Дуҫтар! Һеҙҙе борсоған һорауҙарға танылған юрист Таһир МАНСУРОВ яуап бирә. Уға мөрәжәғәт итеү өсөн һорау@mail.ru электрон адресына хат яҙып ебәрергә йәки телефон аша редакцияның дәүләт һәм хоҡуҡ бүлегенә (272-35-20) шылтыратырға мөмкин.
Уллыҡҡа бала алам— Һаумыһығыҙ! Улыма — 11 йәш. Атаһы бер нисә йыл элек вафат булды. Мин яңынан кейәүгә сыҡтым, ирем уны уллыҡҡа алырға теләй. Законға ярашлы был нисек эшләнә һәм ниндәй документтар йыйырға кәрәк? Бының өсөн улымдың ризалығы кәрәкме һәм уның судта ҡатнашыуы мотлаҡмы?
Зифа, Балаҡатай районы.
— Һаумыһығыҙ! Баланы уллыҡҡа алыу өсөн уның йәшәгән урыны (йәки ваҡытлыса теркәлгән урыны) буйынса район судына ғариза бирелергә тейеш. Рәсәй Федерацияһының Гражданлыҡ-процессуаль кодексының 270-се статьяһында ғаризаға нимә яҙылырға тейешлеге билдәләнгән. Ғаризаның формаһы һәм кәрәкле документтар һәр бер опека һәм попечителлек бүлегендә бар, уларҙы һеҙгә бирергә тейештәр. Әлеге ғаризаға никах тураһындағы танытманың күсермәһе, уллыҡҡа алыусының һаулыҡ торошо тураһындағы медицина справкаһы, торлаҡҡа хоҡуғығыҙҙы йәки торлаҡты файҙаланыуығыҙҙы дәлилләүсе документ һәм биологик атаһының вафат булыуы тураһындағы танытма ҡушып бирелә. Шулай уҡ судҡа опека һәм попечителлек органдарының һығымтаһы ла беркетелергә тейеш. Унда ун йәше тулған һәм өлкәнерәк йәштәге уллыҡҡа алыныусы баланың ризалығы, шулай уҡ (әгәр был талап ителһә) уның исемен, атаһының исемен, фамилияһын үҙгәртеүгә һәм уллыҡҡа алыусыларҙы рәсми рәүештә ата-әсәһе тип яҙҙырырға ризалығы тураһындағы мәғлүмәттең булыуы мотлаҡ. Эште ҡараған саҡта судта уллыҡҡа алыусы, опека һәм попечителлек органы вәкиле, прокурор һәм 14 йәше тулған бала ҡатнашырға тейеш. Айырым осраҡтарҙа баланың биологик ата-әсәһе, башҡа ҡыҙыҡһынған яҡтар һәм 10 йәштән алып бала үҙе ҡатнашыуы ла ихтимал.
Ә һеҙҙең һорауҙың икенсе өлөшөнә яуап биреп шуны әйтергә була: баланың ризалығы мотлаҡ, уның судта ҡатнашыу-ҡатнашмауын судья хәл итә.
Унһыҙ айырылышып буламы?— Ирем менән айырылышырға теләйем. Тик ул ярты йыл элек әллә ҡайҙа сығып китте һәм ҡайтып күренгәне лә юҡ. Шулай ҙа һирәк-һаяҡ шылтыратыуҙарына ҡарағанда һәм таныштар аша иҫән-һау икәнлеген дә беләм. Үҙе булмаһа ла, ирем менән айырылышырға буламы? Әгәр мөмкин икән, бының өсөн ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
Лира, Өфө ҡалаһы.
— Эйе, унһыҙ ҙа айырылыша алаһығыҙ. Был ҡыйын түгел. Һеҙгә үҙегеҙҙең йәшәгән урынығыҙ буйынса мировой судҡа ғариза ғына бирергә кәрәк.