Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Юрист кәңәштәре
Дуҫтар! Һеҙҙе борсоған һорауҙарға танылған юрист Таһир МАНСУРОВ яуап бирә. Уға мөрәжәғәт итеү өсөн һорау@mail.ru электрон адресына хат яҙып ебәрергә йәки телефон аша редакцияның дәүләт һәм хоҡуҡ бүлегенә (272-35-20) шылтыратырға мөмкин.

Түләргә тура килмәҫ

— Һаумыһығыҙ. Автомобилемде дәүләт номерҙары менән бергә һаттым. Уҙған аҙнала икенсе ҡаланан минең исемгә штраф һалыныуы тураһында хат килде. Рулдә был ваҡытта яңы хужа ултырған булырға тейеш. Хәҙер мин ни эшләй алам?
Илфат, Дыуан районы.


— Һаумыһығыҙ, Илфат. Һеҙгә штраф тураһындағы ҡарарға ҡарата ялыу бирергә кәрәк. Шунда уҡ автомобилегеҙҙе һатыу хаҡында документтарығыҙҙы ҡушып һалығыҙ. Рәсәйҙең Админстратив хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының 2-се статьяһына ярашлы, юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә бәйле административ хоҡуҡ боҙған кеше, транспорт сараһы икенсе берәүҙең милкендә булыуын йәки бүтәндәр тарафынан файҙаланылыуын иҫбатлай алһа, административ яуаплылыҡтан ҡотола.

Мираҫҡа ингән тип һанала

— 1984 йылда өләсәйем әсәйем һәм уның ағаһы исеменә васыят буйынса мираҫ ҡалдырған булған. Үҙе шул уҡ йылда донъя ҡуйған, әммә ике балаһының береһе лә мираҫты ҡабул итеп алмаған. Шуға ҡарамаҫтан, әсәйем йыл һайын коммуналь хеҙмәттәр хаҡын, ер һалымын түләп барҙы. Ике йыл элек уның ағаһы, бабайыбыҙ, вафат булды. Балалары ла, ҡатыны ла юҡ ине. Беҙ йортто хәҙер әсәйем исеменә рәсмиләштерә алабыҙмы?
Гөлүзә, Әбйәлил районы.


— Әсәйегеҙҙең коммуналь хеҙмәттәр хаҡын һәм ер һалымын түләп килеүен мираҫҡа инеү факты тип һанарға була. Судҡа мөрәжәғәт итеп, тейешле тәртиптә васыятҡа инеүҙе рәсмиләштерегеҙ. Унан һуң ер менән йортҡа хоҡуҡтарҙы законда билдәләнгән тәртиптә үҙ исеменә яҙҙырһын.

Эҙемтәләре ауыр

— Урамда машинам менән артҡа табан хәрәкәт иткәндә шунда торған автомобилде төкөттөм. Бик ныҡ ҡабаланыу сәбәпле уның тәҙрә таҙартҡысына телефонымдың номеры яҙылған ҡағыҙҙы ҡыҫтырып ҡалдырҙым да киттем. Хәҙер мине ниндәй яза көтә?
Ирек, Өфө ҡалаһы.


— Был яуапһыҙ ҡылығығыҙ өсөн ҡаты ғына яза алыуығыҙ ихтимал. Юл-транспорт ваҡиғаһына бәйле бурыстарҙы үтәмәү, юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙоп, авария булған урынды ҡалдырып китеү сәбәпле һеҙҙе бер йылдан йыл ярымғаса транспортҡа идара итеүҙән тыйыуҙары йәки 15 тәүлеккә тиклем иркегеҙҙән мәхрүм итеүҙәре ихтимал.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......

Тотош уҡырға 0

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт

Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......

Тотош уҡырға 0

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 0

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 28.07.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте 14.07.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта 14 июлдә Өфө ҡалаһы округы советының сираттан тыш 65-се ултырышында ҡала советы рәйесе ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк» 13.07.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне 13.07.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ......

Тотош уҡырға 0

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

9 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе Өфө хосписының тыуған ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә