Көн ҡаҙағында — республиканың социаль-иҡтисади үҫеше.Өфөлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән Хөкүмәт ултырышы төбәгебеҙҙең социаль-иҡтисади үҫеш фаразының үлсәмдәрен, шулай уҡ республика бюджетының 2019 йылға һәм 2021 йылға саҡлы планлы осорона төп характеристикаһын тикшерҙе.
– Беҙҙең бюджет сәйәсәте һәр саҡ республика халҡы мәнфәғәте нигеҙендә ҡороласаҡ, һәр һалынған һум ҡалалар һәм райондарҙы үҫтереүгә, уларҙы төҙөкләндереүгә, кешеләрҙең тормош сифатын күтәреүгә эшләргә тейеш, – тине Радий Фәрит улы. – Киләһе юбилей йылында тиҫтәләрсә социаль объектты файҙаланыуға тапшырасаҡбыҙ. Мәктәптәр, балалар баҡсалары, дауаханалар һәм поликлиникалар, фельдшер-акушерлыҡ пункттары, мәҙәниәт һәм спорт үҙәктәре артабан да төҙөләсәк.
Әле федераль кимәлдә Рәсәй Президентының “май” указдарын тормошҡа ашырыу маҡсатында төҙөлгән 12 милли проект раҫлана. 2019–2020 йылдарға федераль бюджет проектында ошо башланғыстарҙы ғәмәлгә индереү өсөн 400 миллиард һум самаһы ҡаҙна-ара трансферт ҡарала. Федераль һалым системаһы ла көйләнә. “Беҙҙең Финанс министрлығы теләһә ниндәй үҙгәрештәргә лә әҙер торорға һәм уларҙы Дәүләт Йыйылышы менән берлектә үҙебеҙҙә ҡанунлаштырырға бурыслы”, – тине Радий Хәбиров.
Тулайым төбәк продукты үҫеше быйыл ике процент кимәлендә булыуы көтөлә, артабанғы өс йыллыҡта ул 2,4 проценттан алып 3,4 процентҡа тиклем булыр тип күҙаллана. Сәнәғәт етештереүендә — 2,7 процент, ауыл хужалығында – 1,7 процент, сауҙала – 2,4 процент, төҙөлөштә 6,5 процент үҫеш планлаштырыла.
Иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков, финанс министры вазифаһын башҡарыусы Лира Иғтисамова, Башҡортостандың Территориаль мотлаҡ медицина страховкалауы фонды директоры Алексей Меньшиков һәм башҡалар ҙа тикшерелгән мәсьәләләр буйынса өҫтәмә мәғлүмәт бирҙе, үҙ фекерҙәрен еткерҙе. Икенсе йыл рәттән республикала инвестиция, торлаҡ төҙөп тапшырыу, халыҡтың килеме буйынса күрһәткестәр насарая. Радий Хәбиров хәлде төҙәтеү буйынса тәҡдимдәр индерергә ҡушты.
Закон проекттарын тикшереү йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Хөкүмәткә тейешле ваҡыт арауығында барлыҡ документтарҙы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарауына тапшырырға ҡушты. “Халыҡҡа беҙ ҡабул итәсәк бюджеттың асылын еткереү бик мөһим”, – тине Радий Фәрит улы.
Хөкүмәт артабанғы үҫеш һәм бюджет мәсьәләләрен тикшерә.