Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» программаһында ҡатнашыусыларҙы эшкә урынлаштырырға ҡушты 14.04.2026 // Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ
Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» программаһында ҡатнашыусыларҙы эшкә урынлаштырырға ҡушты...

Яҡташ яугиребеҙ иптәштәрен ВСУ дрондары һөжүменән ҡотҡарған
Себенле ауылынан «Шайтан» позывнойлы яҡташыбыҙ махсус хәрби операция биләмәһендә иптәштәрен ҡотҡарған. Был хаҡта Әлшәй районы хакимиәте башлығы Наил Әбелғужин хәбәр итә.
Яугир штурм төркөмө менән ҡатмарлы хәрби бурысты үтәргә юлланған. Һуғышсыларға ВСУ-ның терәк пунктын баҫып алырға тигән бойороҡ бирелгән. Сигенергә теләмәгән дошман беҙҙекеләргә дрондар менән һөжүм иткән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, штурмовиктарҙың бер нисәһе төрлө дәрәжәләге йәрәхәттәр алған.
«Шайтан» яралыларға медицина ярҙамы күрһәткән, иң мөһиме, ялан шарттарында дүрт иптәшенең ҡан ағыуын туҡтатҡан. Әлшәй егете яңғыҙы өс иптәшен, ә эвакуация төркөмө ярҙамында тағы алты кешене хәүефһеҙ урынға илткән.
«Рядовойҙың ҡыйыу аҙымы бурысты аҙ юғалтыуҙар менән үтәргә, ә уның тактик медициналағы белеме байтаҡ ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡалырға мөмкинлек биргән», — тип яҙҙы Наил Әбелғужин социаль селтәрҙә.
«Шайтан» өлөшләтә мобилизация буйынса махсус операция биләмәһенә саҡырылған, һуңынан хеҙмәт итеү өсөн контракт төҙөгән. Яңыраҡ уның әсәһе хәрби часть командирынан рәхмәт хаты алып ҡыуанған.
«Хәрби бурыстарын намыҫлы үтәгән яҡташтарыбыҙ менән сикһеҙ ғорурланам. Яугирҙәрҙең барыһына ла сәләмәтлек, түҙемлек һәм көслө рух теләйем. Һеҙҙең иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуығыҙҙы көтәбеҙ», — тип билдәләне Наил Әбелғужин.
Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» программаһында ҡатнашыусыларҙы эшкә урынлаштырырға ҡушты 14.04.2026 // Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ
Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» программаһында ҡатнашыусыларҙы эшкә урынлаштырырға ҡушты...
Башҡортостандан ветеран-хәрби хәбәрселәр шифахана-курорттарҙа дауаланырға мөмкин 09.04.2026 // Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам сараларын ......
«Башҡорт» позывнойлы яугир дуҫтары менән МХО-ға киткән 08.04.2026 // Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ
«Башҡорт» позывнойлы яугир дуҫтары менән МХО-ға киткән...
Башҡортостан Башлығы Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамовты хөрмәтләп иҫкә алды 07.04.2026 // Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ
Бөгөн Асҡар ауылында Радий Хәбиров Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамовтың бюсына сәскәләр һалды. 2025 ......
Шаранда ялға ҡайтҡан яугир кәләш алған 07.04.2026 // Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ
Шаранда ялға ҡайтҡан яугир кәләш алған...
МХО яугиренең ғаиләһендә алтынсы сабый донъяға килгән 03.04.2026 // Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ
МХО яугиренең ғаиләһендә алтынсы сабый донъяға килгән...
МХО-ла ҡатнашыусы республикала автомобилгә газ тултырыу станцияһын асҡан 02.04.2026 // Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ
МХО-ла ҡатнашыусы республикала автомобилгә газ тултырыу станцияһын асҡан...
МХО ветераны Айҙар Шәйәхмәтов Башҡортостан хөкүмәте департаменты етәксеһе итеп тәғәйенләнде 01.04.2026 // Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ
МХО ветераны Айҙар Шәйәхмәтов Башҡортостан хөкүмәте департаменты етәксеһе итеп тәғәйенләнде...
Тотош уҡырға 12
Башҡортостан яугирҙәре ВСУ һалдаттарын әсиргә алған 31.03.2026 // Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ
Башҡортостан яугирҙәре ВСУ һалдаттарын әсиргә алған...
Башҡортостан яугире Замир Аҡсурин бер юлы 4 дронды атып төшөргән 27.03.2026 // Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ
Башҡортостан яугире Замир Аҡсурин бер юлы 4 дронды атып төшөргән...
Өфөлә МХО яугиренең ҡатыны иренә һәм уның иптәштәренә ярҙам итеүҙәрен һораған 27.03.2026 // Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ
Өфөлә МХО яугиренең ҡатыны иренә һәм уның иптәштәренә ярҙам итеүҙәрен һораған...
Яҡташыбыҙ ире артынан алғы һыҙыҡҡа юлланған 25.03.2026 // Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ
Яҡташыбыҙ ире артынан алғы һыҙыҡҡа юлланған...