Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт
Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...
Башҡортостан Башлығы һайлау барышын баһаланы

Башҡортостанда халыҡ һайлауға әүҙем килә. Халыҡ берҙәм, һәм был башлыса махсус хәрби операцияға бәйле, тип билдәләне республика Башлығы Радий Хәбиров «Башинформ» агентлығы хәбәрсеһенә биргән интервьюһында.
«МХО башланғас, халыҡ берҙәмерәк була бара, һуңғы ваҡытта кешеләр партияларҙың күплегенә иғтибар итмәй. Бөтәбеҙҙең дә бер ил, бер яҙмыш булыуын барыһы ла аңлай, хәҙерге осорҙы нисек үткәрәбеҙ, йәшәйбеҙ, балаларыбыҙҙың һәм илдең киләсәге лә шуға бәйле буласаҡ. Яуаплылыҡты барыһы ла аңлай, Стәрлетамаҡта һайлау участкаһында музыка яңғырай. Кешеләр үҙҙәренең музыка ҡоралдары менән килә һәм концерттар ҡуя. Ҡайҙалыр хатта фортепиано алып килгәндәр. Ә Ишембай районында кисә һайлау участкаһында атта сабып килгәндәр. Тимәк, милләт йәшәй, халыҡ йәшәй, ил йәшәй, республика йәшәй», — тип белдерҙе агентлыҡҡа Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы шулай уҡ республикала һайлауҙарҙың тыныс, тейешле тәртиптә барыуын билдәләне.
«Һайлау кампанияһы тыныс үтте, бер ниндәй ҙә тәртипһеҙлек булманы. Мин һәр ваҡыт һайлауҙар үткәреү яҡлы. Һәр кем үҙ урынында ултырырға тейеш, мин сәйәси партияларҙы күҙ уңында тотам. Әгәр һеҙ яҡшы эшләһәгеҙ — кешеләр күрә. Әгәр насар эшләйһегеҙ икән, шулай уҡ халыҡ күрә. Әгәр һеҙ ауыр ваҡытта ярҙам итәһегеҙ икән, кешеләр күрә. Шулай булырға тейеш тә. Һайлауҙан һайлауға тиклем йәшәргә түгел, ә даими эшләргә кәрәк. Беҙҙең өсөн бөтә төбәк бүлексәләре лә көслө», — тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы һайлауҙа ғаиләһе менән ҡатнашты.
Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт
Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...
Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт
Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...
Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт
Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...
Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт
Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...
Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды 28.10.2026 // Сәйәсәт
Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды...
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт
Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......
Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт
Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......
Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт
Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......
Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт
Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....
Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт
21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......
Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт
Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....
Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт
Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....