Шаранда ялға ҡайтҡан яугир кәләш алған 07.04.2026 // Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ
Шаранда ялға ҡайтҡан яугир кәләш алған...
Бөгөн Асҡар ауылында Радий Хәбиров Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамовтың бюсына сәскәләр һалды. 2025 йылдың октябрендә әбйәлилдәр МХО барышында һәләк булған яҡташ яугиргә һәйкәл асты.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2022 йылдың 4 июлендә гвардия прапорщигы Тамерлан Илһамов етәкселегендәге зенит ракета-артиллерия батареяһының хәрби расчеты дошманға һауа разведкаһы алып барып, һауа оборонаһы буйынса хәрби дежурға сыға һәм ракетаға ҡаршы һуғыша башлай. Хәрби хеҙмәткәрҙең оҫта эш итеүе, ракета уты шарттарында ҡыйыулыҡ, батырлыҡ күрһәтеүе, шулай уҡ шәхси составҡа аҡыллы етәкселек итеүе хәрби расчетҡа дошмандың туғыҙ ракетаһын тар-мар итергә мөмкинлек бирә. Бөтә хәрби комплектты тотоноп, Тамерлан Илһамов позицияһын үҙгәртергә була, ошо мәлдә ике ракета зенит комплексына эләгә. Прапорщик яуҙаштары менән бергә һәләк була, ләкин улар, ғүмерҙәрен ҡорбан итеп, подразделениеның шәхси составын юғалтыуға юл ҡуймай. 2022 йылдың 13 июлендә тыуған яғы Әбйәлил районының Асҡар ауылында ерләнгән.
Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән ҡыйыулығы һәм батырлығы өсөн Тамерлан Илһамовҡа үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирелде. 2022 йылдың 1 авгусында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров геройҙың Алтын Йондоҙон уның ата-әсәһенә тапшырҙы. 2023 йылдың 1 сентябрендә Радий Хәбиров Әбйәлил районының Асҡар ауылында Таһир Күсимов исемендәге гимназияла булды һәм Рәсәй Геройы, гвардия прапорщигы Тамерлан Илһамов хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһында ҡатнашты. Асҡар ауылының бер урамы Тамерлан Илһамов исемен йөрөтә, гимназиянан тыш, Сибай институтында мемориаль таҡтаташ ҡуйылды. Геройҙың ҡаһарманлығы тураһында «Герои. Ключи от неба Тамерлана Ильгамова» документаль фильмы төшөрөлдө. Академик Расплетин исемендәге «Алмаз» ғилми-производствоһы берекмәһе радарына «Тамерлан Илһамов» исеме бирелде. «Рәсәй почтаһы» геройҙың портреты төшөрөлгән почта маркаһы сығарҙы.
Шаранда ялға ҡайтҡан яугир кәләш алған 07.04.2026 // Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ
Шаранда ялға ҡайтҡан яугир кәләш алған...
МХО яугиренең ғаиләһендә алтынсы сабый донъяға килгән 03.04.2026 // Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ
МХО яугиренең ғаиләһендә алтынсы сабый донъяға килгән...
МХО-ла ҡатнашыусы республикала автомобилгә газ тултырыу станцияһын асҡан 02.04.2026 // Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ
МХО-ла ҡатнашыусы республикала автомобилгә газ тултырыу станцияһын асҡан...
МХО ветераны Айҙар Шәйәхмәтов Башҡортостан хөкүмәте департаменты етәксеһе итеп тәғәйенләнде 01.04.2026 // Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ
МХО ветераны Айҙар Шәйәхмәтов Башҡортостан хөкүмәте департаменты етәксеһе итеп тәғәйенләнде...
Башҡортостан яугирҙәре ВСУ һалдаттарын әсиргә алған 31.03.2026 // Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ
Башҡортостан яугирҙәре ВСУ һалдаттарын әсиргә алған...
Башҡортостан яугире Замир Аҡсурин бер юлы 4 дронды атып төшөргән 27.03.2026 // Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ
Башҡортостан яугире Замир Аҡсурин бер юлы 4 дронды атып төшөргән...
Өфөлә МХО яугиренең ҡатыны иренә һәм уның иптәштәренә ярҙам итеүҙәрен һораған 27.03.2026 // Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ
Өфөлә МХО яугиренең ҡатыны иренә һәм уның иптәштәренә ярҙам итеүҙәрен һораған...
Яҡташыбыҙ ире артынан алғы һыҙыҡҡа юлланған 25.03.2026 // Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ
Яҡташыбыҙ ире артынан алғы һыҙыҡҡа юлланған...
Анна Цивилева һәм Радий Хәбиров МХО ветерандарына автомобиль асҡыстары тапшырҙы 24.03.2026 // Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ
Анна Цивилева һәм Радий Хәбиров МХО ветерандарына автомобиль асҡыстары тапшырҙы...
Республикала МХО-ла ҡатнашыусы «Әбйәлил яугире» миҙалы менән бүләкләнде 13.03.2026 // Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ
Республикала МХО-ла ҡатнашыусы «Әбйәлил яугире» миҙалы менән бүләкләнде...
Башҡортостанда йәшәүселәр яраланған яугирҙәргә бушлай барып ҡайтыу хоҡуғын алырға мөмкин 13.03.2026 // Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ
Рәсәйҙең Оборона министрлығы ошондай башланғыс менән сығыш яһаны....
Дәүләт Думаһында МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам саралары ҡарала 12.03.2026 // Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ
Дәүләт Думаһында МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам саралары ҡарала...