Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Юрист кәңәштәре
Дуҫтар! Һеҙҙе борсоған һорауҙарға танылған юрист Таһир МАНСУРОВ яуап бирә. Уға мөрәжәғәт итеү өсөн һорау@mail.ru электрон адресына хат яҙып ебәрергә йәки телефон аша редакцияның дәүләт һәм хоҡуҡ бүлегенә (272-35-20) шылтыратырға мөмкин.

Айырылһа, дәғүә итә алмай


— Яңғыҙ сағымда үҙемә фатир һатып алғайным. Әле кейәүгә сығырға йыйынам. Әгәр буласаҡ иремде фатирымда теркәтһәм, айырылышҡан хәлдә, ул минең торлағыма дәғүә итә аласаҡмы?
Гөлшат, Сибай ҡалаһы.


— Рәсәйҙең Ғаилә кодексындағы 36-сы статьяға ярашлы, рәсми никахҡа тиклем алынған күсемһеҙ милек, шулай уҡ никах ваҡытында ғаилә ағзаларының береһенә мираҫ тәртибендә бүләк ителгән һәм башҡа түләүһеҙ юлдар менән ҡалдырылған милек уныҡы ғына иҫәпләнә. Шулай итеп, ирегеҙҙе фатирығыҙҙа теркәтһәгеҙ ҙә, айырылышҡан хәлдә, ул һеҙҙең торлаҡ майҙанына дәғүә итә алмаясаҡ. Кодекстың 31-се статьяһына ярашлы, ғаилә тарҡалған осраҡта, был хаҡта үҙ-ара килешеү төҙөлмәгән булһа, ирегеҙҙең һеҙҙең янда йәшәү хоҡуғы һаҡланмай. Һеҙ, судҡа мөрәжәғәт итеп, уны фатирығыҙҙан сығара алаһығыҙ.

Ҡыҙығыҙ өлөшһөҙ ҡала

— Ирем менән утыҙ йыл самаһы бергә йәшәгәндән һуң айырылышырға булдыҡ. Хәҙер икәүләп ғүмер буйы туплаған милекте бүлешергә йыйынабыҙ. Беҙҙең 20 йәшлек ҡыҙыбыҙҙың мөлкәткә хоҡуғы бармы?
Мәрйәм,
Көйөргәҙе районы.


— Һеҙ ир менән ҡатын булараҡ икәүләп туплаған милекте ҡап уртаға бүлергә тейешһегеҙ. Ҡыҙығыҙ иһә был милеккә васыятнамә нигеҙендә генә дәғүә итә ала.

Олатай яҡын туған буламы?

— Фатирҙы бүләк итеп ҡалдырыу иң уңайлы һәм ҡулай юл икәнлеген беләбеҙ. Яҡын туғандар араһында милек бүләк иткәндә һалым түләнмәй, шуға һорау тыуҙы: олатай ейәнсәре өсөн кем булып иҫәпләнә? Яҡын туғанмы, әллә алыҫмы? Олатаһы фатирын бүләк итһә, һалым түләү кәрәкме?
Гүзәл, Ишембай ҡалаһы.


— Рәсәй Һалым кодексының 217-cе статьяһына (18.1-се бүлек) ярашлы, бүләк итеүсе һәм бүләкте алыусы ғаилә ағзалары йәки яҡын туғандар булған осраҡта, килемгә һалым һалынмай. Рәсәйҙең Ғаилә кодексы буйынса, ирле-ҡатынлы, ата-әсә һәм балалар, шул иҫәптән уллыҡҡа алыусы һәм алыныусылар, олатай-өләсәй һәм ейәндәр, тулы һәм тулы булмаған туғандар (бер ата йәки бер әсә балалары), ағалы-һеңлеләр яҡын туғандар булып иҫәпләнә. Тимәк, олатаһы ейәнсәренә яҡын туған, һәм милек бүләк иткәндә һалым алынмай.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......

Тотош уҡырға 0

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт

Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......

Тотош уҡырға 0

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 0

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 28.07.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте 14.07.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта 14 июлдә Өфө ҡалаһы округы советының сираттан тыш 65-се ултырышында ҡала советы рәйесе ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк» 13.07.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне 13.07.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ......

Тотош уҡырға 0

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

9 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе Өфө хосписының тыуған ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә