Ситтән бер ҡараш.Днепр ярҙарына онотҡанда бер генә юл төшһә лә, һуңғы йылдарҙа Украина, булмышыбыҙ менән ифрат яҡын украин туғандар тураһында йыш уйландыра. Шулай булмай, ят ер, сит кешеләр түгел дә инде был халыҡ, мәҫәлән. Яҡындарымдың яҙмышы менән дә бәйләнгән, украиндар хатта туған-ырыуҙарым араһына ла килеп инде.
Ике ҡәүем Күрше Үтәгән ауылынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырылған Атаулла Ҡәйүм улы Иғдисамов Бөйөк Ватан һуғышы башланған ваҡытта Украиналағы Житомир ҡалаһында хеҙмәт иткән һәм ошо мәхшәр осоронда иптәштәре һәләк булған, үҙе дошманға әсирлеккә эләккән. Әммә фажиғәнән алда Атаулла ағай ҡаһарманлығы өсөн Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнеп өлгөргән. Батыр ирҙе фашист тотҡонлоғо ла эйелтә алмай икән, Иғдисамов әсирлектән ҡасҡан һәм, әлеге Житомир тирәһендә партизандар отряды ойоштороп, баҫҡынсыларға ҡаршы ҡырҡ өсөнсө йылға ҡәҙәр көрәшеп йөрөгән. Миңә был турала байтаҡ ваҡыт элек яҙырға ла насип булғайны.
Атаулла Иғдисамов – беҙҙең Әбйәлил районынан. Ошондағы ҙур Ташбулат ауылында оҙаҡ йылдар мөғәллим булып эшләгән, Бөйөк Ватан һуғышында Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнгән Нәбиуллин Нәҡип Йосоп улын да яҙмыш хәтәр йылдарҙа Украина менән бәйләгән. Ағайға, немец тотҡонлоғонан ҡасҡас, миһырбанлы бер ғаиләгә килеп һыйынырға тура килгән. Һәр хәлдә, Нәҡип ағайҙың сибәр украин ҡыҙы менән мөхәббәтенең кәүҙәләнеше булып малайы буй еткерҙе, хәләлемдең ағаһы Һаҙый ҡайнағам да Валентина Шевчук атлы украин ҡәйенбикә менән Урал һәм Александр исемле ике улан үҫтерҙе. Сәйәсмәндәр, улар һөсләткән дошмандар халыҡтарҙы ҡайһылай ғына айырырға, бер-береһен онотторорға тырышмаһын, йөрәктәр араһында сиктәр үткәреү мөмкин түгел.
Шулай ҙа ни булды һуң Украинаға? Туғандар араһына, ҡороғор, ниндәй зәхмәт инеп ояланы әле?
Хәйер, ошо һорау өс тиҫтә йылға яҡын тәҡәт таптырмай, ләкин ул һуңғы дүрт йылдан ашыу ваҡыт эсендә уғата ҡырҡыулана төштө. Мәсьәлә шунда, Украинаға совет осоронда барып йөрөгәндәр ҙә, ул мөстәҡиллек алғандың тәүге йылдарында ла рустар менән украиндар араһында ҡәҙимге донъя көткәндә айырма күрмәгән. Бына хәҙер генә, күршеләрҙә хәлдәр ҡуйырып киткәс, тышҡы оҡшашлыҡтан бүтән мөһим бер нәмәне күрмәгәнлегебеҙгә ышандыҡ. Шулай ҙа ике ҡәүем араһында упҡын булыуы тураһында украин милләтселәре күтәргән тезисты ла ҡабул итеү мөмкин түгел.
Рустар менән украиндарҙың яҡынлығы Рәсәй Федерацияһында украиндарҙың ассимиляцияланыуына, йәғни йоғонто аша ике ҡәүемдең бер-береһенә оҡшауына килтерҙе. Миҫалға Рәсәй империяһында 1897 йылда үткән халыҡ иҫәбен алыуҙы ғына килтерәйек. Уның йомғаҡтары Курск губернаһындағы 22 процент халыҡҡа, Воронеж губернаһындағы – 36, Ставрополь губернаһындағы – 37, Дон ғәскәрендәге – 28, Кубань өлкәһендәге 47 процент халыҡҡа украин теленең туған тел булыуын күрһәткән. Әйтелгән төбәктәрҙең 12 өйәҙендә тел йәһәтенән украиндар башкөллө күпселекте тәшкил иткән.
Бик күп украиндар Себерҙә, айырыуса Алыҫ Көнсығышта йәшәгән. Алыҫ Көнсығыш крайының Владивосток округында, 1926 йылғы халыҡ иҫәбен алыу күрһәткәнсә, украиндар, тел буйынса ла, үҙ-үҙен тотоу йәһәтенән дә, ошонда йәшәүселәрҙең өстән бер өлөшөн алып торған. Нефтле Ханты-Мансийск ҡалаһын, уйнап ҡына, “Хохло- Мансийск” тип йөрөтөүҙән дә бер ишараны аңғарып була. Үҙебеҙҙең Башҡортостанда ла украиндар һан буйынса ла, хужалыҡтағы, ижтимағи тормоштағы урыны йәһәтенән дә һиҙелерлек урын биләй. Беҙҙә, ғөмүмән, украиндарҙы рустарҙан бер кем дә айырып күҙ алдына килтермәй ҙә.
Рәсәй Федерацияһы менән Украина араһындағы тәүҙә – аңлата алмау, хәҙер – дошманлыҡ тамырҙары менән тарих тәрәнлектәренә барып олғаша. Был мәсьәләләге төрлө сәбәптәрҙе бәйнә-бәйнә һөйләү урыны гәзит бите түгел, шуға күрә ул юҫыҡты тыныслыҡта ҡалдырып, ике халыҡ, ике дәүләттең айырылышып китеүенең бер генә сәбәбен әйтәйек. Ул – тел. Бәлки, төп сәбәп тә ошолор әле.
Совет Украинаһында уҙған быуаттың 20-се йылдарында наҙанлыҡты бөтөрөү башлыса украин телен өйрәтеүгә ҡайтып ҡалған. Артабан урта мәктәптәрҙә лә рус теле дәрестәре 80-се йылдарҙа ғына украин теленән өҫтөнлөк ала башлаған. Республика һәм ҡала, район матбуғаты барыбер украин телендә баҫылған. Шул уҡ ваҡытта ҙур ҡалаларҙа рус теле таралған һәм рус мәҙәниәтен украиндарға үҙҙәренеке итеп тағыу закон төҫөн алған. Украина совет әҙәбиәтенең классиктары Павло Тычина, Максим Рыльский, Микола Бажан, балаларҙы ниндәй телдә уҡытыу ата-әсәләр ҡарамағында булырға тейеш, тип иҫбатларға тырышҡан, тимәк, украин балалары ошо телде өйрәнергә тейешлеге көн кеүек асыҡ булһа ла, Мәскәү был мәсьәләлә оторо сәйәсәтте тотҡан.
Закон нимә хаҡында тәҡрарлай?Урбанизация һөҙөмтәһендә русификациялауҙың ғәмәлдә тормошҡа ашырылыуын украин милли хәрәкәтенең күренекле эшмәкәре Иван Дзюба ошолай һүрәтләгән.
“Мин Сталин педагогия институтында, рус филологияһы бүлегендә уҡыным (хәҙер был Донецк милли университеты). Һәммәбеҙ ҙә рус телендә аралаштыҡ. Украин теленә кәмһетеп ҡарау булманы, уны яҡшы белә инек. Шулай йөрөй торғас, күҙ асылғандай хис иттем: туҡта, тотош халыҡ, тотош мәҙәниәт, тотош тел юғала лабаһа. Әгәр һәр ҡайһыбыҙ аңына һеңдермәһә, мәсьәләне үҙенеке тип ҡабул итмәһә, бер-бер артлы юҡҡа сығасаҡбыҙ, Украина тип йәшәүсе кешеләр ҡалмаясаҡ”. Икенсе төрлө әйткәндә, СССР-ҙа украин теле кәмһетелмәне, ул фольклор теле булараҡ баһаланды. Әммә рус телендә аралашыу психологик йәһәттән тәбиғи ине.
Ошо уҡ фекерҙе республикабыҙҙағы башҡорт һәм рус телдәренең функциональ тәғәйенләнешенә ҡарата ла әйтергә булалыр. Украина юғары мәҙәниәтендә русофобия Польша йәки Балтика илдәрендәгегә ҡарағанда нығыраҡ һиҙҙерә, ләкин Көнбайыштағы күршеләребеҙҙә элиталағы русофобия ябай халыҡтағы кәйефтән бигүк айырылмаһа ла, Украинала киң массаларҙағы рустарға ҡарата дошмансыллыҡ 2014 йылға тиклем булманы.
Украин телле зыялыларҙың зитына Рәсәйҙәге рустар түгел, ә Украинаның көнсығышындағы ватандаштары күберәк тейә. Илдең үҙәк һәм көнбайыш төбәктәрендә йәшәүселәр уларҙы маңҡорттар һәм яныцарҙар тип иҫәпләй. Олесь Гончар шәхси көндәлектәрендә рус мәҙәниәтенең ҡаҙаныштарына һоҡланыуын һәр даим белдерә килгән, шул уҡ ваҡытта 1990 йылдың июнендә ошондай һүҙҙәр яҙған: “Меңдәрсә һәм меңдәрсә миссионерҙарҙың, тоталитаризм дәүерендә һантыйландырылған кешеләргә милли мәртәбә һабағын биреү өсөн, көнбайыштан көнсығышҡа ҡарай ҡуҙғалыуы кәрәк. Шул саҡта уларҙың күҙе асылыр, кеше булырҙар…” Был фекер хәҙер Украинала баймабашланған милләтселәрҙең уйынан да радикалерәк.
Һәр бер ауырыу, әгәр ул аҙып китмәгән булһа, ваҡыт үтә килә еңеләйә йә хатта һауығыу менән бөтә. Украинаға ҡағылышлы хәлдәр был ҡағиҙәгә буйһонмай. Минск ҡалаһында Украина хөкүмәте менән Донбасс араһындағы ризалыҡҡа өлгәшеү документы ғәмәлдә ҡағыҙҙа ҡына ҡалды. Киев та, Көнбайыш та Минск килешеүен Украинаға ситтән ихтыярһыҙлап тағылған тип иҫәпләй. Ил конституцияһына үҙәкләштереүҙе сикләү тураһында төҙәтмәләр индерергә теләү уңышһыҙлыҡҡа осраны. Донбасс иҡтисади ҡамау эсендә, “Рус донъяһы” менән көрәш буйынса байтаҡ норматив акттар һәм ғәмәли саралар ҡабул ителде. Быға авиация бәйләнештәрен һәм аҡса күсереүҙәрҙе туҡтатыу, Рәсәй китаптарын индереүҙе тыйыу, байтаҡ артисты ҡабул итмәү һ.б. инә. “Тел буйынса сәйәсәт нигеҙҙәре тураһында” закон юҡҡа сығарылды. Радио, телевидениела, мәғарифта рус телен ҡулланыу ҡаты сикләүҙәргә дусар ителде. Хатта топонимикала русса төшөнсәләр үҙгәртелә, һәйкәлдәр емерелә. Киевтағы генерал Ватутин проспектына милләтселәр юлбашсыһы Шухевичтың исемен биреү, бәлки, шау-шыу һөҙөмтәһе тип баһаланалыр, ләкин мәсьәләнең төпкөл асылы ҡурҡынысыраҡ. Рәсәйгә, рус халҡына һәм рус теленә ҡарата эшләнгән һәр нәмәне Киев дошманға ҡоралһыҙ һөжүм итеү тип иҫәпләй һәм бындай эш-хәрәкәттәр йылдан-йыл арта бара. Былтыр Юғары рада Донбассты реинтеграциялау тураһында закон сығарҙы. Уның мәғәнәһе шунда, Киевтың хакимлығынан ысҡынған биләмәләр хәҙер Рәсәй тарафынан баҫып алынған тип иҫәпләнә. Тимәк, Рада депутаттары, Рәсәйгә ҡаршы һуғыш алып барылыуын юридик рәүештә танымаһа ла, закон ғәмәлдә быны тәҡрарлай булып сыға.
Өмөт бар әле…Бындай динамика сәйәси даирәләрҙә лә, ябай халыҡта ла билдәле бер өмөт уята. Улар уйлағанса, Украина хәҙер 2014 йылдың яҙындағы шикелле ауыр хәлдә ҡалмаҫ, ә инде, эштәр ыңғайға китһә, Донбасс ерен үҙ шарттарында ҡайтарып алыр. Көнбайыштың сәйәсәте ошондай өмөттәрҙе аҡлағандай: Рәсәйгә ҡаршы санкциялар һаҡлана, Киевтың Донбасстағы ҡыланыштарын дәүләт кимәлендә тәнҡитләү юҡ, Америка, Украина армияһын тере хәлдә һаҡлап ҡалыу өсөн, хәйриә ярҙамы күрһәтеп тора. Көнбайыш Киевтың Донецк һәм Луганск менән туранан-тура һөйләшеүен ҡабатламау ғына түгел, Донбасстағы хәҙерге хәлде оҙаҡҡа һаҡлап ҡалыу яғында. Мөстәҡиллектәрен үҙаллы иғлан иткән республикаларҙың нығыныуына ҡарағанда, Көнбайыш өсөн көн дә ҡорбандар талап итеүсе янъялдың дауам итеүе мөһимерәк.
Тәжрибә күрһәтеүенсә, бөгөнгө Украиналағы кеүек режимдар, ситтән ярҙам булғанда, оҙаҡ йәшәй ала. Киевҡа иһә Көнбайыш ярҙам итеп тора, ләкин шуныһы – ул Украина өсөн һуғышҡа инмәйәсәк, был дәүләткә Маршалл планындағы кеүек ярҙамға өмөт тотоу ҙа урынһыҙ. Унан һуң, Грузияға, мәҫәлән, Абхазия менән Көньяҡ Осетияны ҡораллы көс менән үҙенә ҡайтарыу мөмкин булмаған һымаҡ, Украинаға ла көньяҡ-көнсығышын юғалтыу менән ризалашырға тура киләсәк. Илдең проблемалары яҡын киләсәктә киҫкенләшәсәк кенә. Миграция, һуғыш, эҙәрлекләүҙәр һөҙөмтәһендә Украина, 1991 йылғы менән сағыштырғанда, халҡының 40 проценттан күберәген юғалтты. Шул уҡ ваҡытта ил биләмәләре үҙенең геосәйәси ҡиммәтен һаҡлап ҡалды. НАТО-ға рәсми рәүештә ҡабул ителмәһә лә, һалҡын һуғыштан файҙаланып, Украина үҙендә Америка ғәскәрҙәрен урынлаштырыуы ихтимал.
Бөгөнгө Украина хакимдарының холоҡ-фиғелен аңлау, иртәгә ни эшләйәсәктәрен күҙаллау – мөмкин булмаған эш. Унда айыҡ аҡылдан бигерәк, тиҫкәрелек өҫтөнлөк алған. Француз әҙибе Никола Массиас: “Тиҫкәрелек – аң-тоңдо белмәүҙән, бер нәмәнән бүтәнде күрмәүҙән килә”, – тип раҫлай. Бәлки, ул хаҡлылыр?..