Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Фермерҙар ярҙамһыҙ ҡалмаясаҡ
Фермерҙар ярҙамһыҙ ҡалмаясаҡ2012 йыл Башҡортостан агросәнәғәтселәре өсөн еңел булманы. Йәй башынан уҡ ауыл хужалығы культуралары үҫеше өсөн тупраҡта дым етмәне, һауа температураһы ошо осор өсөн ғәҙәттәгенән юғары булды. Башҡортостан Рәсәйҙең ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгән 20 төбәге исемлегенә индерелде. Әммә ауыл эшсәндәренең тырышлығы менән афәтте еңеп сыҡтыҡ, матур ғына уңыш алыуға өлгәштек. Ашлыҡтың тулайым йыйымы 2 миллион тоннанан ашып китте.

Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары һәм ауыл хужалығы кооперативтары ассоциацияһының XXIV конференцияһын асып, республиканың ауыл хужалығы министры Николай Коваленко 2012 йыл йомғаҡтарына байҡау яһаны. Ул сығышында шулай уҡ фермер хужалыҡтарын үҫтереү, уларға дәүләт ярҙамы күрһәтеү тураһында ла әйтеп үтте.
– Республикала бөгөн 4,8 меңгә яҡын крәҫтиән хужалығы һәм шәхси эшҡыуар иҫәпләнә. Әлеге категориялағы хужалыҡтар өсөн дүрт өҫтәмә программа эшләй, уларҙың барыһы ла фермерлыҡ хәрәкәтен йәнләндереүгә ярҙам булып тора, – тине Николай Анатольевич. – Хөкүмәт аграр хужалыҡтарға ғына түгел, ауылда нимә булһа ла етештереү маҡсаты менән үҙ шөғөлөн асыусы фермерға ла һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә әҙер.
Фермерҙар ярҙамһыҙ ҡалмаясаҡӘйткәндәй, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары бөгөн 583 мең гектар ерҙе файҙалана. Хужалыҡтарҙа 94 мең баш һыйыр малы, 22 мең баш сусҡа, 83 мең баш һарыҡ һәм 23 мең баш йылҡы малы аҫрала. 2012 йылда, мәҫәлән, фермерҙар 18 мең тонна ит, 91 мең тонна һөт, 941 тонна бал етештергән.
Башҡортостан Рәсәйҙә һөт етештереү буйынса алдынғылыҡты ҡайтарҙы. "Һөт иле" Бөтә Рәсәй фестиваленең республикала традицион үткәрелеүе лә шуны раҫлай. Республикала агросәнәғәт тармағын үҫтереү буйынса дәүләт программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла. Фермер хужалыҡтарға федераль бюджеттан 840 миллион һумға яҡын, шул иҫәптән республика бюджетынан 440 миллион һум аҡса бүленгән.
Башҡортостанда крәҫтиән хужалыҡтарын яҡлау буйынса бер нисә республика маҡсатлы программаһы уңышлы эшләй. Яңы ғына үҙ эшен башлаусы фермерҙарға ярҙам йөҙөнән, мәҫәлән, 81 миллион һум аҡса тотонолған. Бынан тыш, "Ғаилә һөт малсылығы фермаларын үҫтереү" программаһы буйынса 23 райондан 34 фермер аҡсалата ярҙам алыуға өлгәшкән.
Конференцияла Дәүләкән районынан крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Илфат Муллагилдин сығыш яһаны. Ул бөгөнгө фермерға ҡыҫҡаса характеристика бирҙе, эш барышында килеп тыуған ҡайһы бер көнүҙәк мәсьәләләр тураһында һөйләне. Илфат Билал улы, киләсәккә уй-хыялдары менән таныштырып, республика Хөкүмәтенә, Ауыл хужалығы министрлығына һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙғандары өсөн рәхмәт һүҙен еткерҙе.


Автор: Самат Ғәлин


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......

Тотош уҡырға 0

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт

Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......

Тотош уҡырға 0

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 0

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 28.07.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте 14.07.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта 14 июлдә Өфө ҡалаһы округы советының сираттан тыш 65-се ултырышында ҡала советы рәйесе ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк» 13.07.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне 13.07.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ......

Тотош уҡырға 0

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

9 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе Өфө хосписының тыуған ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә