Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » “Һәр тауыш – яҡшыға өмөт”
Төбәк Башлығы яңы парламентҡа ышаныс белдерҙе. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республиканың алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың тәүге ултырышында ҡатнашты. Төбәк етәксеһе депутаттарҙы парламенттың яңы составында эш башлауҙары менән ҡотлап, закондар сығарыу эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен билдәләне.

Рөстәм Хәмитов Башҡортос­танда һайлау кампанияһының юғары кимәлдә үтеүе, тауыш биреү барышында тәүге тапҡыр бюлле­тен­дәрҙе эшкәртеү комплекс­та­рының киң ҡулланылыуы, был алымдың һайлау барышын асыҡ­лыҡ менән тәьмин итеүе хаҡында әйтеп үтте.

– Һәр төрлө аңлашылмау­санлыҡтарға, етди тәртип бо­ҙоуҙарға юл ҡуйылманы. Һәр һай­лаусы үҙ тауышын биреп, власть эшмәкәрлегенә, республикалағы дөйөм хәл-торошҡа мөнәсәбәтен һәм киләсәккә өмөт-ышанысын белдерҙе. Был һайлау респуб­ликабыҙҙағы ижтимағи-сәйәси, социаль тотороҡлолоҡто, һайлау­сыларҙың күп өлөшөнөң власть алып барған сәйәсәткә ышанысын асыҡ күрһәтте, – тип билдәләне төбәк Башлығы.

Рөстәм Хәмитов сәйәси көс­тәрҙең һан нисбәте буйынса республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ил күләмендә алдын­ғылар рәтендә булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Яңы парламент алты сәйәси партия вәкилдәренән туп­ланды: “Берҙәм Рәсәй”, КПРФ, ЛДПР, “Ғәҙел Рәсәй”, “Рәсәй патриоттары” һәм Рәсәйҙең “Йәшел­дәр” экологик партияһы.

– Парламент составының өстән ике өлөшө яңырыуы айырым иғтибарға лайыҡ. 75 яңы депутат һайланды. Һеҙҙең арала оҙаҡ йылдар Хөкүмәттә эшләүселәр, тәжрибәле сәнәғәтселәр, етештереү тармағы етәкселәре, финанс хеҙмәткәрҙәре, юристар, табиптар, мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәһе вәкилдәре бар. Яңы идеялар, дәрт, ынтылыш менән яныусы йәштәрҙең күп булыуы ҡыуандыра. Бығаса тупланған тәжрибәне һаҡлап, матур традицияларға таянып, парламент эшмәкәрлеген яңы көс-ҡеүәт менән дауам итеү мөһим, – тип белдерҙе сығышында Рөстәм Зәки улы. – Республика Хөкүмәте, башҡарма власть органдары барлыҡ фракциялар, сәйәси көстәр вәкилдәре менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәсәк, тип ышаныс менән әйтә алам.

Республика етәксеһе Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай “фекер алышыу майҙансығы ғына түгел, алдынғы ҡарашлы эксперттар үҙәгенә” әйләнергә, унда халыҡты борсоған иң көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелергә, иҡтисадты һәм социаль өлкәне үҫтереү буйынса тәҡдимдәр яңғырарға тейеш, тип билдәләне.

– Беҙҙең уртаҡ бурыс – көндән-көн, йылдан-йыл республикабыҙҙа йәшәү кимәлен күтәреү. Уны тор­мошҡа ашырыу өсөн закондар сығарыу һәм башҡарма власть органдарының, шулай уҡ тотош йәмәғәтселектең берҙәм эшләүе мөһим. Һеҙҙең өсөн бирелгән һәр тауыш ул Үҙәк һайлау комис­сияһы отчетында билдәләнгән һан ғына түгел. Ул – яҡшыға өмөт билдәһе. Кешеләр киләһе биш йылда мөһим мәсьәләләр буйынса закондар сығарыуҙы тап һеҙгә ышанып тапшырҙы. Был ышаныстың хаҡын тулыһынса аңлап, төптән уйланылған, яуаплы ҡарарҙар ҡабул итерһегеҙ, тип уйлайым. Һеҙҙең әүҙемлеккә, халыҡ менән тығыҙ эшләүегеҙгә, ғәҙеллеккә иҫәп тотам, – тип республика Башлығы яңы парламентҡа ҙур ышаныс белдерҙе.


Автор: Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 1

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 1

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 4

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә