Төбәк Башлығы яңы парламентҡа ышаныс белдерҙе. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республиканың алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың тәүге ултырышында ҡатнашты. Төбәк етәксеһе депутаттарҙы парламенттың яңы составында эш башлауҙары менән ҡотлап, закондар сығарыу эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен билдәләне.
Рөстәм Хәмитов Башҡортостанда һайлау кампанияһының юғары кимәлдә үтеүе, тауыш биреү барышында тәүге тапҡыр бюллетендәрҙе эшкәртеү комплекстарының киң ҡулланылыуы, был алымдың һайлау барышын асыҡлыҡ менән тәьмин итеүе хаҡында әйтеп үтте.
– Һәр төрлө аңлашылмаусанлыҡтарға, етди тәртип боҙоуҙарға юл ҡуйылманы. Һәр һайлаусы үҙ тауышын биреп, власть эшмәкәрлегенә, республикалағы дөйөм хәл-торошҡа мөнәсәбәтен һәм киләсәккә өмөт-ышанысын белдерҙе. Был һайлау республикабыҙҙағы ижтимағи-сәйәси, социаль тотороҡлолоҡто, һайлаусыларҙың күп өлөшөнөң власть алып барған сәйәсәткә ышанысын асыҡ күрһәтте, – тип билдәләне төбәк Башлығы.
Рөстәм Хәмитов сәйәси көстәрҙең һан нисбәте буйынса республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ил күләмендә алдынғылар рәтендә булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Яңы парламент алты сәйәси партия вәкилдәренән тупланды: “Берҙәм Рәсәй”, КПРФ, ЛДПР, “Ғәҙел Рәсәй”, “Рәсәй патриоттары” һәм Рәсәйҙең “Йәшелдәр” экологик партияһы.
– Парламент составының өстән ике өлөшө яңырыуы айырым иғтибарға лайыҡ. 75 яңы депутат һайланды. Һеҙҙең арала оҙаҡ йылдар Хөкүмәттә эшләүселәр, тәжрибәле сәнәғәтселәр, етештереү тармағы етәкселәре, финанс хеҙмәткәрҙәре, юристар, табиптар, мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәһе вәкилдәре бар. Яңы идеялар, дәрт, ынтылыш менән яныусы йәштәрҙең күп булыуы ҡыуандыра. Бығаса тупланған тәжрибәне һаҡлап, матур традицияларға таянып, парламент эшмәкәрлеген яңы көс-ҡеүәт менән дауам итеү мөһим, – тип белдерҙе сығышында Рөстәм Зәки улы. – Республика Хөкүмәте, башҡарма власть органдары барлыҡ фракциялар, сәйәси көстәр вәкилдәре менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәсәк, тип ышаныс менән әйтә алам.
Республика етәксеһе Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай “фекер алышыу майҙансығы ғына түгел, алдынғы ҡарашлы эксперттар үҙәгенә” әйләнергә, унда халыҡты борсоған иң көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелергә, иҡтисадты һәм социаль өлкәне үҫтереү буйынса тәҡдимдәр яңғырарға тейеш, тип билдәләне.
– Беҙҙең уртаҡ бурыс – көндән-көн, йылдан-йыл республикабыҙҙа йәшәү кимәлен күтәреү. Уны тормошҡа ашырыу өсөн закондар сығарыу һәм башҡарма власть органдарының, шулай уҡ тотош йәмәғәтселектең берҙәм эшләүе мөһим. Һеҙҙең өсөн бирелгән һәр тауыш ул Үҙәк һайлау комиссияһы отчетында билдәләнгән һан ғына түгел. Ул – яҡшыға өмөт билдәһе. Кешеләр киләһе биш йылда мөһим мәсьәләләр буйынса закондар сығарыуҙы тап һеҙгә ышанып тапшырҙы. Был ышаныстың хаҡын тулыһынса аңлап, төптән уйланылған, яуаплы ҡарарҙар ҡабул итерһегеҙ, тип уйлайым. Һеҙҙең әүҙемлеккә, халыҡ менән тығыҙ эшләүегеҙгә, ғәҙеллеккә иҫәп тотам, – тип республика Башлығы яңы парламентҡа ҙур ышаныс белдерҙе.