Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Башҡортостанда һайлауҙа тәртип һаҡлауҙа 10 меңдән ашыу полицейский ҡатнаша

Әҙерлек штат режимында бара.

Фото: Ксения Калинина | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Башҡортостанда хәүефһеҙлекте һәм хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеүгә айырыуса иғтибар бүленә. Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Азат Ғәлимханов һүҙҙәренсә, һайлауға әҙерлек барышында тап граждандарҙың именлеге өҫтөнлөклө бурыс булып тора.

Тауыш биреү көндәрендә хәүефһеҙлекте тәьмин итеүҙә 10 меңдән ашыу эске эштәр органдары хеҙмәткәре ҡатнаша, тип белдерҙе БР Башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәләрҙең береһендә. Республиканың бөтә көс структуралары ла ошо эшкә йәлеп ителгән. Башҡортостан етәксеһе муниципалитет башлыҡтарына урындарҙағы хәлде шәхсән контролдә тоторға ҡушты.

Комплекслы ҡараш

Йәмәғәт тәртибен һаҡлау буйынса бөтә саралар хоҡуҡ һаҡлау органдары, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм муниципаль берәмектәр хакимиәттәре менән берлектә үткәрелә. Бындай комплекслы ҡараш теләһә ниндәй хәүефкә оператив яуап бирергә һәм һайлаусылар өсөн тыныс шарттар булдырырға мөмкинлек бирә.

Техник хәүефһеҙлек саралары

  • Металл детекторҙар. Һайлау участкаларында стационар һәм ҡул металл детекторҙары файҙаланыласаҡ – был тыйылған әйберҙәрҙе индермәү өсөн стандарт сара булып тора.

  • Резерв электр менән тәьмин итеү. Электр энергияһы авариялы һүнгән осраҡҡа комиссиялар биналарында генераторҙар ҡуйылған.

  • Резерв биналар. Һәр участка өсөн штаттан тыш хәлдәр осрағына резерв тауыш биреү урындары билдәләнгән.

  • Биналарҙы тикшереү. Муниципалитет хакимиәттәре Эске эштәр министрлығы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтары менән бергә биналарҙың техник нығытыу һәм янғын хәүефһеҙлеге буйынса талаптарға тап килеүен тикшерә.

Процестың асыҡлығы

Бөтә участкаларҙа ла видеокүҙәтеү һәм видеотеркәү ойоштороласаҡ – был һайлауҙың асыҡлығын арттырыуҙан тыш, тәртипте үтәүҙе контролдә тотоу өсөн өҫтәмә сара булып тора.

Башҡортостанда һайлауға әҙерлек штат режимында бара: участка комиссиялары бөтә кәрәкле нәмәләр менән тәьмин ителгән, инструктаж үткәрелә, ә көс структуралары һәм экстрен хеҙмәттәр вәкилдәре Башҡортостанда йәшәүселәргә тауыш биреү өсөн хәүефһеҙ һәм уңайлы шарттар тәьмин итергә әҙер.



Автор: Ксения Калинина / Источник


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 3

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 2

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды 28.10.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды...

Тотош уҡырға 3

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 6

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4