Һайлау системаһында ҡануниәт йыш үҙгәреп тора. Хәҙер, яңы законға ярашлы, төбәк башлығын халыҡ үҙе һайлап ҡуясаҡ. Башҡортостанда Президентты 2015 йылда һайларға тейешбеҙ, сөнки Рөстәм Хәмитовтың вәкәләте ошо ваҡытта бөтәсәк.
Әммә республиканың ҡайһы бер йәмәғәт ойошмалары ғәмәлдәге Президент Рөстәм Хәмитовҡа бөтә халыҡ һайлауына алданыраҡ барырға тәҡдим итә. “Сәскә атыусы Башҡортостан өсөн” республика йәмәғәт коалицияһы Рөстәм Зәки улына ошондай тәҡдим менән хат яҙған.
“Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәгенең һуңғы социологик тикшеренеүҙәре һөҙөмтәһе буйынса, республика Президенты Рөстәм Хәмитовҡа халыҡтың 60 проценттан ашыуы ышана. Был һан оптимизм өҫтәй һәм киләсәккә ышанысты арттыра. Республика тормошондағы үҙгәрештәрҙе көн һайын күҙәтәбеҙ. Халыҡҡа үҙегеҙҙең һәм Хөкүмәтегеҙҙең асыҡлығы менән оҡшайһығыҙ...” тигән һүҙҙәр бар мөрәжәғәттә. Ошоларҙың барыһын да иҫәптә тотоп, коалиция ағзалары Рөстәм Хәмитовҡа һайлауҙы алдан уҡ, анығыраҡ әйткәндә, 2013 йылдың сентябрендә ойошторорға һәм унда ҡатнашырға тәҡдим итә. Шулай уҡ улар үҙ яғынан мөмкин булғанса ярҙам күрһәтергә әҙер.
Әгәр һайлау алданыраҡ була ҡалһа, халыҡ уға ниндәйерәк ҡарашта икән тигән һорау менән ҡайһы берәүҙәргә мөрәжәғәт иттек.
Ә. ИЛДУСОВА.
Рәсимә ИБРАҺИМОВА, уҡытыусы:— Ә ниңә һайламаҫҡа ти? Тауыш биреүҙең ҡасан ойошторолоуына ҡарамаҫтан, республика халҡының ғәмәлдәге Президентҡа ышанысы ҙур. Рөстәм Зәки улы вазифала булған ике йыл эсендә генә лә үҙенең ысын хужа, яуаплы етәксе икәнлеген күрһәтә алды, халыҡ уға ышана. Шулай булғас, 2013 йәки 2015 йылмы, ҡасан да барыбер уның өсөн тауыш бирәсәкмен.
Тимур ҠАРАБУЛАТОВ, эшҡыуар:— 2015 йылда беҙҙә ШОС һәм БРИКС саммиттары уҙасаҡ. Ошондай донъя кимәлендәге сәйәси сараларҙы республикала ойоштороу мөмкинлеге алыу ғына ла Рөстәм Хәмитовтың абруйын ныҡ арттыра. Шуға күрә, һайлауҙың ҡасан үтеренә ҡарамай, уның рейтингы юғары буласаҡ.