“Тәмәкеһеҙ республика”, “Стартҡа хоҡуҡ — хәрәкәттә”, “Башҡортостан Республикаһының халыҡ Хөкүмәте”, “Ауыл кешеләре өсөн медицина-диагностика үҙәге”, “Һәүәҫкәрҙәр хоккей лигаһы” — быларҙың барыһы ла Рәсәй сәйәсәте мәктәбенең өсөнсө сығарылышы уҡыусыларының киләсәктә республикала тормошҡа ашырырға тәҡдим иткән проекттары. Уларҙы Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙе тыңланы.
Проекттар буйынса фекер алышыу республика Президентының Рәсәй сәйәсәте мәктәбенең сығарылыш уҡыусылары менән осрашыуы ваҡытында булды. Әлеге мәктәп Башҡортостанда эш башлағаны бирле, өс сығарылыш булып, уны йөҙ кеше тамамланы. Уларҙы үҙ-ара “алтын йөҙ” тип тә йөрөтәләр икән. Республиканың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай залында үткән осрашыуҙа мәктәпте тамамлаусылар менән Рөстәм Хәмитовтан тыш, Сәйәси тикшеренеүҙәр институты директоры, Г.В. Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисади университеты проректоры, МДУ доценты Сергей Макаров, “Берҙәм Рәсәй” партияһының
Юғары Советы рәйесе кәңәшсеһе Юрий Котлер, Социаль-консерватив сәйәсәт үҙәгенең генераль директоры Людмила Шувалова, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев һәм “Берҙәм Рәсәй”ҙең Башҡортостан төбәк башҡарма комитеты рәйесе Альберт Мифтахов ҡатнашты.
Рөстәм Зәки улының фекеренсә, Рәсәй сәйәсәте мәктәбе республика өсөн юғары кимәлдәге белгестәр әҙерләргә ярҙам иткән уңышлы проект булмаҡсы.
— Беҙгә белемле, ижади фекерләүсе кешеләр етмәй. Һеҙ төрлө идея һәм бурыстарҙы уйлап сығарырға ғына түгел, уны тормошҡа ашыра ла белергә тейешһегеҙ, — тине Рөстәм Зәки улы.
Президент әйтеүенсә, бөгөн Рәсәй сәйәсәте мәктәбен тамамлаусыларҙың ҡайһы берҙәре уңышлы эш башлаған. Партия структураһында, башҡарма власть органдарында хеҙмәт итеүселәр бар.
— Оҙаҡламай республикала кадрҙар үҫеше буйынса программа ҡабул итәсәкбеҙ. Бындай программалар күп, ҡайһы берҙәре эшләй ҙә. Әммә ул ғына әҙ, ныҡлы алға китеш кәрәк беҙгә. Әгәр быны эшләмәһәк, күрше төбәктәрҙән еңеләсәкбеҙ, — тине Рөстәм Хәмитов. — Беҙҙең һеҙгә ышанысыбыҙ ҙур. Бөгөндән үк әҙерләгән проекттарығыҙҙы алабыҙ, уларҙы тикшергәндән һуң тормошҡа ашырыу мөмкинлектәрен ҡарарбыҙ.
Рәсәй сәйәсәте мәктәбен тамамлаусыларҙың проекттарына килгәндә, уларҙың күптәре әүҙем тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, өлкәндәр өсөн “Халыҡ университеты”, “Социаль туризм”, “Башҡортостандың социаль картаһы”, “Асыҡ мөхит” һәм башҡа билдәле программалар тап уларҙың ҡатнашлығында эшләнде. Осрашыу барышында тәҡдим ителгән биш проект та ҡыҙыҡһыныу уятты. Ваҡыттың аҙ булыуы сәбәпле, тыңланмай ҡалған проекттар ҙа булды, әммә уларҙы ла республика етәкселеге һис шикһеҙ иғтибарға аласаҡ.
Әлфиә ӘЙҮПОВА