Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Күмертауҙарҙың уртаҡлашыр тәжрибәһе мул
Әле, билдәле булыуынса, V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерлек маҡсатында республика төбәктәрендә ултырыштар, осрашыуҙар уҙғарыла.

Бөгөн, мәҫәлән, Күмертау ҡалаһы башҡорттарының IX съезы үтте, унда 28-29 июндә үтәсәк мөһим сараға өс делегат һайланды. Ултырышта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин да ҡатнашты.

Сараны асып, Күмертау ҡалаһы хакимиәте башлығы Борис Беляев сығыш яһаны. Унан урындағы милли ойошма рәйесе Әлфиә Шәмиғолова башҡарылған эштәргә иң байҡау яһаны.

Ҡала халҡының 14 проценты ғына башҡорттар булыуға ҡарамаҫтан, улар телебеҙҙе һаҡлау һәм үҫтереүгә ғәйәт күп көс һала. Араларында М. Исҡужин исемендәге 13-сө башланғыс мәктәп директоры Әнисә Түләгәнова, Республика политехник лицей-интернаты етәксеһе Римма Ғөбәйҙуллина, ҡоролтай рәйесе Әлфиә Шәмиғолова айырыуса ҙур тырышлыҡ күрһәтә, тип билдәләне сығыш яһаусылар.

Һөйөнөрлөк миҫалдар байтаҡ. Мәҫәлән, һуңғы осорҙа ҡаланың балалар баҡсаларында өс башҡорт төркөмө асылған. М. Исҡужин исемендәге 13-сө мәктәпкә беркетелеп, белем һәм тәрбиәне башҡорт телендә биреү маҡсаты ҡуйылған “Азамат” балалар баҡсаһы тулы ҡеүәттә эшләй башлаясаҡ.

“Алтын балыҡ” мәктәпкәсә мәғариф учреждениеһында иһә башҡорт телен өйрәнеү курстары асылған. Бындай дәрестәрҙе “Бәйләнештә” социаль селтәрендә асылған айырым биттә лә алыу мөмкинлеген тыуҙырғандар. Ҡала эшҡыуарҙарының башҡорт балалар баҡсаларын һәм төркөмдәрен шефлыҡҡа алыуы ла – күптәргә өлгө.

Бындағы мәктәпкәсә мәғариф учреждениеларына ҡағылған тағы бер үҙенсәлекле яңылыҡ бар. Ҡала хакимиәте башлығы Борис Беляев Татарстанға барып, балалар баҡсаларында туған телде уҡытыу тәжрибәһен өйрәнеп ҡайтҡан. Ошо нигеҙҙә меценаттар ярҙамында китаптар нәшер ителгән. Методикаһы ябай, ҡыҙыҡлы. Әсбап буйынса бала баҡсанан кәмендә 300 һүҙ белеп сығырға, башҡортса иркен аралашырға тейеш.

– Был тәжрибә башҡаларҙа ла ҡыҙыҡһыныу уятыр, моғайын. Уны ныҡлы өйрәнеп, республикаға таратырға кәрәктер тип уйлайым, – тине Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин.


Автор: Рәмилә МУСИНА. Фото: Данир Ғәйнуллиндың “Бәйләнешә”ге сәхифәһенән.
Район: Күмертау ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Республикала ял көндәрендә бер аҙ ямғыр яуыуы һәм йәшен йәшнәүе көтөлә

Республикала ял көндәрендә бер аҙ ямғыр яуыуы һәм йәшен йәшнәүе көтөлә 19.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ял көндәрендә бер аҙ ямғыр яуыуы һәм йәшен йәшнәүе көтөлә...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк

Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк 18.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк...

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров баш табиптарға 21 ашығыс медицина ярҙамы автомобиле асҡысын тапшырҙы
Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола 18.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола...

Тотош уҡырға 1

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән 17.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө районы Бурцев ауылының Фестиваль урамында юл тәртипкә килтерелгән, тип хәбәр итә ......

Тотош уҡырға 2

Яҡташыбыҙҙың балаһына 1 миллионға яҡын бурысы йыйылған
V Медиафорумда республика  киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде

V Медиафорумда республика киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде 17.06.2026 // Йәмғиәт

Бүләкләү тантанаһы Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе Медиайыйын барышынды уҙҙы....

Тотош уҡырға 7

Башҡортостанда Иҙрисовтар бишенсе тапҡыр атай-әсәй булған
Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә 17.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 1

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә