Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » “Алтын йөҙ” тәҡдим итә
“Алтын йөҙ” тәҡдим итә“Тәмәкеһеҙ республика”, “Стартҡа хоҡуҡ — хәрәкәттә”, “Башҡортостан Республикаһының халыҡ Хөкүмәте”, “Ауыл кешеләре өсөн медицина-диагностика үҙәге”, “Һәүәҫкәрҙәр хоккей лигаһы” — быларҙың барыһы ла Рәсәй сәйәсәте мәктәбенең өсөнсө сығарылышы уҡыусыларының киләсәктә республикала тормошҡа ашырырға тәҡдим иткән проекттары. Уларҙы Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙе тыңланы.
Проекттар буйынса фекер алышыу республика Президентының Рәсәй сәйәсәте мәктәбенең сығарылыш уҡыусылары менән осрашыуы ваҡытында булды. Әлеге мәктәп Башҡортостанда эш башлағаны бирле, өс сығарылыш булып, уны йөҙ кеше тамамланы. Уларҙы үҙ-ара “алтын йөҙ” тип тә йөрөтәләр икән. Республиканың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай залында үткән осрашыуҙа мәктәпте тамамлаусылар менән Рөстәм Хәмитовтан тыш, Сәйәси тикшеренеүҙәр институты директоры, Г.В. Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисади университеты проректоры, МДУ доценты Сергей Макаров, “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Алтын йөҙ” тәҡдим итәЮғары Советы рәйесе кәңәшсеһе Юрий Котлер, Социаль-консерватив сәйәсәт үҙәгенең генераль директоры Людмила Шувалова, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев һәм “Берҙәм Рәсәй”ҙең Башҡортостан төбәк башҡарма комитеты рәйесе Альберт Мифтахов ҡатнашты.
Рөстәм Зәки улының фекеренсә, Рәсәй сәйәсәте мәктәбе республика өсөн юғары кимәлдәге белгестәр әҙерләргә ярҙам иткән уңышлы проект булмаҡсы.
— Беҙгә белемле, ижади фекерләүсе кешеләр етмәй. Һеҙ төрлө идея һәм бурыстарҙы уйлап сығарырға ғына түгел, уны тормошҡа ашыра ла белергә тейешһегеҙ, — тине Рөстәм Зәки улы.
Президент әйтеүенсә, бөгөн Рәсәй сәйәсәте мәктәбен тамамлаусыларҙың ҡайһы берҙәре уңышлы эш башлаған. Партия структураһында, башҡарма власть органдарында хеҙмәт итеүселәр бар.
— Оҙаҡламай республикала кадрҙар үҫеше буйынса программа ҡабул итәсәкбеҙ. Бындай программалар күп, ҡайһы берҙәре эшләй ҙә. Әммә ул ғына әҙ, ныҡлы алға китеш кәрәк беҙгә. Әгәр быны эшләмәһәк, күрше төбәктәрҙән еңеләсәкбеҙ, — тине Рөстәм Хәмитов. — Беҙҙең һеҙгә ышанысыбыҙ ҙур. Бөгөндән үк әҙерләгән проекттарығыҙҙы алабыҙ, уларҙы тикшергәндән һуң тормошҡа ашырыу мөмкинлектәрен ҡарарбыҙ.
Рәсәй сәйәсәте мәктәбен тамамлаусыларҙың проекттарына килгәндә, уларҙың күптәре әүҙем тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, өлкәндәр өсөн “Халыҡ университеты”, “Социаль туризм”, “Башҡортостандың социаль картаһы”, “Асыҡ мөхит” һәм башҡа билдәле программалар тап уларҙың ҡатнашлығында эшләнде. Осрашыу барышында тәҡдим ителгән биш проект та ҡыҙыҡһыныу уятты. Ваҡыттың аҙ булыуы сәбәпле, тыңланмай ҡалған проекттар ҙа булды, әммә уларҙы ла республика етәкселеге һис шикһеҙ иғтибарға аласаҡ.
Әлфиә ӘЙҮПОВА




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 3

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 2

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 5

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4


  1. Ләйлә Нуриева
    Ләйлә Нуриева от 24.04.2012, 09:04
    хәйерле көн! Мәҡәләнең темаһын билдәләгәндә, бик ҙур хата ебәрелгән, был осраҡта 100-ҙө һан менән яҙырға кәрәк. ЙӨҘ һүҙенең мәғәнәһе - лицо.

Комментарий өҫтәргә