Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан Радий Хәбиров дәүләт наградаларын тапшырҙы

Бүләкләнеүселәр иҫәбендә беҙҙең коллега – «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы мәғлүмәт хеҙмәтенең бильд-мөхәррире Татьяна Кадыкова.

Фото: Олег Яровиков / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Йома, 20 февралдә, Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙен илгә һәм тыуған республикаға хеҙмәт итеүгә арнаған яҡташтарыбыҙға Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

«Ошо залда ултырған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе, ветерандарҙы, уҡытыусыларҙы, ғалимдарҙы, табиптарҙы, аграрийҙарҙы, мәҙәниәт эшмәкәрҙәрен, эшселәрҙе, инженерҙарҙы, эшҡыуарҙарҙы һәм башҡа һөнәр эйәләрен ихлас сәләмләйем. Беҙгә ауыр һәм мөһим осорҙа йәшәргә тура килә. Бөгөн Башҡортостан тотош ил менән бергә махсус хәрби операция мәсьәләләрен хәл итеүҙә ҡатнаша. Ватан суверенитетын яҡлау – изге бурысыбыҙ. Ирекле һәм бойондороҡһоҙ илдә йәшәүгә, эшләүгә, балалар тәрбиәләүгә хоҡуғыбыҙҙы яҡлау.

Беҙ яугирҙәребеҙ менән ғорурланабыҙ. Улар хәрби бурыстарҙы намыҫ менән үтәй, батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Беҙ һәр ваҡыт махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн ышаныслы терәк булырбыҙ.

Һәр беребеҙ көсөнә һәм мөмкинлегенә ҡарап Еңеүгә үҙ өлөшөн индерә. Ҡатмарлы шарттарҙа беҙ республиканың тотороҡло үҫешен тәьмин итәбеҙ. Тылды нығытабыҙ, иҡтисадты һәм социаль өлкәне үҫтерәбеҙ. Республиканың уңыштары нигеҙендә – һәр берегеҙҙең яуаплы хеҙмәте һәм һөнәри оҫталығы», — тип билдәләне Радий Хәбиров.

Фото: Олег Яровиков / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Республика етәксеһе ҡайһы бер бүләкләнеүселәр тураһында айырым һөйләп үтте.

«Рәхим Зәки улы Мерәҫов I дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы менән бүләкләнә. Рәхим Зәки улы – бар донъяға билдәле лингвист. 30 йылға яҡын диссертация советының алмаштырғыһыҙ етәксеһе ул. Һеҙҙең етәкселектә 14 докторлыҡ һәм тиҫтәләгән кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланған. Фәнгә тос өлөш индергәнегеҙ өсөн Һеҙ Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы академигы итеп һайландығыҙ», — тине республика етәксеһе. 

Әйткәндәй, бөгөн коллегабыҙ ҙа Радий Хәбиров ҡулынан юғары награда алды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бильд-мөхәррире Татьяна Кадыкова «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2026-02-20/v-kanun-dnya-zaschitnika-otechestva-radiy-habirov-vruchil-gosnagrady-4586709

Фото: Олег Яровиков / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы


Автор: Азат Ғиззәтуллин / Источник


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 1

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 1

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды 28.10.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды...

Тотош уҡырға 2

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 4

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4