Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Уҡыу кәрәк. Тик нисегерәк?
Уҡыу кәрәк. Тик нисегерәк?Балаларға белем биреүҙә ҡасан да булһа һынылышҡа өлгәшелерме? Әллә мәғариф тәгәрмәсе бығаса яйға һалынған юлынан тәгәрәй бирерме? Һорауҙар күп, әммә Рәсәйҙә уны хәл итерҙәй түрәләр, мәғрифәтселәр күренмәй.
Аҡмулла, һинең рухыңа өндәшәм, сөнки башҡа сара ҡалманы. Арҡа терәр ил ағалары ла бөтөп бара. Һинең яныңа юлланалар. Донъялар үҙгәреп китте. Халыҡ тәгәрмәстәге тейен һымаҡ ул яҡҡа ла, был яҡҡа ла әйләнеп ҡарай. Файҙаһы бер тингә лә торошлоҡ итмәй. Теге донъяға киткән әруахтарҙың рухы бында ҡалған ҡан-ҡәрҙәштәренә ярҙам итә икән, тигән һүҙҙе ишеткән бар. Шуға ла, Аҡмулла, һинең рухыңа өндәшергә, тауыш бирергә, рухыңды саҡырырға баҙнат иттем. Аллаһ Тәғәлә ярлыҡай күрһен инде. Башҡорт теленә, туған телгә, Урал батыр теленә һин битараф булманың. Шуға ла “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!” тип бар донъяға, башҡорттар йәшәгән икһеҙ-сикһеҙ донъяға оран һалдың. Ул саҡырыуыңды халыҡ хәҙер ҙә теленән төшөрмәй. Шул йәшен булып йәшнәгән оранды ил түрәләре ҡолағына ла элмәй. Ни эшләргә беҙгә, ниндәй кәңәш-вәғәздәреңде әйтерһең, тип һиңә өндәшкән һын.

Ни өсөн дәүләт теленә иғтибар юҡ?

Башҡорт теле дәүләт теле тип иғлан ителгән икән, уны барлыҡ республика халҡы, барлыҡ мәктәптәр, юғары уҡыу йорттары, дәүләт органдары мотлаҡ белергә тейеш. Бөгөн башҡорт теле дәүләт теле сифатында ла, уҡыусыларҙың туған теле рәүешендә лә М.А. Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт гуманитар университетының Өфө филиалында (директоры — В.Я. Бабенко) өйрәнелә. Шулай уҡ Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының барлыҡ факультеттарында (ректоры — Р.М. Әсәҙуллин) башҡорт теле уҡытыла. Улар — мәсьәләне асыҡ күҙ алдына килтереүсе етәкселәр. Ҡаҙна аҡсаһын бушҡа алмайҙар. Рәхмәт һеҙгә, уҙамандар, арҙаҡлы шәхестәр!
Хәҙер килеп, Башҡорт дәүләт университетына күҙ һалайыҡ. Уны ғалимдар классик университет тип атаған була. Ә мин ҡомо ҡойолоп торған уҡыу йорто тип йөрөтәм. Подвалдағы китапханаға һыу үтә, күпме ҡиммәтле баҫма сереп юҡҡа сыға. Ярай, быныһы — хужаларҙың (ректораттың) яуаплылығында. Ошо университеттың Нефтекама, Сибай, Стәрлетамаҡ, Бөрө, Учалы филиалдары бар. Дәүләт телен (башҡорт телен) өйрәнеү ректораттың ике ятып бер төшөнә инмәй. Быны нисек аңларға? Әгәр башҡорт теле дәүләт теле сифатында өйрәнелһә, ҡулдарынан эш килерҙәй профессорҙарға, доценттарға эш урыны, ул ғына ла түгел, өҫтәмә эш хаҡы булыр ине.
Башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетындағы элекке башҡорт һәм дөйөм тел ғилеме кафедраһы яңырҙы. Хәҙер ул “Башҡорт тел ғилеме: этномәҙәни белем биреү” кафедраһы тип атала. Кафедраның йүнәлеше үҙгәргәс, уҡыу планы ла яңыртылырға тейеш ине. Әммә үҙгәреш булманы. Этномәҙәни белем биреү күп яңы предметтарҙы үҙ эсенә ала. Аңлаған кешегә, әлбиттә.
Минең уйымса, яңы кафедраның уҡыу планында түбәндәге предметтар булыуы мөмкин:
1. Башҡорт яҙмаһы тарихы;
2. Башҡорт теленең орфоэпияһы;
3. Орфография тарихы;
4. Башҡорт теленең топонимикаһы;
5. Лингвоэтно мәҙәниәт;
6. Этимология;
7. Башҡорт телендә ҡәрҙәшлек терминдары;
8. Хоҡуҡ терминдары;
9. Болғар, башҡорт, балҡар телдәренең ҡан-ҡәрҙәшлеге;
10. Орхон-йәнәсәй яҙмаһы — табындарҙың рухи мираҫы;
11. Башҡорт халҡының лингводидактик нигеҙҙәре;
12. Уҡыусы шәхесен үҫтереүҙең лингводидактик нигеҙҙәре;
13. Башҡорт шәжәрәһе;
14. Халҡыбыҙҙың лингвомифологияһы.
Быларҙы яңы уҡыу планына (ул булһа, әгәр) өҫтәмә рәүешендә яҙҙым. Бындай предметтар өйрәнелһә, студент донъяға, фән донъяһына икенсерәк ҡарай башлар ине. Юғиһә улар юғары уҡыу йортона Шәйехзада Бабичтың кем икәнен белмәй килеп инә, шулай уҡ белмәй сығып та китә. Отчеттарҙа ҡабартып күрһәтәләр, ғәмәлдә студенттарҙың белем сифаты түбән. Хәйер, түбән тип әйтеү ҙә ысын хәлде асып бирә алмаҫтыр. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк: түбәнгә тәгәрәү илдең барлыҡ хужалыҡ өлкәһендә лә күҙәтелә, тик күрмәмешкә һалышалар.
Мәғариф һәм фән — илде үҫтереүсе сара. Башҡорт теле дәүләт теле тип иғлан ителгән икән, ул барлыҡ уҡыу йорттарында өйрәнелергә тейеш. Ҡануниәт тикшерелмәй, ата-әсәләрҙең теләгенә лә ҡарамай, үтәлә.

Имтихан тирәләй бәхәстәр

БДИ тураһында бер ниндәй ҙә указ да, бойороҡ та юҡ. Ул — Фурсенконың үҙешмәкәрлегенән тороп ҡалған мираҫ. Бындай башбаштаҡлыҡ эргәһендә төрлө даирәлә (Дәүләт Думаһында, Президент хакимиәтендә, Хөкүмәт аппаратында, министрлыҡта, юғары уҡыу йорттарында, мәктәптәрҙә, халыҡ араһында) бәхәстәр ҡубып ҡына тора. БДИ — сит ил мәғарифының сүплегенән соҡоп сығарылған, иҫкергән дидактик берәмек. Шул БДИ арҡаһында коррупция, уҡыусыларҙың үҙ-үҙҙәренә ҡул һалыу осраҡтары тураһында ишетелеп тора. Был дидактик сараның төп әрәсәһе — бөтә Рәсәй уҡытыусыларының белемен тигеҙләргә тырышыу. Төп хата, төп бәлә бына шунда ла. Белемде тигеҙләү — мөмкин булмаған хәл. Әгәр уҡыусыларҙың белем кимәлен БДИ бизмәненә һалып үлсәһәк, буласаҡ Ломоносовты, Менделеевты, Мичуринды, Королевты, Рудольф Нуриевты һәм башҡаларҙы үҫтереп булмаясаҡ. Был — аксиома. Баланың үҙ аҡылы, һәләте, маҡсаты, бурысы, донъяға ҡарашы бар ҙаһа! Уҡыусыларҙың үҙаллы фекерләү рәүешен боҙоу — енәйәт. Балаға белем биреү фәнни кимәлдә ойошторолмай. Уның төп сығанаҡтары, йәғни дидактика, психология, философия, педагогика мәктәптән ситләшә башланы. Был фәндәр — уҡыусының үҙаллы үҫешенә юл асыусы шишмәләр.
Рәсәйҙә бөтә нәмәне тигеҙләү сәйәсәте тамыр йәйә. Бының сағыу миҫалы — Берҙәм дәүләт имтиханы. Баланың белем алыу кимәлен тигеҙләү, бер ҡалыпҡа һалыу, стандартлаштырыу — танып-белеү теорияһын, методологияһын һанға һуҡмау ул. Уҡыусы психологияһының үҫеш мөмкинлектәренә күҙ йомабыҙ һымаҡ. Шуғалыр ҙа, бәлки, дауалау маҡсатындағы ҡатмарлы операциялар сит илдә яһала, сифатлы дарыу сит илдә етештерелә, яңы фәнни асыштар, ҡаҙаныштар ҙа сит илдә генә күҙәтелә. Рәсәй шарттарында ҡасан ана шундай һынылыштар булыр икән? Замандарҙың заңы үҙгәреп тора, ә саңы күҙҙе томалай. Шул саңды ҡағып төшөрөп булмаймы? Булыр ине лә, әммә кеше әҙәмсә уйлана белмәй.
Рәсәйгә белемле шәхестәр кәрәк, тиҙәр. Ә белем ҡайҙан башлана? Әлбиттә, уйланыуҙан. Уй — ул фекер, эске телмәр, донъя картинаһына үҙенсәлекле ҡараш. Бына ошо рухи асылға өйрәтелмәй бала. Компьютер, Интернет, туҙға яҙмаған төрлө тестар уҡыусының үҙаллы аҡыл үҫешен тотҡарлай. Был күренеш мәғариф һәм фән өлкәһендә енәйәт тип баһаланырға тейеш, минеңсә.
Бөгөнгө мәктәптәрҙә уҡыу эшмәкәрлеге юҡ дәрәжәһендә. Дәрес тигән дидактик күренеш тә юҡҡа сыға бара һымаҡ. Башҡорт гимназияларында (улар республикала илленән ашыу) асыҡ дәрес, өлгө дәрес үткәрерлек кластар ҙа юҡ. Быны нисек аңларға? Башҡортостанда шундай кластар булмаһынсы әле? Беҙ ҡайҙа барабыҙ? Был һорау мәғариф етәкселәренә бирелә.

БДИ бөтөрөлөргә тейеш

Һәр юғары уҡыу йорто үҙенә лайыҡ абитуриентты, белеменә ҡарап, үҙе һайлап алырға хоҡуҡлы. Был — уларҙың быуындан быуынға күсеп килгән үҙ ҡануны. Быны бер закондың, бер бойороҡтоң да үҙгәртә алғаны юҡ. Үҙгәртә алмаясаҡ та. Бары тик үҙаллы эшмәкәрлек етешмәй вуз етәкселәренә. Шуның арҡаһында бөгөн БДУ-ның Нефтекама филиалында башҡорт бүлегенә студенттар ҡабул ителмәй. Ә филиал ни өсөн асылды һуң? Шул төбәк мәктәптәренә тәғәйен башҡорт теле уҡытыусыларын әҙерләү маҡсатында түгелме ни? Мотлаҡ шуның өсөн асылды, университеттың филиалы булараҡ. Хәҙер иһә БДИ һылтауы менән БДУ-ның Нефтекама филиалында башҡорт бүлеге ябылды.
БДИ — уҡыусы баланы үҙаллы үҫтермәй торған сара. Шуны йәмәғәтселек тә, ата-әсә лә, уҡытыусылар ҙа аңларға тейеш.

Дәреслектәр дәрес бирерлекме?

Ижади эшләгән уҡытыусы өсөн һәр дәреслек ыңғай һөҙөмтә бирә, әммә бөгөнгө мәктәптәрҙә тик бер милләт вәкиленән торған класс юҡ. Ҡайһы дәрескә инһәң дә, төрлө милләт балаларына юлығаһың. Шулай булғас, теге йәки был предметтан уларҙың белем кимәле лә төрлөсә. Мәҫәлән, башҡорт телен ниндәй дәрәжәлә белеүҙәренә күҙ һалайыҡ. Берәүҙәре әсә телендә һәйбәт аралаша, ҡайһылары икмәк-тоҙлоҡ ҡына белә. Күпселеге өсөн был предмет сит тел һымаҡ. Ошондай шарттарҙа ижади эшләгән уҡытыусы ла аптырап ҡала. Тимәк, белем сифаты тураһында ниндәй ҙә булһа һүҙ алып барыу мөмкинме?
Уҡытыусы иң элек башҡортса белмәгәндәргә иғтибарын бүлә. Һанаулы ғына дәрес ваҡытының күп өлөшө ана шулар менән үтә. Башҡортса белгән ҡайһы бер уҡыусылар дәрескә йәлеп ителмәй. Икмәк-тоҙлоҡ белгән балалар ҙа үҙ шөғөлдәре менән мәшғүл. Беҙ башҡорт гимназияһы тураһында һүҙ алып барабыҙ. Бында башҡорт мәктәптәре өсөн сығарылған дәреслектәрҙе файҙаланалар. Дәреслек ҡатмарлы, хатта саф башҡорт балалары өсөн дә. Текстарҙағы һөйләмдәр оҙон, уларға ҡарата бирелгән һорауҙар һәм биремдәр баланы уйландырмай. Был бөтә төр дәреслектәргә лә ҡағыла. Теле урыҫса асылған бала бер һүҙҙе дөрөҫ әйтеп ысҡындырһа ла, уҡытыусы: “Афарин, “5” һиңә!” — ти. Ә башҡортса һәйбәт белгән уҡыусыла уҡытыусының эше лә юҡ. Бына шуның өсөн дә бала мәктәптән биҙә башлай.
Дәреслектәр тураһында айырым һөйләшеүҙәр булыр. Әммә ҡатнаш милләтле кластарҙы дауам итеүсе һәм башлап өйрәнеүсе төркөмдәргә бүлеү мотлаҡ. Бала яҙмышы менән шаярырға ярамай.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Батырхан
    Батырхан от 13.12.2013, 16:18
    Хөрмәтле Рафаэль әфәнде!Мәғариф өлкәһендә һеҙҙең кеүек төплө фекер йөрөтөп яҙыусы бүтән ғалим юҡ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Һеҙгә рәхмәт. Мәғариф буйынса министр кәңәшсеһе йә мәғариф буйынса президент кәңәшсеһе булһағыҙ , күпме яҡшы эш эшләнер ине !

  2. Гөлшат Хажиева
    Гөлшат Хажиева от 15.12.2013, 21:36
    Тап шулай)))бөтә мәғариф системаһын баштан аяҡ килтерҙеләр(((

  3. Вагида
    Вагида от 10.01.2014, 15:52
    Рафаэль Ғәйнетдинович!Берәй тел белергә ынтылған, тел өсөн янған, йәшерәк студент йә аспирантты үҙ артығыҙҙан эйәртһәгеҙ ине - һеҙҙең идеяларҙы дауам итер ине, еренә еркерер ине. бер генә түгел, бер төркөм йәштәрҙе шул юлға туралаҙағы ине. беҙҙең мәғарифта, гәзит-хурналдарҙа әҙәбиәткә иғтибар күберәк бүленә, ә бит телһеҙ әҙәбиәттең кәрәге ҡалмай. тел тураһында ниндәй гәзиттә, хурналда фекер алышып була? тел тураҙында ҡайҙа киңәйтеп була? шул уҡ топонимика тураһында ҡайҙан уҡырға? йә википедиябыҙға күмәкләп тотонмайбыҙ. башҡ уҡыт журналының ғына мөмкинлектәре бик әҙ.






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 059

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 579

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 780

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 605

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 461

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 417

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 673

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 409

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 575