Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Донъялар буталып тора...
Донъялар буталып тора...Рәсәйҙе көсһөҙләндереүгә Америка Ҡушма Штаттары күп көс һалды. Һөҙөмтәлә илде тарҡатыуға өлгәште, әммә һуңғы сиккә еткереүгә саҡ ҡына өлгөрә алмай ҡалды, Борис Ельцин влас­тан мәлендә китеп өлгөрҙө. Әлбиттә, ил именлеге хеҙмәтендә эшләп, халыҡ-ара сәйәсәтте яҡшы аңлаған Владимир Путинға ла Рәсәйҙе аяҡҡа баҫтырыу, элекке ҡеүәтен ҡайтарыу еңелдән түгел. Әммә уның эҙмә-эҙлекле эшенең ыңғай һөҙөмтәһен күрмәү мөмкин түгел. Улар араһында — Ҡырым һәм Севастополде ҡайтарыу, илдең Ҡораллы көстәрен аяҡҡа баҫтырыу, Рәсәйҙең донъя кимәлендә абруйын арттырыу һәм башҡалар...


Бәйләнергә сәбәп эҙләйҙәр

Көслө Рәсәй бер кемгә лә кәрәкмәй, айырыуса АҠШ, Бөйөк Британия, Германия, Франция кеүек агрессор илдәргә. Шуға ла, төрлө сәбәптәр табып, улар Рәсәйҙе ҡаҡшатыу, юҡҡа сығарыу өсөн нимәләр генә уйлап тапмай. Хәҙер көн һайын тиерлек инде­рел­гән санкцияларға өйрәнеп тә бөттөк. АҠШ президентын һай­лауҙа Дональд Трамптың еңеп сығыуында ла беҙҙең илде ғәйепләнеләр. Ғөмүмән, XX быуатта Рәсәйгә ҡарата 174 тапҡыр санкция иғлан ителгән, уларҙың сама менән 110-ын АҠШ ҡуллан­ған.
Яңыраҡ Бөйөк Британияла элекке шпион Сергей Скрипаль һәм уның ҡыҙын ағыулау енә­йәтендә лә Рәсәйҙең махсус хеҙ­мәттәрен ғәйепләп ҡуйҙылар. “Ҙур етәү” илдәренең (Бөйөк Британия, Германия, Италия, Канада, АҠШ, Франция, Япония) Сит ил министрлыҡтары Скрипаль һәм уның ҡыҙы буйынса Рәсәйҙән “тиҙ яуап биреүҙе” талап итте. “Рәсәйҙән Солсбериҙа булған хәлгә бәйле һорауҙарға тиҙ арала яуап биреүен талап итәбеҙ”, – тиелә документта. Шулай уҡ быға тиклем билдәле булмаған ағыулаусы матдәне – “Новичок”­ты етештереү програм­маһын да биреүҙе талап итәләр. “Хәл-торошона ҡарамайынса, химик ҡоралды файҙаланыуҙың барлыҡ осраҡтары ла Химик ҡоралды тыйыу халыҡ-ара конвенцияһы ҡануниәттәрен туранан-тура боҙоу ул. Ағыулаусы матдәләр бөтәбеҙ өсөн дә хәүеф тыуҙыра”, – тигән талап ҡуйып маташалар.

Һылтау кәрәк

Һуңғы йылдарҙа Америка “химик ҡоралдары бар” тип бәйлә­неп, үҙе теләгән илгә һөжүм итеүҙе ғәҙәткә индереп алды. Мәҫәлән, нефткә бай Ираҡтың аҫтын-өҫкә әйләндерҙе. Унда ла һуғыш башлауҙың сәбәбен химик ҡоралға һылтаны. Ә бит төп сәбәп “ҡара алтынға” барып тоташа. Ошо төбәктә тәртип тотҡан Сәддәм Хөсәйендең режимын алып ташлау Яҡын Көнсығышта радикаль көстәрҙең күпкә артыуына булышлыҡ итте, йәғни терроризмға яңы юлдар, уңайлы мөхит асылды.
Әле Сүриәлә лә шул уҡ хәл. Рәсәй ошо ил президенты Бәшәр Әсәдтең режимын яҡлап сыҡма­һа, күптән уны ла юҡ итерҙәр ине. Әммә әле беҙҙең илдең ҡыҫылыуы арҡаһында агрессор илдәр бында хужа була алмай интегә.
Әммә Америка сәбәп тапмай торамы һуң?! Бына тағы ла Бәшәр Әсәд үҙ халҡына ҡаршы химик ҡорал ҡулланған, тип АҠШ, Бөйөк Британия, Франция Сүриә­не бомбаға тотто. Был иһә бер аҙ тыныслыҡ урынлаша башла­ған илдәге хәлде тағы ла киҫкенләштереп ебәрҙе. Әсәд режимына ҡаршы булғандар тағы ла әүҙемләште.
Америка күптән инде бер кем­дән дә кәңәш һорамай, хатта Бер­ләшкән Милләттәр Ойошма­һы ла уға ҡаршы ризаһыҙлыҡ белдермәй. Ул АҠШ өсөн генә эшләй тип әйтһәк тә, хата булмаҫ. Сәйәсәттән ситтә торған һәм бәй­һеҙ этте хәтерләткән “көслөләр” иһә башҡа халыҡтар тураһында уйланыр хәлдә түгел. Улар: “Милли мәнфәғәт хаҡына”, – тип аҡланыу яйын күрә.
Сүриәнең Дума ҡалаһындағы хәлде Рәсәйҙең сит ил эштәр министры Сергей Лавров былай баһаланы: “Был хәлде Көнба­йыштағы коллегалар тыуҙырҙы, улар бик яуапһыҙ эш итте, тип иҫәпләйем. Улар Сүриә властарын тыныс халыҡҡа ҡаршы химик ҡорал ҡулланыуҙа һәм беҙҙе уларҙың союздаштары тип ғә­йепләне. Етмәһә, инспектор­ҙарҙың хәл булған урынға сығып тикшергәнен көтмәнеләр. Химик ҡоралды тыйыу буйынса ойошма инспекторҙары Ливандан хәл булған урынға сығырға торғанда улар Сүриәне утҡа тотто”.
Ошондай сигнал булған саҡта агрессор илдәр тағы ла һөжүм итәсәген йәшермәй. Уларҙы ил­дәге хәрби хәрәкәттәрҙең яңынан тоҡаныуы, ғәйепһеҙ кешеләрҙең һәләк булыуы борсомай. Тик шуныһы ҡыҙғаныс: улар киң мәғлүмәт сараларындағы һәм социаль селтәрҙәрҙәге хәбәргә таянып, илгә һөжүм иткән өсөн бер ваҡытта ла яуап тотмаясаҡ.
Әле әйтеп үтеүебеҙсә, һуңғы ваҡытта Америка Ҡушма Штаттары һәм уларҙың союздаштары, химик ҡорал ҡулланыуҙа ғәйеп­ләп, дошмандарына һөжүм итә. Әле лә Бөйөк Британияның Рәсәйҙе Скрипалде химик матдә менән ағыулауҙа ғәйепләүе ошо йәһәттән һағайыу тыуҙыра. Был осраҡта яҡшыға юрарға ғына ҡала.


Автор: Рәмилә МУСИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров БДМУ ятағында Һиндостан студенттары менән осрашты
Республика етәксеһе  БДМУ ятағында зыян күргәндәргә ярҙам күрһәтергә ҡушты

Республика етәксеһе БДМУ ятағында зыян күргәндәргә ярҙам күрһәтергә ҡушты 09.02.2026 // Сәйәсәт

Дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә уҙған аҙнала Өфөнөң 16-сы мәктәбендә һәм БДМУ ятағында ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан Башлығы хис-тойғоларҙы ситкә ҡуйырға һәм мәктәптәрҙең хәүефһеҙлеге мәсьәләләрен хәл итергә саҡырҙы

Башҡортостан Башлығы хис-тойғоларҙы ситкә ҡуйырға һәм мәктәптәрҙең хәүефһеҙлеге мәсьәләләрен хәл итергә саҡырҙы 09.02.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә уҙған аҙнала Өфөнөң 16-сы ......

Тотош уҡырға 2

Тәлғәт Тажетдин Рәсәйҙең Дини берләшмәләр буйынса советының яңы составына инде

Тәлғәт Тажетдин Рәсәйҙең Дини берләшмәләр буйынса советының яңы составына инде 05.02.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй Президенты ҡарамағында Дини берләшмәләр менән үҙ-ара эш итеү советы ойошторолдо. Тейешле ......

Тотош уҡырға 3

Фиҙәрис Лоҡманов «Горзеленхоз» етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Фиҙәрис Лоҡманов «Горзеленхоз» етәксеһе итеп тәғәйенләнде 04.02.2026 // Сәйәсәт

Фиҙәрис Лоҡманов «Горзеленхоз» етәксеһе итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 2

Баш ҡала хакимиәтендә – кадрҙар үҙгәреше

Баш ҡала хакимиәтендә – кадрҙар үҙгәреше 04.02.2026 // Сәйәсәт

Ратмир Мәүлиев мэрияла «Өфө мөхите» оператив кәңәшмәһе барышында кадрҙар алмашыныуы тураһында хәбәр ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Запорожье өлкәһе менән парламент-ара килешеү төҙөй

Башҡортостан Запорожье өлкәһе менән парламент-ара килешеү төҙөй 04.02.2026 // Сәйәсәт

Килешеү Запорожье өлкәһенең сәйәси-хоҡуҡи интеграцияһы ҡоралы булып тора....

Тотош уҡырға 3

Республика Башлығы Идаралығының элекке етәксеһе Өфөнөң вице-мэры итеп тәғәйенләнде

Республика Башлығы Идаралығының элекке етәксеһе Өфөнөң вице-мэры итеп тәғәйенләнде 30.01.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Идаралығының элекке етәксеһе Өфөнөң вице-мэры итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 7

Республиканың хеҙмәт коллективтарына генерал Шайморатов ордены тапшырыла

Республиканың хеҙмәт коллективтарына генерал Шайморатов ордены тапшырыла 30.01.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров республика хөкүмәтенә ошондай күрһәтмә бирҙе....

Тотош уҡырға 2

Елена Прочаковская Башҡортостан Башлығы хакимиәтендә эш башланы

Елена Прочаковская Башҡортостан Башлығы хакимиәтендә эш башланы 30.01.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығының Социаль коммуникациялар идаралығы еткәсеһе итеп йәнә Елена Прочаковская ......

Тотош уҡырға 2

Барыһы ла Еңеү өсөн: Радий Хәбиров 2026 йылдың өс төп һүҙен атаны

Барыһы ла Еңеү өсөн: Радий Хәбиров 2026 йылдың өс төп һүҙен атаны 30.01.2026 // Сәйәсәт

Быйылға иң мөһим бурысты ошо өс һүҙ менән әйтеп бирә алам – БАРЫҺЫ ЛА ЕҢЕҮ ӨСӨН! Бөгөн Башҡортостан ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда хәүефле үҫемлектәрҙе юҡ итеү тураһында закон ҡабул ителә

Башҡортостанда хәүефле үҫемлектәрҙе юҡ итеү тураһында закон ҡабул ителә 29.01.2026 // Сәйәсәт

Февралдә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары хәүефле үҫемлектәрҙе юҡ итеү тураһында ......

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә