Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Кеше яҙмышын ҡайғыртып

Рәсәйҙә 2012 йылдан “Ауыл табибы” программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла.

Йәш белгестәр юғары медицина уҡыу йорттарын тамамлап, ҡулдарына диплом алғандан һуң төпкөл ауылдарға эшкә бара. Уларға бер миллион һум күләмендә матди ярҙам да күрһәтелә. Әммә ҡайһылары үҙ теләге буйынса районға йә булмаһа бәләкәй ҡалаларға эшкә юллана.

Башҡортостан дәүләт медицина универ­ситетының педиатрия факультетын тамам­лаған Таңсулпан Ишембәтова, мәҫәлән, үҙәк район дауаханаһына 2018 йылда үҙ теләге менән эшкә килгән. Ҡабыҡҡыуыш ауылы ҡыҙы өлкән кластарҙа уҡығанда уҡ ниндәй һөнәр һайлаясағын яҡшы белә. Тырыш ҡыҙ ауылында етенсе класты тамамлағандан һуң, баш ҡаланың Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында уҡыуын дауам итә. Ошо мәктәптә уҡыған сағында Таңсулпан медицина класында ныҡлап шөғөлләнә, киләсәктә яҙмышын кеше һаулығын һаҡлауға бағышларға теләй. Гимназияны уңышлы тамамлап, документтарын Башҡортостан дәүләт медицина университетының педиатрия факультетына тапшыра. 2018 йылда уны тамамлай һәм Стәрлебаш районына эшкә ҡайта.

— Мин ошо районда тыуғанмын, шуға ла башҡа район-ҡалаларҙы һайламай, нәҡ үҙем тәүләп тәпәй баҫҡан яғымды һайланым, — ти Таңсулпан Солтәнбәк ҡыҙы. – Бергә эшләгән коллегаларым да яҡшы мөнәсәбәттә, тәүге мәлдә улар миңә һәр яҡлап ярҙам күрһәтте.

Әйткәндәй, йәш белгескә район үҙәк дауаханаһы уңайлы һәм иркен фатир ҙа бүлгән. Тимәк, уға матур итеп эшләргә генә ҡала.


Автор: Самат ҒӘЛИН Район: Стәрлебаш районы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 1

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 1

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы 16.06.2026 // Йәмғиәт

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде
Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 2

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан...

Тотош уҡырға 0

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы 15.06.2026 // Йәмғиәт

«Медиалогия» компанияһы 2026 йылдың I кварталы өсөн Башҡортостан медиаресурстары рейтингын ......

Тотош уҡырға 1

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла...

Тотош уҡырға 0

11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә

Комментарий өҫтәргә