Әле, билдәле булыуынса, V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерлек маҡсатында республика төбәктәрендә ултырыштар, осрашыуҙар уҙғарыла.Бөгөн, мәҫәлән, Күмертау ҡалаһы башҡорттарының IX съезы үтте, унда 28-29 июндә үтәсәк мөһим сараға өс делегат һайланды. Ултырышта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин да ҡатнашты.
Сараны асып, Күмертау ҡалаһы хакимиәте башлығы Борис Беляев сығыш яһаны. Унан урындағы милли ойошма рәйесе Әлфиә Шәмиғолова башҡарылған эштәргә иң байҡау яһаны.
Ҡала халҡының 14 проценты ғына башҡорттар булыуға ҡарамаҫтан, улар телебеҙҙе һаҡлау һәм үҫтереүгә ғәйәт күп көс һала. Араларында М. Исҡужин исемендәге 13-сө башланғыс мәктәп директоры Әнисә Түләгәнова, Республика политехник лицей-интернаты етәксеһе Римма Ғөбәйҙуллина, ҡоролтай рәйесе Әлфиә Шәмиғолова айырыуса ҙур тырышлыҡ күрһәтә, тип билдәләне сығыш яһаусылар.
Һөйөнөрлөк миҫалдар байтаҡ. Мәҫәлән, һуңғы осорҙа ҡаланың балалар баҡсаларында өс башҡорт төркөмө асылған. М. Исҡужин исемендәге 13-сө мәктәпкә беркетелеп, белем һәм тәрбиәне башҡорт телендә биреү маҡсаты ҡуйылған “Азамат” балалар баҡсаһы тулы ҡеүәттә эшләй башлаясаҡ.
“Алтын балыҡ” мәктәпкәсә мәғариф учреждениеһында иһә башҡорт телен өйрәнеү курстары асылған. Бындай дәрестәрҙе “Бәйләнештә” социаль селтәрендә асылған айырым биттә лә алыу мөмкинлеген тыуҙырғандар. Ҡала эшҡыуарҙарының башҡорт балалар баҡсаларын һәм төркөмдәрен шефлыҡҡа алыуы ла – күптәргә өлгө.
Бындағы мәктәпкәсә мәғариф учреждениеларына ҡағылған тағы бер үҙенсәлекле яңылыҡ бар. Ҡала хакимиәте башлығы Борис Беляев Татарстанға барып, балалар баҡсаларында туған телде уҡытыу тәжрибәһен өйрәнеп ҡайтҡан. Ошо нигеҙҙә меценаттар ярҙамында китаптар нәшер ителгән. Методикаһы ябай, ҡыҙыҡлы. Әсбап буйынса бала баҡсанан кәмендә 300 һүҙ белеп сығырға, башҡортса иркен аралашырға тейеш.
– Был тәжрибә башҡаларҙа ла ҡыҙыҡһыныу уятыр, моғайын. Уны ныҡлы өйрәнеп, республикаға таратырға кәрәктер тип уйлайым, – тине Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин.