Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » “Милли матбуғатҡа ярҙам буласаҡ”
Өфөлә “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының Башҡортостан бүлексәһе ойошторған медиафорум үтте. Сарала республикабыҙҙың төрлө ҡала һәм райондарынан 300-ҙән ашыу матбуғат хеҙмәткәре, блогерҙар, депутаттар ҡатнашты.

Гәзит-журналдар, телевидение, радио, интернет... Бөгөн халыҡҡа тирә-йүндәге хәл-ваҡиғаларҙы күҙәтеп барыу, яңылыҡтар менән ваҡытында хәбәрҙар булыу өсөн мөмкинлек күп. Ошо яуаплы эште атҡарған киң мәғлүмәт саралары тормошобоҙҙа мөһим роль уйнай. Тап хәбәрселәр халыҡҡа сәйәси, социаль, иҡтисади, мәҙәни һәм башҡа йүнәлештәр буйынса хәбәр еткереү йәһәтенән ғәйәт ҙур эш алып бара. Етди көнәркәшлек шарттарында үҙ йөҙөңдө юғалтмау өсөн артабан нимә эшләргә, ниндәй алымдар ҡулланыу фарыз? Ошо һәм башҡа мәсьәләләр күтәрелде был йыйында.

“Интернет аша киң мәғлүмәт сараларының мөмкинлеген киңәйтеү” тигән темаға фекер алышыу май­ҙансығында республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов сығыш яһап, бөгөнгө шарттарҙа төбәк матбуғатының хәле менән таныш­тырҙы.
Борис Николаевич билдәләүенсә, республикала милли телдәге гәзит һәм журналдарҙың тиражы кәмеүе күҙәтелә. Был, үҙ сиратында, иҡтисади мөмкин­леккә лә ярайһы тәьҫир итә, 88 милли баҫманың ни бары берәүһе генә үҙенең сығымдарын ҡаплай.

Медиафорумдың пленар өлөшөндә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡатнашты. Бында һөйләшеү башлыса бөгөнгө матбуғат саралары, уларҙы борсоған проблемалар, алда торған мәсьәләләр хаҡында барҙы.

– Киң мәғлүмәт бөгөн башлыса онлайн режимында эшләй. Ҡайһы бер саҡта ысынбарлыҡтан уйҙырманы айырып алырға тура килә. Әммә тура һүҙле журналистарҙың абруйы төшмәне, артабан да шулай буласаҡ. Журналист һүҙе йәмғиәт фекерен белдерергә һәм йүнәлеш бирергә тейеш. Ә беҙҙә бының өсөн матур башланғыстар күп, – тине Рөстәм Зәки улы.

Билдәле булыуынса, Рәсәйҙә һанлы телетапшырыуҙарға күсеү даими дауам итә. Был ғәҙәти каналдар өсөн ҙур хәүеф тыуҙыра, сөнки киләһе йыл башынан программалар ваҡыты ҡыҫҡартылыуы көтөлә. Дәүләт халҡы йөҙ меңдән аҙ булған ҡалаларҙағы телеканалдарға субсидия биреүҙе туҡтатасаҡ. Тап ошо юҫыҡта етди һөйләшеү барҙы, теләктәр әйтелде. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ярҙам буласағын, тейешле тәҡдим менән Рәсәй Дәүләт Думаһына мөрәжәғәт итәсәген белдерҙе.

– Беҙ халыҡты бындай програм­маларҙан мәхрүм итә алмайбыҙ. Кабель телевидениеһы операторҙары селтәрҙәрендә 22-се төймәне муниципаль каналдарға беркетеү йәһәтенән эште дауам итәсәкбеҙ, – тине Рөстәм Зәки улы.

Бөгөн ниндәй генә заманса, юғары технологиялар менән ҡоралланһаҡ та, матбуғаттың һөҙөмтәле эшләүе үҙ һөнәрен яҡшы үҙләштергән белгес­тәргә бәйле. Сарала телмәр тотоусылар ошо хаҡта бер нисә тапҡыр белдерҙе. Ошо йәһәттән “Ватандаш” журналының баш мөхәррире, БДУ-ның журналистика кафедраһы мөдире Рәшиҙә Мәһәҙиеваның сығышы урынлы булды.

– Быйыл беҙҙең журналистика кафедраһына бюджет урындары бөтөнләй бирелмәне, – тине ул. – Ҡабул ителгән студенттарыбыҙ барыһы ла түләүле нигеҙҙә уҡыясаҡ. Хаҡы – йылына туҡһан мең һум. Бындай шарттарҙа беҙгә ауыл мәктәптәрен тамамлаған уҡыусылар килмәй һәм инә алмай. Билдәле булыуынса, милли матбуғат баҫмаларында башлыса ауылдарҙан, райондарҙан сыҡҡан кешеләр эшләй. Һәм уларҙың күбеһе бөгөндән йәш кадрҙарға мохтаж. Элегерәк БДУ-ның журналистика бүлегендә башҡорт, татар бүлектәре бар ине һәм уларҙа бюджет нигеҙендә уҡытылды. Милли журналистикала кадрҙар мәсьәләһе айырыуса ҡырҡыу тора. Был мәсьәләлә Һеҙҙең ярҙам кәрәк, Рөстәм Зәкиевич.

Сығышты диҡҡәт менән тыңлаған Рөстәм Зәки улы:
– Республика был сығымдарҙы күтәрә ала. Мин һеҙгә ярҙам итергә вәғәҙә бирәм, – тине.


Автор: Венер ИСХАҠОВ


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......

Тотош уҡырға 0

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт

Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......

Тотош уҡырға 0

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 0

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 28.07.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте 14.07.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта 14 июлдә Өфө ҡалаһы округы советының сираттан тыш 65-се ултырышында ҡала советы рәйесе ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк» 13.07.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне 13.07.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ......

Тотош уҡырға 0

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

9 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе Өфө хосписының тыуған ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә