Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » “Һәр һум ҡала һәм ауылды үҫтереүгә тотонолһон”

Көн ҡаҙағында — республиканың социаль-иҡтисади үҫеше.

Өфөлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән Хөкүмәт ултырышы төбәгебеҙҙең социаль-иҡтисади үҫеш фаразының үлсәмдәрен, шулай уҡ республика бюджетының 2019 йылға һәм 2021 йылға саҡлы планлы осорона төп характеристикаһын тикшерҙе.

– Беҙҙең бюджет сәйәсәте һәр саҡ республика халҡы мәнфәғәте нигеҙендә ҡороласаҡ, һәр һалынған һум ҡалалар һәм райондарҙы үҫтереүгә, уларҙы төҙөкләндереүгә, кешеләрҙең тормош сифатын күтәреүгә эшләргә тейеш, – тине Радий Фәрит улы. – Киләһе юбилей йылында тиҫтәләрсә социаль объектты файҙаланыуға тапшыра­саҡ­быҙ. Мәктәптәр, балалар баҡсалары, дауаханалар һәм поликлиникалар, фельдшер-акушерлыҡ пункттары, мәҙәниәт һәм спорт үҙәктәре артабан да төҙөләсәк.

Әле федераль кимәлдә Рәсәй Президентының “май” указдарын тормошҡа ашырыу маҡсатында төҙөлгән 12 милли проект раҫлана. 2019–2020 йылдарға федераль бюджет проектында ошо башланғыс­тарҙы ғәмәлгә индереү өсөн 400 миллиард һум самаһы ҡаҙна-ара трансферт ҡарала. Федераль һалым системаһы ла көйләнә. “Беҙҙең Финанс министрлығы теләһә ниндәй үҙгәрештәргә лә әҙер торорға һәм уларҙы Дәүләт Йыйылышы менән берлектә үҙебеҙҙә ҡанунлаштырырға бурыслы”, – тине Радий Хәбиров.

Тулайым төбәк продукты үҫеше быйыл ике процент кимәлендә булыуы көтөлә, артабанғы өс йыл­лыҡта ул 2,4 проценттан алып 3,4 процентҡа тиклем булыр тип күҙаллана. Сәнәғәт етештереүендә — 2,7 процент, ауыл хужалығында – 1,7 процент, сауҙала – 2,4 процент, төҙөлөштә 6,5 процент үҫеш планлаштырыла.

Иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков, финанс министры вази­фаһын башҡарыусы Лира Иғти­самова, Башҡортостандың Территориаль мотлаҡ медицина страховкалауы фонды директоры Алексей Меньшиков һәм башҡалар ҙа тикшерелгән мәсьәләләр буйынса өҫтәмә мәғлүмәт бирҙе, үҙ фекер­ҙәрен еткерҙе. Икенсе йыл рәттән республикала инвестиция, торлаҡ төҙөп тапшырыу, халыҡтың килеме буйынса күрһәткестәр насарая. Радий Хәбиров хәлде төҙәтеү буйынса тәҡдимдәр индерергә ҡушты.

Закон проекттарын тикшереү йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Хөкүмәткә тейешле ваҡыт арауығында барлыҡ доку­менттарҙы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарауына тапшырырға ҡушты. “Халыҡҡа беҙ ҡабул итәсәк бюджеттың асылын еткереү бик мөһим”, – тине Радий Фәрит улы.

Хөкүмәт артабанғы үҫеш һәм бюджет мәсьәләләрен тикшерә.


Автор: Рәшит КӘЛИМУЛЛИН


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 1

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 1

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды 28.10.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды...

Тотош уҡырға 2

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 4

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә