Башҡортостан Башлығы һайлау барышын баһаланы20.09.2026

Башҡортостан Башлығы һайлау барышын баһаланы

Фото: Азат Мөхәмәтйәнов / Башҡортостан Башлығы хакимиәте

Башҡортостанда халыҡ һайлауға әүҙем килә. Халыҡ берҙәм, һәм был башлыса махсус хәрби операцияға бәйле, тип билдәләне республика Башлығы Радий Хәбиров «Башинформ» агентлығы хәбәрсеһенә биргән интервьюһында.

«МХО башланғас, халыҡ берҙәмерәк була бара, һуңғы ваҡытта кешеләр партияларҙың күплегенә иғтибар итмәй. Бөтәбеҙҙең дә бер ил, бер яҙмыш булыуын барыһы ла аңлай, хәҙерге осорҙы нисек үткәрәбеҙ, йәшәйбеҙ, балаларыбыҙҙың һәм илдең киләсәге лә шуға бәйле буласаҡ. Яуаплылыҡты барыһы ла аңлай, Стәрлетамаҡта һайлау участкаһында музыка яңғырай. Кешеләр үҙҙәренең музыка ҡоралдары менән килә һәм концерттар ҡуя. Ҡайҙалыр хатта фортепиано алып килгәндәр. Ә Ишембай районында кисә һайлау участкаһында атта сабып килгәндәр. Тимәк, милләт йәшәй, халыҡ йәшәй, ил йәшәй, республика йәшәй», — тип белдерҙе агентлыҡҡа Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы шулай уҡ республикала һайлауҙарҙың тыныс, тейешле тәртиптә барыуын билдәләне.

«Һайлау кампанияһы тыныс үтте, бер ниндәй ҙә тәртипһеҙлек булманы. Мин һәр ваҡыт һайлауҙар үткәреү яҡлы. Һәр кем үҙ урынында ултырырға тейеш, мин сәйәси партияларҙы күҙ уңында тотам. Әгәр һеҙ яҡшы эшләһәгеҙ — кешеләр күрә. Әгәр насар эшләйһегеҙ икән, шулай уҡ халыҡ күрә. Әгәр һеҙ ауыр ваҡытта ярҙам итәһегеҙ икән, кешеләр күрә. Шулай булырға тейеш тә. Һайлауҙан һайлауға тиклем йәшәргә түгел, ә даими эшләргә кәрәк. Беҙҙең өсөн бөтә төбәк бүлексәләре лә көслө», — тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы һайлауҙа ғаиләһе менән ҡатнашты.



Вернуться назад