Рәсәйҙе көсһөҙләндереүгә Америка Ҡушма Штаттары күп көс һалды. Һөҙөмтәлә илде тарҡатыуға өлгәште, әммә һуңғы сиккә еткереүгә саҡ ҡына өлгөрә алмай ҡалды, Борис Ельцин властан мәлендә китеп өлгөрҙө. Әлбиттә, ил именлеге хеҙмәтендә эшләп, халыҡ-ара сәйәсәтте яҡшы аңлаған Владимир Путинға ла Рәсәйҙе аяҡҡа баҫтырыу, элекке ҡеүәтен ҡайтарыу еңелдән түгел. Әммә уның эҙмә-эҙлекле эшенең ыңғай һөҙөмтәһен күрмәү мөмкин түгел. Улар араһында — Ҡырым һәм Севастополде ҡайтарыу, илдең Ҡораллы көстәрен аяҡҡа баҫтырыу, Рәсәйҙең донъя кимәлендә абруйын арттырыу һәм башҡалар...Бәйләнергә сәбәп эҙләйҙәрКөслө Рәсәй бер кемгә лә кәрәкмәй, айырыуса АҠШ, Бөйөк Британия, Германия, Франция кеүек агрессор илдәргә. Шуға ла, төрлө сәбәптәр табып, улар Рәсәйҙе ҡаҡшатыу, юҡҡа сығарыу өсөн нимәләр генә уйлап тапмай. Хәҙер көн һайын тиерлек индерелгән санкцияларға өйрәнеп тә бөттөк. АҠШ президентын һайлауҙа Дональд Трамптың еңеп сығыуында ла беҙҙең илде ғәйепләнеләр. Ғөмүмән, XX быуатта Рәсәйгә ҡарата 174 тапҡыр санкция иғлан ителгән, уларҙың сама менән 110-ын АҠШ ҡулланған.
Яңыраҡ Бөйөк Британияла элекке шпион Сергей Скрипаль һәм уның ҡыҙын ағыулау енәйәтендә лә Рәсәйҙең махсус хеҙмәттәрен ғәйепләп ҡуйҙылар. “Ҙур етәү” илдәренең (Бөйөк Британия, Германия, Италия, Канада, АҠШ, Франция, Япония) Сит ил министрлыҡтары Скрипаль һәм уның ҡыҙы буйынса Рәсәйҙән “тиҙ яуап биреүҙе” талап итте. “Рәсәйҙән Солсбериҙа булған хәлгә бәйле һорауҙарға тиҙ арала яуап биреүен талап итәбеҙ”, – тиелә документта. Шулай уҡ быға тиклем билдәле булмаған ағыулаусы матдәне – “Новичок”ты етештереү программаһын да биреүҙе талап итәләр. “Хәл-торошона ҡарамайынса, химик ҡоралды файҙаланыуҙың барлыҡ осраҡтары ла Химик ҡоралды тыйыу халыҡ-ара конвенцияһы ҡануниәттәрен туранан-тура боҙоу ул. Ағыулаусы матдәләр бөтәбеҙ өсөн дә хәүеф тыуҙыра”, – тигән талап ҡуйып маташалар.
Һылтау кәрәкҺуңғы йылдарҙа Америка “химик ҡоралдары бар” тип бәйләнеп, үҙе теләгән илгә һөжүм итеүҙе ғәҙәткә индереп алды. Мәҫәлән, нефткә бай Ираҡтың аҫтын-өҫкә әйләндерҙе. Унда ла һуғыш башлауҙың сәбәбен химик ҡоралға һылтаны. Ә бит төп сәбәп “ҡара алтынға” барып тоташа. Ошо төбәктә тәртип тотҡан Сәддәм Хөсәйендең режимын алып ташлау Яҡын Көнсығышта радикаль көстәрҙең күпкә артыуына булышлыҡ итте, йәғни терроризмға яңы юлдар, уңайлы мөхит асылды.
Әле Сүриәлә лә шул уҡ хәл. Рәсәй ошо ил президенты Бәшәр Әсәдтең режимын яҡлап сыҡмаһа, күптән уны ла юҡ итерҙәр ине. Әммә әле беҙҙең илдең ҡыҫылыуы арҡаһында агрессор илдәр бында хужа була алмай интегә.
Әммә Америка сәбәп тапмай торамы һуң?! Бына тағы ла Бәшәр Әсәд үҙ халҡына ҡаршы химик ҡорал ҡулланған, тип АҠШ, Бөйөк Британия, Франция Сүриәне бомбаға тотто. Был иһә бер аҙ тыныслыҡ урынлаша башлаған илдәге хәлде тағы ла киҫкенләштереп ебәрҙе. Әсәд режимына ҡаршы булғандар тағы ла әүҙемләште.
Америка күптән инде бер кемдән дә кәңәш һорамай, хатта Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы ла уға ҡаршы ризаһыҙлыҡ белдермәй. Ул АҠШ өсөн генә эшләй тип әйтһәк тә, хата булмаҫ. Сәйәсәттән ситтә торған һәм бәйһеҙ этте хәтерләткән “көслөләр” иһә башҡа халыҡтар тураһында уйланыр хәлдә түгел. Улар: “Милли мәнфәғәт хаҡына”, – тип аҡланыу яйын күрә.
Сүриәнең Дума ҡалаһындағы хәлде Рәсәйҙең сит ил эштәр министры Сергей Лавров былай баһаланы: “Был хәлде Көнбайыштағы коллегалар тыуҙырҙы, улар бик яуапһыҙ эш итте, тип иҫәпләйем. Улар Сүриә властарын тыныс халыҡҡа ҡаршы химик ҡорал ҡулланыуҙа һәм беҙҙе уларҙың союздаштары тип ғәйепләне. Етмәһә, инспекторҙарҙың хәл булған урынға сығып тикшергәнен көтмәнеләр. Химик ҡоралды тыйыу буйынса ойошма инспекторҙары Ливандан хәл булған урынға сығырға торғанда улар Сүриәне утҡа тотто”.
Ошондай сигнал булған саҡта агрессор илдәр тағы ла һөжүм итәсәген йәшермәй. Уларҙы илдәге хәрби хәрәкәттәрҙең яңынан тоҡаныуы, ғәйепһеҙ кешеләрҙең һәләк булыуы борсомай. Тик шуныһы ҡыҙғаныс: улар киң мәғлүмәт сараларындағы һәм социаль селтәрҙәрҙәге хәбәргә таянып, илгә һөжүм иткән өсөн бер ваҡытта ла яуап тотмаясаҡ.
Әле әйтеп үтеүебеҙсә, һуңғы ваҡытта Америка Ҡушма Штаттары һәм уларҙың союздаштары, химик ҡорал ҡулланыуҙа ғәйепләп, дошмандарына һөжүм итә. Әле лә Бөйөк Британияның Рәсәйҙе Скрипалде химик матдә менән ағыулауҙа ғәйепләүе ошо йәһәттән һағайыу тыуҙыра. Был осраҡта яҡшыға юрарға ғына ҡала.