Дуҫтар! Һеҙҙе борсоған һорауҙарға танылған юрист Таһир МАНСУРОВ яуап бирә. Уға мөрәжәғәт итеү өсөн һорау@mail.ru электрон адресына хат яҙып ебәрергә йәки телефон аша редакцияның дәүләт һәм хоҡуҡ бүлегенә (272-35-20) шылтыратырға мөмкин.
Айырылһа, дәғүә итә алмай— Яңғыҙ сағымда үҙемә фатир һатып алғайным. Әле кейәүгә сығырға йыйынам. Әгәр буласаҡ иремде фатирымда теркәтһәм, айырылышҡан хәлдә, ул минең торлағыма дәғүә итә аласаҡмы?
Гөлшат, Сибай ҡалаһы.
— Рәсәйҙең Ғаилә кодексындағы 36-сы статьяға ярашлы, рәсми никахҡа тиклем алынған күсемһеҙ милек, шулай уҡ никах ваҡытында ғаилә ағзаларының береһенә мираҫ тәртибендә бүләк ителгән һәм башҡа түләүһеҙ юлдар менән ҡалдырылған милек уныҡы ғына иҫәпләнә. Шулай итеп, ирегеҙҙе фатирығыҙҙа теркәтһәгеҙ ҙә, айырылышҡан хәлдә, ул һеҙҙең торлаҡ майҙанына дәғүә итә алмаясаҡ. Кодекстың 31-се статьяһына ярашлы, ғаилә тарҡалған осраҡта, был хаҡта үҙ-ара килешеү төҙөлмәгән булһа, ирегеҙҙең һеҙҙең янда йәшәү хоҡуғы һаҡланмай. Һеҙ, судҡа мөрәжәғәт итеп, уны фатирығыҙҙан сығара алаһығыҙ.
Ҡыҙығыҙ өлөшһөҙ ҡала— Ирем менән утыҙ йыл самаһы бергә йәшәгәндән һуң айырылышырға булдыҡ. Хәҙер икәүләп ғүмер буйы туплаған милекте бүлешергә йыйынабыҙ. Беҙҙең 20 йәшлек ҡыҙыбыҙҙың мөлкәткә хоҡуғы бармы?
Мәрйәм,
Көйөргәҙе районы.
— Һеҙ ир менән ҡатын булараҡ икәүләп туплаған милекте ҡап уртаға бүлергә тейешһегеҙ. Ҡыҙығыҙ иһә был милеккә васыятнамә нигеҙендә генә дәғүә итә ала.
Олатай яҡын туған буламы?— Фатирҙы бүләк итеп ҡалдырыу иң уңайлы һәм ҡулай юл икәнлеген беләбеҙ. Яҡын туғандар араһында милек бүләк иткәндә һалым түләнмәй, шуға һорау тыуҙы: олатай ейәнсәре өсөн кем булып иҫәпләнә? Яҡын туғанмы, әллә алыҫмы? Олатаһы фатирын бүләк итһә, һалым түләү кәрәкме?
Гүзәл, Ишембай ҡалаһы.
— Рәсәй Һалым кодексының 217-cе статьяһына (18.1-се бүлек) ярашлы, бүләк итеүсе һәм бүләкте алыусы ғаилә ағзалары йәки яҡын туғандар булған осраҡта, килемгә һалым һалынмай. Рәсәйҙең Ғаилә кодексы буйынса, ирле-ҡатынлы, ата-әсә һәм балалар, шул иҫәптән уллыҡҡа алыусы һәм алыныусылар, олатай-өләсәй һәм ейәндәр, тулы һәм тулы булмаған туғандар (бер ата йәки бер әсә балалары), ағалы-һеңлеләр яҡын туғандар булып иҫәпләнә. Тимәк, олатаһы ейәнсәренә яҡын туған, һәм милек бүләк иткәндә һалым алынмай.