Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Бәхетте ерҙән эҙләйҙәр
Бәхетте ерҙән эҙләйҙәрЙәштәр бер-береһе менән ҡауышҡан саҡта, никах уҡыр алдынан мулла буласаҡ ғаилә башлығынан былай тип һорай: “Ғаиләңде ҡурсаларға, матди яҡтан тәьмин итергә әҙерһеңме?” Егет үҙенә ошо мәлдә оло бурыс ала. Ҡайһы саҡта уны, шаярып, ҡамыт кейә, тиҙәр. Нисек тә ярайҙыр, донъя йөгөн егелеп тартыр өсөн ҡамыты ла кәрәк. Асылда иһә был — егеттәрҙең тәүге ирлек бурыстарының береһе.

Батыр ауылы егете Зөфәр ҙә кәләш алғанда күңеленән булһа ла ошолай уйлай. Юҡ, ул Миләүшәгә алтын тауҙар ҙа, күктән йондоҙҙар сүпләп бирергә лә вәғәҙә итмәй. Ысын ирҙәрсә ғаилә ҡалҡаны булырына ғына ышандыра. Яратҡан ҡыҙының ата-әсәһенән ризалығын һорай.
Ир кешенең күңелендә эйәрле-йүгәнле ат ята, тиҙәр бит. Төрлө ойошмала эшләп ҡарағас, тәжрибә туплағас, Зөфәр Багаев та төпкә йәшерелгән хыялын ҡатынына еткерә. Хужабикә иһә шатланып риза була, иренең күңелен һүрмәй — ҡанат өҫтәп ебәрә.
Шулай итеп, барлыҡ башланғыс капиталын һалып, туған-тыумаса, ата-әсәһе ярҙамы менән Зөфәр ағас эшенә тотона. Мәшәҡәтле булһа ла уның табышлы икәнен белә ир.Бәхетте ерҙән эҙләйҙәр Дала яғы тиерлек булған Федоровка районы ауылдары таҡта, бурса һымаҡ төҙөлөш материалдарына бай түгел бит. Етмәһә, Ырымбур өлкәһенең сиктәш ауылдары ла бихисап. Ҡыҫҡаһы, был яҡлап баҙар кәштәһе йыш ҡына буш тора. Багаев тәүҙә әҙер материалдар ташыһа, һуңынан үҙенә бысыу цехы булдырыу ниәте менән яна.
— Ағасты Межгорье, Бөрйән яғынан ташыйым, — ти эшҡыуар. — Ара, әлбиттә, алыҫ, ләкин үҙен аҡлай.
Таҡта бысыу цехы булғас, йәш эшҡыуарҙың эше ыңғайлап китә. Заказдар бихисап — өлгөр генә. Үҙенә генә түгел, тағы дүрт-биш ауылдашына эш урыны булдыра.
Беҙ барған саҡта Багаевтарҙың ҡыҙҙарына биш йәш тулған көн ине. Ата-әсәһе уға үҙенән дә ҙурыраҡ ҡурсаҡ алып биргән. Әй, шатлана бала! Ҡыуанысы бар өй эсенә нур һипкәндәй. Ошо нур, ҡот ғаилә усағына ялҡын өҫтәй ҙә. Эшкә дәртте лә һуғара ул, киләһе көндәрен дә ҡайғырттыра. Тимәк, йәшәүҙең ғәме, йәме, маҡсаты бар!
Рәлис УРАҘҒОЛОВ
Федоровка районы,
Батыр ауылы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 1

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 1

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 4

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә