Әҙерлек штат режимында бара.

Башҡортостанда хәүефһеҙлекте һәм хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеүгә айырыуса иғтибар бүленә. Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Азат Ғәлимханов һүҙҙәренсә, һайлауға әҙерлек барышында тап граждандарҙың именлеге өҫтөнлөклө бурыс булып тора.
Тауыш биреү көндәрендә хәүефһеҙлекте тәьмин итеүҙә 10 меңдән ашыу эске эштәр органдары хеҙмәткәре ҡатнаша, тип белдерҙе БР Башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәләрҙең береһендә. Республиканың бөтә көс структуралары ла ошо эшкә йәлеп ителгән. Башҡортостан етәксеһе муниципалитет башлыҡтарына урындарҙағы хәлде шәхсән контролдә тоторға ҡушты.
Комплекслы ҡараш
Йәмәғәт тәртибен һаҡлау буйынса бөтә саралар хоҡуҡ һаҡлау органдары, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм муниципаль берәмектәр хакимиәттәре менән берлектә үткәрелә. Бындай комплекслы ҡараш теләһә ниндәй хәүефкә оператив яуап бирергә һәм һайлаусылар өсөн тыныс шарттар булдырырға мөмкинлек бирә.
Техник хәүефһеҙлек саралары
Металл детекторҙар. Һайлау участкаларында стационар һәм ҡул металл детекторҙары файҙаланыласаҡ – был тыйылған әйберҙәрҙе индермәү өсөн стандарт сара булып тора.
Резерв электр менән тәьмин итеү. Электр энергияһы авариялы һүнгән осраҡҡа комиссиялар биналарында генераторҙар ҡуйылған.
Резерв биналар. Һәр участка өсөн штаттан тыш хәлдәр осрағына резерв тауыш биреү урындары билдәләнгән.
Биналарҙы тикшереү. Муниципалитет хакимиәттәре Эске эштәр министрлығы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтары менән бергә биналарҙың техник нығытыу һәм янғын хәүефһеҙлеге буйынса талаптарға тап килеүен тикшерә.
Процестың асыҡлығы
Бөтә участкаларҙа ла видеокүҙәтеү һәм видеотеркәү ойоштороласаҡ – был һайлауҙың асыҡлығын арттырыуҙан тыш, тәртипте үтәүҙе контролдә тотоу өсөн өҫтәмә сара булып тора.
Башҡортостанда һайлауға әҙерлек штат режимында бара: участка комиссиялары бөтә кәрәкле нәмәләр менән тәьмин ителгән, инструктаж үткәрелә, ә көс структуралары һәм экстрен хеҙмәттәр вәкилдәре Башҡортостанда йәшәүселәргә тауыш биреү өсөн хәүефһеҙ һәм уңайлы шарттар тәьмин итергә әҙер.