2012 йыл Башҡортостан агросәнәғәтселәре өсөн еңел булманы. Йәй башынан уҡ ауыл хужалығы культуралары үҫеше өсөн тупраҡта дым етмәне, һауа температураһы ошо осор өсөн ғәҙәттәгенән юғары булды. Башҡортостан Рәсәйҙең ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгән 20 төбәге исемлегенә индерелде. Әммә ауыл эшсәндәренең тырышлығы менән афәтте еңеп сыҡтыҡ, матур ғына уңыш алыуға өлгәштек. Ашлыҡтың тулайым йыйымы 2 миллион тоннанан ашып китте.
Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары һәм ауыл хужалығы кооперативтары ассоциацияһының XXIV конференцияһын асып, республиканың ауыл хужалығы министры Николай Коваленко 2012 йыл йомғаҡтарына байҡау яһаны. Ул сығышында шулай уҡ фермер хужалыҡтарын үҫтереү, уларға дәүләт ярҙамы күрһәтеү тураһында ла әйтеп үтте.
– Республикала бөгөн 4,8 меңгә яҡын крәҫтиән хужалығы һәм шәхси эшҡыуар иҫәпләнә. Әлеге категориялағы хужалыҡтар өсөн дүрт өҫтәмә программа эшләй, уларҙың барыһы ла фермерлыҡ хәрәкәтен йәнләндереүгә ярҙам булып тора, – тине Николай Анатольевич. – Хөкүмәт аграр хужалыҡтарға ғына түгел, ауылда нимә булһа ла етештереү маҡсаты менән үҙ шөғөлөн асыусы фермерға ла һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә әҙер.
Әйткәндәй, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары бөгөн 583 мең гектар ерҙе файҙалана. Хужалыҡтарҙа 94 мең баш һыйыр малы, 22 мең баш сусҡа, 83 мең баш һарыҡ һәм 23 мең баш йылҡы малы аҫрала. 2012 йылда, мәҫәлән, фермерҙар 18 мең тонна ит, 91 мең тонна һөт, 941 тонна бал етештергән.
Башҡортостан Рәсәйҙә һөт етештереү буйынса алдынғылыҡты ҡайтарҙы. "Һөт иле" Бөтә Рәсәй фестиваленең республикала традицион үткәрелеүе лә шуны раҫлай. Республикала агросәнәғәт тармағын үҫтереү буйынса дәүләт программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла. Фермер хужалыҡтарға федераль бюджеттан 840 миллион һумға яҡын, шул иҫәптән республика бюджетынан 440 миллион һум аҡса бүленгән.
Башҡортостанда крәҫтиән хужалыҡтарын яҡлау буйынса бер нисә республика маҡсатлы программаһы уңышлы эшләй. Яңы ғына үҙ эшен башлаусы фермерҙарға ярҙам йөҙөнән, мәҫәлән, 81 миллион һум аҡса тотонолған. Бынан тыш, "Ғаилә һөт малсылығы фермаларын үҫтереү" программаһы буйынса 23 райондан 34 фермер аҡсалата ярҙам алыуға өлгәшкән.
Конференцияла Дәүләкән районынан крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Илфат Муллагилдин сығыш яһаны. Ул бөгөнгө фермерға ҡыҫҡаса характеристика бирҙе, эш барышында килеп тыуған ҡайһы бер көнүҙәк мәсьәләләр тураһында һөйләне. Илфат Билал улы, киләсәккә уй-хыялдары менән таныштырып, республика Хөкүмәтенә, Ауыл хужалығы министрлығына һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙғандары өсөн рәхмәт һүҙен еткерҙе.