Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Юрист кәңәштәре
Дуҫтар! Һеҙҙе борсоған һорауҙарға танылған юрист Таһир МАНСУРОВ яуап бирә. Уға мөрәжәғәт итеү өсөн һорау@mail.ru электрон адресына хат яҙып ебәрергә йәки телефон аша редакцияның дәүләт һәм хоҡуҡ бүлегенә (272-35-20) шылтыратырға мөмкин.

Уллыҡҡа бала алам

— Һаумыһығыҙ! Улыма — 11 йәш. Атаһы бер нисә йыл элек вафат булды. Мин яңынан кейәүгә сыҡтым, ирем уны уллыҡҡа алырға теләй. Законға ярашлы был нисек эшләнә һәм ниндәй документтар йыйырға кәрәк? Бының өсөн улымдың ризалығы кәрәкме һәм уның судта ҡатнашыуы мотлаҡмы?
Зифа, Балаҡатай районы.


— Һаумыһығыҙ! Баланы уллыҡҡа алыу өсөн уның йәшәгән урыны (йәки ваҡытлыса теркәлгән урыны) буйынса район судына ғариза бирелергә тейеш. Рәсәй Федерацияһының Гражданлыҡ-процессуаль кодексының 270-се статьяһында ғаризаға нимә яҙылырға тейешлеге билдәләнгән. Ғаризаның формаһы һәм кәрәкле документтар һәр бер опека һәм попечителлек бүлегендә бар, уларҙы һеҙгә бирергә тейештәр. Әлеге ғаризаға никах тураһындағы танытманың күсермәһе, уллыҡҡа алыусының һаулыҡ торошо тураһындағы медицина справкаһы, торлаҡҡа хоҡуғығыҙҙы йәки торлаҡты файҙаланыуығыҙҙы дәлилләүсе документ һәм биологик атаһының вафат булыуы тураһындағы танытма ҡушып бирелә. Шулай уҡ судҡа опека һәм попечителлек органдарының һығымтаһы ла беркетелергә тейеш. Унда ун йәше тулған һәм өлкәнерәк йәштәге уллыҡҡа алыныусы баланың ризалығы, шулай уҡ (әгәр был талап ителһә) уның исемен, атаһының исемен, фамилияһын үҙгәртеүгә һәм уллыҡҡа алыусыларҙы рәсми рәүештә ата-әсәһе тип яҙҙырырға ризалығы тураһындағы мәғлүмәттең булыуы мотлаҡ. Эште ҡараған саҡта судта уллыҡҡа алыусы, опека һәм попечителлек органы вәкиле, прокурор һәм 14 йәше тулған бала ҡатнашырға тейеш. Айырым осраҡтарҙа баланың биологик ата-әсәһе, башҡа ҡыҙыҡһынған яҡтар һәм 10 йәштән алып бала үҙе ҡатнашыуы ла ихтимал.
Ә һеҙҙең һорауҙың икенсе өлөшөнә яуап биреп шуны әйтергә була: баланың ризалығы мотлаҡ, уның судта ҡатнашыу-ҡатнашмауын судья хәл итә.

Унһыҙ айырылышып буламы?

— Ирем менән айырылышырға теләйем. Тик ул ярты йыл элек әллә ҡайҙа сығып китте һәм ҡайтып күренгәне лә юҡ. Шулай ҙа һирәк-һаяҡ шылтыратыуҙарына ҡарағанда һәм таныштар аша иҫән-һау икәнлеген дә беләм. Үҙе булмаһа ла, ирем менән айырылышырға буламы? Әгәр мөмкин икән, бының өсөн ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
Лира, Өфө ҡалаһы.


— Эйе, унһыҙ ҙа айырылыша алаһығыҙ. Был ҡыйын түгел. Һеҙгә үҙегеҙҙең йәшәгән урынығыҙ буйынса мировой судҡа ғариза ғына бирергә кәрәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 1

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 1

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 4

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә