Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Президент һайлау ҡасан булыр?
Һайлау системаһында ҡануниәт йыш үҙгәреп тора. Хәҙер, яңы законға ярашлы, төбәк башлығын халыҡ үҙе һайлап ҡуясаҡ. Башҡортостанда Президентты 2015 йылда һайларға тейешбеҙ, сөнки Рөстәм Хәмитовтың вәкәләте ошо ваҡытта бөтәсәк.

Әммә республиканың ҡайһы бер йәмәғәт ойошмалары ғәмәлдәге Президент Рөстәм Хәмитовҡа бөтә халыҡ һайлауына алданыраҡ барырға тәҡдим итә. “Сәскә атыусы Башҡортостан өсөн” республика йәмәғәт коалицияһы Рөстәм Зәки улына ошондай тәҡдим менән хат яҙған.
“Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәгенең һуңғы социологик тикшеренеүҙәре һөҙөмтәһе буйынса, республика Президенты Рөстәм Хәмитовҡа халыҡтың 60 проценттан ашыуы ышана. Был һан оптимизм өҫтәй һәм киләсәккә ышанысты арттыра. Республика тормошондағы үҙгәрештәрҙе көн һайын күҙәтәбеҙ. Халыҡҡа үҙегеҙҙең һәм Хөкүмәтегеҙҙең асыҡлығы менән оҡшайһығыҙ...” тигән һүҙҙәр бар мөрәжәғәттә. Ошоларҙың барыһын да иҫәптә тотоп, коалиция ағзалары Рөстәм Хәмитовҡа һайлауҙы алдан уҡ, анығыраҡ әйткәндә, 2013 йылдың сентябрендә ойошторорға һәм унда ҡатнашырға тәҡдим итә. Шулай уҡ улар үҙ яғынан мөмкин булғанса ярҙам күрһәтергә әҙер.
Әгәр һайлау алданыраҡ була ҡалһа, халыҡ уға ниндәйерәк ҡарашта икән тигән һорау менән ҡайһы берәүҙәргә мөрәжәғәт иттек.
Ә. ИЛДУСОВА.

Рәсимә ИБРАҺИМОВА, уҡытыусы:
— Ә ниңә һайламаҫҡа ти? Тауыш биреүҙең ҡасан ойошторолоуына ҡарамаҫтан, республика халҡының ғәмәлдәге Президентҡа ышанысы ҙур. Рөстәм Зәки улы вазифала булған ике йыл эсендә генә лә үҙенең ысын хужа, яуаплы етәксе икәнлеген күрһәтә алды, халыҡ уға ышана. Шулай булғас, 2013 йәки 2015 йылмы, ҡасан да барыбер уның өсөн тауыш бирәсәкмен.
Тимур ҠАРАБУЛАТОВ, эшҡыуар:
— 2015 йылда беҙҙә ШОС һәм БРИКС саммиттары уҙасаҡ. Ошондай донъя кимәлендәге сәйәси сараларҙы республикала ойоштороу мөмкинлеге алыу ғына ла Рөстәм Хәмитовтың абруйын ныҡ арттыра. Шуға күрә, һайлауҙың ҡасан үтеренә ҡарамай, уның рейтингы юғары буласаҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 3

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 2

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 4

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә