә була. Укроп, петрушка, райхан, баҡса бөтнөгө (мелисса), бөтнөктө ошолай киптереү һәйбәт. Аҙаҡ таҙа, ҡоро быяла банкаларға һалып, йоҡа туҡыма ябып, ҡараңғы урында һаҡлайҙар.
• Сельдерей, петрушка кеүек йәшел тәмләткестәрҙең япрағын ғына түгел, тамырын да файҙаланалар. Уларҙы яҡшылап йыуып, йоҡа ғына итеп дүңгәләкләп йәки һалам кеүек турайҙар. Һуңынан табаға аҡ ҡағыҙ йәйеп, ярым асыҡ духовкала йәки мейестә 60 — 65 градус эҫелектә киптерәләр. Тәмләткестәр өс-дүрт сәғәттә кибә, уларҙы был ваҡытта даими бутап торалар.