Рәсәйҙә 2012 йылдан “Ауыл табибы” программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла.
Йәш белгестәр юғары медицина уҡыу йорттарын тамамлап, ҡулдарына диплом алғандан һуң төпкөл ауылдарға эшкә бара. Уларға бер миллион һум күләмендә матди ярҙам да күрһәтелә. Әммә ҡайһылары үҙ теләге буйынса районға йә булмаһа бәләкәй ҡалаларға эшкә юллана.
Башҡортостан дәүләт медицина университетының педиатрия факультетын тамамлаған Таңсулпан Ишембәтова, мәҫәлән, үҙәк район дауаханаһына 2018 йылда үҙ теләге менән эшкә килгән. Ҡабыҡҡыуыш ауылы ҡыҙы өлкән кластарҙа уҡығанда уҡ ниндәй һөнәр һайлаясағын яҡшы белә. Тырыш ҡыҙ ауылында етенсе класты тамамлағандан һуң, баш ҡаланың Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында уҡыуын дауам итә. Ошо мәктәптә уҡыған сағында Таңсулпан медицина класында ныҡлап шөғөлләнә, киләсәктә яҙмышын кеше һаулығын һаҡлауға бағышларға теләй. Гимназияны уңышлы тамамлап, документтарын Башҡортостан дәүләт медицина университетының педиатрия факультетына тапшыра. 2018 йылда уны тамамлай һәм Стәрлебаш районына эшкә ҡайта.
— Мин ошо районда тыуғанмын, шуға ла башҡа район-ҡалаларҙы һайламай, нәҡ үҙем тәүләп тәпәй баҫҡан яғымды һайланым, — ти Таңсулпан Солтәнбәк ҡыҙы. – Бергә эшләгән коллегаларым да яҡшы мөнәсәбәттә, тәүге мәлдә улар миңә һәр яҡлап ярҙам күрһәтте.
Әйткәндәй, йәш белгескә район үҙәк дауаханаһы уңайлы һәм иркен фатир ҙа бүлгән. Тимәк, уға матур итеп эшләргә генә ҡала.