Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Закон сығарыуҙа ҡатнаштыңмы?
24 декабрҙә, Башҡортостан Конституцияһына 25 йыл тулған көндә, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай “Закон сығарыуҙа ҡатнаш” проектын тормошҡа ашыра башлағайны. Ошо ваҡыт эсендә граждандарҙан байтаҡ тәҡдим булды. Уларҙың барыһы ла парламент комитеттарына һәм хоҡуҡ хеҙмәтенә еткерелде.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев әйтеүенсә, мөрәжәғәттәрҙең бер өлөшө федераль ҡануниәт һәм норматив хоҡуҡ акттары менән көйләнгән мәсьәләләргә бәйле. Тәҡдимдәр нигеҙҙә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһенә, юл һалыуға һәм төҙөкләндереүгә, халыҡты социаль хеҙмәтләндереүгә ҡағыла.

– Ҡайһы бер мөрәжәғәттәрҙә теге йәки был өлкәлә төрлө тыйыу, сикләү сараларын ғәмәлгә индерергә тәҡдим итәләр. Был иһә башҡа граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм азатлыҡтарын боҙа, Конституция нормаларына ҡаршы килә, – тине Константин Толкачев. – Шул уҡ ваҡытта ҡыҙыҡлы һәм рациональ тәҡдимдәр ҙә юҡ түгел. Торлаҡ мөнәсәбәттәрен көйләү, иҫерткес эсемлектәр һатыуҙы сикләү йәһәтенән эшлекле фекерҙәр бар. Закон проектын әҙерләгәндә финанс-иҡтисади нигеҙҙәр ҙур әһәмиәткә эйә, йәғни законды тормошҡа ашырыуҙың күпмегә төшөүен, аҡсаны ҡайһы сығанаҡтан алыуҙы асыҡларға, төрлө экспертиза үткәрергә кәрәк. Ошо сараларҙан һуң ул депутаттар тарафынан тикшереүгә сығарыла. Әлбиттә, был процесс ярайһы уҡ оҙайлы, әммә башланғыс бар.




Автор: Лилиә Дәүләтбәкова Фото: “Башинформ” МА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфө ҡала советы рәйесе итеп йәнә Марат Вәсимов һайланды

Өфө ҡала советы рәйесе итеп йәнә Марат Вәсимов һайланды 02.10.2026 // Сәйәсәт

Өфө ҡала советы рәйесе итеп йәнә Марат Вәсимов һайланды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаттарының эш йүнәлештәре билдәле булды

Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаттарының эш йүнәлештәре билдәле булды 02.10.2026 // Сәйәсәт

Туғыҙынсы саҡырылыш Дәүләт Думаһында бөтәһе 34 комитет эшләйәсәк....

Тотош уҡырға 2

Радий Хәбиров яңы төбәктәрҙең Рәсәйгә ҡушылыу көнө менән ҡотланы
Радий Хәбиров Росгвардияның республика буйынса идаралығын юбилейы менән ҡотланы

Радий Хәбиров Росгвардияның республика буйынса идаралығын юбилейы менән ҡотланы 30.09.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров Росгвардияның республика буйынса идаралығын юбилейы менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 5

Рәсәй президенты РФ Ҡораллы Көстәренең штат һанын арттырҙы

Рәсәй президенты РФ Ҡораллы Көстәренең штат һанын арттырҙы 29.09.2026 // Сәйәсәт

Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған....

Тотош уҡырға 5

Рәсәй президенты яҡташтарыбыҙҙы дәүләт наградалары менән бүләкләне
Радий Хәбиров үҙенең хакимиәтендә яңы кадр тәғәйенләүҙәре тураһында белдерҙе

Радий Хәбиров үҙенең хакимиәтендә яңы кадр тәғәйенләүҙәре тураһында белдерҙе 28.09.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары – секретариат начальнигы итеп Татьяна Валерьевна ......

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Берҙәм Рәсәй» етәкселеге ултырышында ҡатнашты

Радий Хәбиров «Берҙәм Рәсәй» етәкселеге ултырышында ҡатнашты 25.09.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров «Берҙәм Рәсәй» етәкселеге ултырышында ҡатнашты...

Тотош уҡырға 6

Андрей Назаров Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе итеп һайланды

Андрей Назаров Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе итеп һайланды 24.09.2026 // Сәйәсәт

Андрей Назаров Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе итеп һайланды...

Тотош уҡырға 1

Александр Шельдяев Башҡортостан премьер-министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде

Александр Шельдяев Башҡортостан премьер-министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде 24.09.2026 // Сәйәсәт

Александр Шельдяев Башҡортостан премьер-министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4

Александр Шельдяев Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнә

Александр Шельдяев Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнә 23.09.2026 // Сәйәсәт

Александр Шельдяев Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнә...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан Башлығы Дәүләт Йыйылышы спикеры вазифаһына Назаровтың кандидатураһын тәҡдим итте

Башҡортостан Башлығы Дәүләт Йыйылышы спикеры вазифаһына Назаровтың кандидатураһын тәҡдим итте 23.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Дәүләт Йыйылышы спикеры вазифаһына Назаровтың кандидатураһын тәҡдим итте...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә