Өфөлә “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының Башҡортостан бүлексәһе ойошторған медиафорум үтте. Сарала республикабыҙҙың төрлө ҡала һәм райондарынан 300-ҙән ашыу матбуғат хеҙмәткәре, блогерҙар, депутаттар ҡатнашты.
Гәзит-журналдар, телевидение, радио, интернет... Бөгөн халыҡҡа тирә-йүндәге хәл-ваҡиғаларҙы күҙәтеп барыу, яңылыҡтар менән ваҡытында хәбәрҙар булыу өсөн мөмкинлек күп. Ошо яуаплы эште атҡарған киң мәғлүмәт саралары тормошобоҙҙа мөһим роль уйнай. Тап хәбәрселәр халыҡҡа сәйәси, социаль, иҡтисади, мәҙәни һәм башҡа йүнәлештәр буйынса хәбәр еткереү йәһәтенән ғәйәт ҙур эш алып бара. Етди көнәркәшлек шарттарында үҙ йөҙөңдө юғалтмау өсөн артабан нимә эшләргә, ниндәй алымдар ҡулланыу фарыз? Ошо һәм башҡа мәсьәләләр күтәрелде был йыйында.
“Интернет аша киң мәғлүмәт сараларының мөмкинлеген киңәйтеү” тигән темаға фекер алышыу майҙансығында республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов сығыш яһап, бөгөнгө шарттарҙа төбәк матбуғатының хәле менән таныштырҙы.
Борис Николаевич билдәләүенсә, республикала милли телдәге гәзит һәм журналдарҙың тиражы кәмеүе күҙәтелә. Был, үҙ сиратында, иҡтисади мөмкинлеккә лә ярайһы тәьҫир итә, 88 милли баҫманың ни бары берәүһе генә үҙенең сығымдарын ҡаплай.
Медиафорумдың пленар өлөшөндә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡатнашты. Бында һөйләшеү башлыса бөгөнгө матбуғат саралары, уларҙы борсоған проблемалар, алда торған мәсьәләләр хаҡында барҙы.
– Киң мәғлүмәт бөгөн башлыса онлайн режимында эшләй. Ҡайһы бер саҡта ысынбарлыҡтан уйҙырманы айырып алырға тура килә. Әммә тура һүҙле журналистарҙың абруйы төшмәне, артабан да шулай буласаҡ. Журналист һүҙе йәмғиәт фекерен белдерергә һәм йүнәлеш бирергә тейеш. Ә беҙҙә бының өсөн матур башланғыстар күп, – тине Рөстәм Зәки улы.
Билдәле булыуынса, Рәсәйҙә һанлы телетапшырыуҙарға күсеү даими дауам итә. Был ғәҙәти каналдар өсөн ҙур хәүеф тыуҙыра, сөнки киләһе йыл башынан программалар ваҡыты ҡыҫҡартылыуы көтөлә. Дәүләт халҡы йөҙ меңдән аҙ булған ҡалаларҙағы телеканалдарға субсидия биреүҙе туҡтатасаҡ. Тап ошо юҫыҡта етди һөйләшеү барҙы, теләктәр әйтелде. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ярҙам буласағын, тейешле тәҡдим менән Рәсәй Дәүләт Думаһына мөрәжәғәт итәсәген белдерҙе.
– Беҙ халыҡты бындай программаларҙан мәхрүм итә алмайбыҙ. Кабель телевидениеһы операторҙары селтәрҙәрендә 22-се төймәне муниципаль каналдарға беркетеү йәһәтенән эште дауам итәсәкбеҙ, – тине Рөстәм Зәки улы.
Бөгөн ниндәй генә заманса, юғары технологиялар менән ҡоралланһаҡ та, матбуғаттың һөҙөмтәле эшләүе үҙ һөнәрен яҡшы үҙләштергән белгестәргә бәйле. Сарала телмәр тотоусылар ошо хаҡта бер нисә тапҡыр белдерҙе. Ошо йәһәттән “Ватандаш” журналының баш мөхәррире, БДУ-ның журналистика кафедраһы мөдире Рәшиҙә Мәһәҙиеваның сығышы урынлы булды.
– Быйыл беҙҙең журналистика кафедраһына бюджет урындары бөтөнләй бирелмәне, – тине ул. – Ҡабул ителгән студенттарыбыҙ барыһы ла түләүле нигеҙҙә уҡыясаҡ. Хаҡы – йылына туҡһан мең һум. Бындай шарттарҙа беҙгә ауыл мәктәптәрен тамамлаған уҡыусылар килмәй һәм инә алмай. Билдәле булыуынса, милли матбуғат баҫмаларында башлыса ауылдарҙан, райондарҙан сыҡҡан кешеләр эшләй. Һәм уларҙың күбеһе бөгөндән йәш кадрҙарға мохтаж. Элегерәк БДУ-ның журналистика бүлегендә башҡорт, татар бүлектәре бар ине һәм уларҙа бюджет нигеҙендә уҡытылды. Милли журналистикала кадрҙар мәсьәләһе айырыуса ҡырҡыу тора. Был мәсьәләлә Һеҙҙең ярҙам кәрәк, Рөстәм Зәкиевич.
Сығышты диҡҡәт менән тыңлаған Рөстәм Зәки улы:
– Республика был сығымдарҙы күтәрә ала. Мин һеҙгә ярҙам итергә вәғәҙә бирәм, – тине.