Йәштәр бер-береһе менән ҡауышҡан саҡта, никах уҡыр алдынан мулла буласаҡ ғаилә башлығынан былай тип һорай: “Ғаиләңде ҡурсаларға, матди яҡтан тәьмин итергә әҙерһеңме?” Егет үҙенә ошо мәлдә оло бурыс ала. Ҡайһы саҡта уны, шаярып, ҡамыт кейә, тиҙәр. Нисек тә ярайҙыр, донъя йөгөн егелеп тартыр өсөн ҡамыты ла кәрәк. Асылда иһә был — егеттәрҙең тәүге ирлек бурыстарының береһе.
Батыр ауылы егете Зөфәр ҙә кәләш алғанда күңеленән булһа ла ошолай уйлай. Юҡ, ул Миләүшәгә алтын тауҙар ҙа, күктән йондоҙҙар сүпләп бирергә лә вәғәҙә итмәй. Ысын ирҙәрсә ғаилә ҡалҡаны булырына ғына ышандыра. Яратҡан ҡыҙының ата-әсәһенән ризалығын һорай.
Ир кешенең күңелендә эйәрле-йүгәнле ат ята, тиҙәр бит. Төрлө ойошмала эшләп ҡарағас, тәжрибә туплағас, Зөфәр Багаев та төпкә йәшерелгән хыялын ҡатынына еткерә. Хужабикә иһә шатланып риза була, иренең күңелен һүрмәй — ҡанат өҫтәп ебәрә.
Шулай итеп, барлыҡ башланғыс капиталын һалып, туған-тыумаса, ата-әсәһе ярҙамы менән Зөфәр ағас эшенә тотона. Мәшәҡәтле булһа ла уның табышлы икәнен белә ир.
Дала яғы тиерлек булған Федоровка районы ауылдары таҡта, бурса һымаҡ төҙөлөш материалдарына бай түгел бит. Етмәһә, Ырымбур өлкәһенең сиктәш ауылдары ла бихисап. Ҡыҫҡаһы, был яҡлап баҙар кәштәһе йыш ҡына буш тора. Багаев тәүҙә әҙер материалдар ташыһа, һуңынан үҙенә бысыу цехы булдырыу ниәте менән яна.
— Ағасты Межгорье, Бөрйән яғынан ташыйым, — ти эшҡыуар. — Ара, әлбиттә, алыҫ, ләкин үҙен аҡлай.
Таҡта бысыу цехы булғас, йәш эшҡыуарҙың эше ыңғайлап китә. Заказдар бихисап — өлгөр генә. Үҙенә генә түгел, тағы дүрт-биш ауылдашына эш урыны булдыра.
Беҙ барған саҡта Багаевтарҙың ҡыҙҙарына биш йәш тулған көн ине. Ата-әсәһе уға үҙенән дә ҙурыраҡ ҡурсаҡ алып биргән. Әй, шатлана бала! Ҡыуанысы бар өй эсенә нур һипкәндәй. Ошо нур, ҡот ғаилә усағына ялҡын өҫтәй ҙә. Эшкә дәртте лә һуғара ул, киләһе көндәрен дә ҡайғырттыра. Тимәк, йәшәүҙең ғәме, йәме, маҡсаты бар!
Рәлис УРАҘҒОЛОВ
Федоровка районы,
Батыр ауылы.