Дуҫтар! Һеҙҙе борсоған һорауҙарға танылған юрист Таһир МАНСУРОВ яуап бирә. Уға мөрәжәғәт итеү өсөн һорау@mail.ru электрон адресына хат яҙып ебәрергә йәки телефон аша редакцияның дәүләт һәм хоҡуҡ бүлегенә (272-35-20) шылтыратырға мөмкин.
Түләргә тура килмәҫ— Һаумыһығыҙ. Автомобилемде дәүләт номерҙары менән бергә һаттым. Уҙған аҙнала икенсе ҡаланан минең исемгә штраф һалыныуы тураһында хат килде. Рулдә был ваҡытта яңы хужа ултырған булырға тейеш. Хәҙер мин ни эшләй алам?
Илфат, Дыуан районы.
— Һаумыһығыҙ, Илфат. Һеҙгә штраф тураһындағы ҡарарға ҡарата ялыу бирергә кәрәк. Шунда уҡ автомобилегеҙҙе һатыу хаҡында документтарығыҙҙы ҡушып һалығыҙ. Рәсәйҙең Админстратив хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының 2-се статьяһына ярашлы, юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә бәйле административ хоҡуҡ боҙған кеше, транспорт сараһы икенсе берәүҙең милкендә булыуын йәки бүтәндәр тарафынан файҙаланылыуын иҫбатлай алһа, административ яуаплылыҡтан ҡотола.
Мираҫҡа ингән тип һанала— 1984 йылда өләсәйем әсәйем һәм уның ағаһы исеменә васыят буйынса мираҫ ҡалдырған булған. Үҙе шул уҡ йылда донъя ҡуйған, әммә ике балаһының береһе лә мираҫты ҡабул итеп алмаған. Шуға ҡарамаҫтан, әсәйем йыл һайын коммуналь хеҙмәттәр хаҡын, ер һалымын түләп барҙы. Ике йыл элек уның ағаһы, бабайыбыҙ, вафат булды. Балалары ла, ҡатыны ла юҡ ине. Беҙ йортто хәҙер әсәйем исеменә рәсмиләштерә алабыҙмы?
Гөлүзә, Әбйәлил районы.
— Әсәйегеҙҙең коммуналь хеҙмәттәр хаҡын һәм ер һалымын түләп килеүен мираҫҡа инеү факты тип һанарға була. Судҡа мөрәжәғәт итеп, тейешле тәртиптә васыятҡа инеүҙе рәсмиләштерегеҙ. Унан һуң ер менән йортҡа хоҡуҡтарҙы законда билдәләнгән тәртиптә үҙ исеменә яҙҙырһын.
Эҙемтәләре ауыр — Урамда машинам менән артҡа табан хәрәкәт иткәндә шунда торған автомобилде төкөттөм. Бик ныҡ ҡабаланыу сәбәпле уның тәҙрә таҙартҡысына телефонымдың номеры яҙылған ҡағыҙҙы ҡыҫтырып ҡалдырҙым да киттем. Хәҙер мине ниндәй яза көтә?
Ирек, Өфө ҡалаһы.
— Был яуапһыҙ ҡылығығыҙ өсөн ҡаты ғына яза алыуығыҙ ихтимал. Юл-транспорт ваҡиғаһына бәйле бурыстарҙы үтәмәү, юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙоп, авария булған урынды ҡалдырып китеү сәбәпле һеҙҙе бер йылдан йыл ярымғаса транспортҡа идара итеүҙән тыйыуҙары йәки 15 тәүлеккә тиклем иркегеҙҙән мәхрүм итеүҙәре ихтимал.