Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ » Өфөлә Бөтә Рәсәй МХО ветерандары ассоциацияһы йыйылыштары башланды

Өфөлә Бөтә Рәсәй МХО ветерандары ассоциацияһы йыйылыштары башланды

Фото: Олег Яровиков / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: Олег Яровиков / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

12 февралдә Өфөлә Бөтә Рәсәй МХО ветерандары ассоциацияһы йыйылыштары башланды. Уларҙа 150-нән ашыу махсус операция ветераны – Рәсәй Федерацияһының 89 төбәгенән МХО ветерандарының төбәк ассоциациялары етәкселәре һәм вәкилдәре ҡатнаша.

«Мин тәү сиратта һеҙгә республикабыҙ исеменән хәрби хеҙмәтегеҙ өсөн тәрән ихтирам һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткерергә теләйем. Һеҙгә ҙур рәхмәт, беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ һәм хөрмәт итәбеҙ. 

Республикабыҙҙа йыйындар үткәрергә ҡарар итеүегеҙ өсөн бик рәхмәтлемен. Был беҙҙең өсөн ҙур яуаплылыҡ, оло мәртәбә булды. 2022 йылдың көҙөндә, илдә мобилизация башланғас, ҡораллы конфликттарҙа ҡатнашыусыларҙы берләштергән ветеран ойошмаларының беҙгә шул тиклем ныҡ ярҙам күрһәтеүҙәрен тойҙоҡ. Был ойошмаларҙан башҡа әлеге юлды үтеүе ҡыйын булыр ине. Хәҙер инде МХО ветерандары ассоциацияһы булмаһа, алдыбыҙҙа торған күп кенә бурыстар хәл ителмәҫен яҡшы аңлайбыҙ», – тине Радий Хәбиров.

Яугирҙәргә һәм уларҙың яҡындарына ярҙам итеү – төп өҫтөнлөк, тип билдәләне республика етәксеһе. Башҡортостанда ошондай ярҙам сараларының төбәк системаһы эшләй. Былтыр республикала 12 яңы сара өҫтәлде һәм хәҙер улар 55-кә етте. Төбәктә «бер тәҙрә» принцибы буйынса МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам үҙәктәре асыла. Йыл һуңына тиклем улар барлыҡ райондарҙа һәм ҡалаларҙа эшләргә тейеш. Яуҙан ҡайтҡан өс мең яҡташыбыҙҙың барыһы ла тиерлек эшкә урынлаштырылған һәм диспансеризация үткән (78%, 86%). Реабилитацияға, протезлауға, яңы һөнәрҙәрҙе үҙләштереүгә, үҙ эшен асыуҙа ярҙам итеүгә, йәмәғәт тормошона, адаптив спортҡа йәлеп итеүгә етди иғтибар бүленә.

«Беҙҙең уртаҡ бурысыбыҙ – көслө, ныҡлы МХО ветерандары ассоциацияһын булдырыу. Республикала беҙ уны партнерыбыҙ тип иҫәпләйбеҙ, бөтә мәсьәләләрҙе иңгә-иң терәшеп хәл итербеҙ», – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2026-02-12/v-ufe-startovali-vserossiyskie-sbory-assotsiatsii-veteranov-svo-4575865

Фото: Олег Яровиков / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Мобилизацияланған яҡташыбыҙ – разведчиктар ротаһы командиры
Радий Хәбиров Учалыла МХО-ла һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләре менән осрашты

Радий Хәбиров Учалыла МХО-ла һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләре менән осрашты 11.02.2026 // Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ

11 февралдә Учалыла Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Учалы районынан махсус хәрби операцияла ......

Тотош уҡырға 1

Башҡортостандан ике бала әсәһе яугирҙәрҙең ғүмерен ҡотҡара
Әлшәй умартасыһы яугирҙәргә бал ебәргән

Әлшәй умартасыһы яугирҙәргә бал ебәргән 06.02.2026 // Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ

Әлшәй районынан Фәнис Ғәлимов махсус хәрби операция яугирҙәренә үҙенең умарталығынан алынған 35 ......

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров Малаяҙ ауылында МХО-ла һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләре менән осрашты

Радий Хәбиров Малаяҙ ауылында МХО-ла һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләре менән осрашты 06.02.2026 // Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ

6 февралдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Салауат районының Малаяҙ ауылында МХО-ла һәләк булған ......

Тотош уҡырға 1

Башҡортостандан штурмовиктар командиры Батырлыҡ ордены менән бүләкләнде

Башҡортостандан штурмовиктар командиры Батырлыҡ ордены менән бүләкләнде 05.02.2026 // Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ

Башҡортостандан штурмовиктар командиры Батырлыҡ ордены менән бүләкләнде...

Тотош уҡырға 2

Өфө 2026 йылда МХО-ға ярҙам итеү буйынса эште көсәйтә
Башҡортостандан рота командиры Ильяс Баһауетдинов Жуков миҙалы менән бүләкләнде

Башҡортостандан рота командиры Ильяс Баһауетдинов Жуков миҙалы менән бүләкләнде 03.02.2026 // Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ

Башҡортостандан рота командиры Ильяс Баһауетдинов Жуков миҙалы менән бүләкләнде...

Тотош уҡырға 2

Радий Хәбиров Рәсәй Геройы Владислав Бочаровтың батырлығы тураһында иҫкә төшөрҙө

Радий Хәбиров Рәсәй Геройы Владислав Бочаровтың батырлығы тураһында иҫкә төшөрҙө 02.02.2026 // Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ

Радий Хәбиров Рәсәй Геройы Владислав Бочаровтың батырлығы тураһында иҫкә төшөрҙө...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров МХО-ла юғалған яугирҙәрҙе эҙләү өсөн төркөм ойошторорға ҡушты

Радий Хәбиров МХО-ла юғалған яугирҙәрҙе эҙләү өсөн төркөм ойошторорға ҡушты 30.01.2026 // Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ

Радий Хәбиров МХО-ла юғалған яугирҙәрҙе эҙләү өсөн төркөм ойошторорға ҡушты...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларҙы шифаханаларҙа дауалау буйынса ташлама ғәмәлгә индерелде

Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларҙы шифаханаларҙа дауалау буйынса ташлама ғәмәлгә индерелде 30.01.2026 // Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ

Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларҙы шифаханаларҙа дауалау буйынса ташлама ғәмәлгә индерелде...

Тотош уҡырға 3

Республикала МХО-ла ҡатнашыусыларҙың 78%  эшкә урынлашҡан