Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Шарттар бөтәһе өсөн дә тигеҙ
Шарттар бөтәһе өсөн дә тигеҙБашҡортостан татарҙары төбәк милли-мәҙәни автономияһының III конференцияһында ҡатнашыусылар үҙҙәрен борсоған байтаҡ мәсьәләне көн үҙәгенә сығарҙы. Улар республика етәкселеге һәм йәмәғәтселек тарафынан аңлау һәм яҡлау табыуға өмөт итә.
Өфөнөң "Нур" татар дәүләт театры бинаһында ойошторолған ҙур сарала Башҡортостандың төрлө ҡала һәм райондарынан 300-ҙән ашыу делегат, власть органдары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, дин әһелдәре ҡатнашты. Уларҙы сәләмләп, Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Марат Шарттар бөтәһе өсөн дә тигеҙМәрҙәнов республика етәксеһе Рөстәм Хәмитовтың тәбрикләү хатын уҡып ишеттерҙе.
“Башҡортостан — Рәсәйҙә иң күп милләтле төбәктәрҙең береһе, — тиелә ҡотлауҙа. — Беҙҙә һөҙөмтәле милли-мәҙәни сәйәсәт алып барыла, ул телдәрҙе, милли мәғарифты һәм матбуғатты үҫтереүгә, йәмғиәттәге татыулыҡты нығытыуға йүнәлтелгән. Быуаттар дауамында төбәктә башҡорт һәм татар халыҡтары дуҫ, берҙәм йәшәй, үҙ-ара хеҙмәттәшлектә күркәм мәҙәниәт өлгөләре барлыҡҡа килтерә...”
Шарттар бөтәһе өсөн дә тигеҙ
Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин да йыйынға фатиха бирҙе. Уның әйтеүенсә, төрлө милләтле һәи динле йәмғиәттә йәшәүебеҙ — Аллаһы Тәғәләнең тәҡдире. "Динебеҙ күршеләреңә һәр саҡ яҡшы мөнәсәбәттә булырға, шул уҡ ваҡытта үҙ телеңде, мәҙәниәтеңде, халҡыңды һәм Ватаныңды яратырға, ҡәҙерләргә өйрәтә", — тине ул.
Конференцияны ойоштороу комитеты рәйесе, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов республикала татар мәҙәниәтен Шарттар бөтәһе өсөн дә тигеҙһаҡлау йәһәтенән күп эш башҡарылыуын билдәләне, татар театрҙары һәм халыҡ коллективтары эшләүен, Бүздәк районында "Килем" татар тарихи-мәҙәни үҙәге булыуын бәйән итте. "Бынан тыш, йыл да Башҡортостандан йөҙҙәрсә турист "Бөйөк Болғарға сәфәр" проектында ҡатнаша. Республикала әсә телен өйрәнеү өсөн шарттар киң, уны мәктәптәрҙә, гимназияларҙа ғына түгел, балалар баҡсаларында, юғары уҡыу йорттарында ла уҡыталар. Йыл һайын татар теле буйынса олимпиадалар үткәрелә, "Татар теле һәм әҙәбиәтенең йыл уҡытыусыһы" конкурсы ойошторола. Төбәктә татар телендә дәреслектәр, китаптар, матбуғат баҫмалары нәшер ителә, телевидение һәм радио тапшырыуҙары эфирға сыға", — тине Салауат Тәлғәт улы.
Шарттар бөтәһе өсөн дә тигеҙБашҡортостан татарҙарының төбәк милли-мәҙәни автономияһы советы рәйесе Рәмил Бигнов иһә ойошманың эшмәкәрлеге хаҡындағы сығышында был йәһәттән ҡәнәғәтһеҙлек белдерҙе. "Милләт мәнфәғәтендә күп эш башҡарыла, ләкин хәл итеүҙе көткән мәсьәләләр барыбер күберәк, — тине ул. — Беҙ — башҡорт һәм урыҫ менән тиң хоҡуҡлы халыҡ. Беҙҙеңсә, татар теле дәүләт статусына эйә булғандан бер кем дә зыян күрмәйәсәк. Ошо теләгебеҙҙе туғандаш милләт вәкилдәренә еткерергә тейешбеҙ".
Рәмил Бигновтың әйтеүенсә, әлеге мәсьәләне Башҡортостан Халыҡтары ассамблеяһы кимәлендә тикшереү, артабан республика етәкселегенә мөрәжәғәт итеү күҙҙә тотола.
Автономия советы рәйесе республикала татар теле уҡытылған мәктәптәрҙең аҙайыуын да иғтибарға алды. "Башҡорт балалары белем алған Рәми Ғарипов исемендәге гимназия-интернатҡа көнләшеп ҡарайбыҙ. Татар халҡы ла төрлө район һәм ҡалаларҙан иң һәләтле ул һәм ҡыҙҙарын шундай гимназияға туплай алһын ине, — тине ул. — Өфө эластомер материалдар, изделиелар һәм конструкциялар заводының мәҙәниәт һарайын үҙ ҡарамағыбыҙға алып, унда татарҙарҙың милли-мәҙәни үҙәген урынлаштырырға ла теләгебеҙ бар".
Рәмил Бигнов үҙ халҡының хеҙмәттәшлеккә, эшлекле мөнәсәбәткә әҙер булыуын, бер кемдең дә күңелен китергә теләмәүен билдәләне.
Я. УСМАНОВ.

Шарттар бөтәһе өсөн дә тигеҙШарттар бөтәһе өсөн дә тигеҙ




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





«Патриот» паркында иман йорттарына ярым ай һәм тәре урынлаштырылды

«Патриот» паркында иман йорттарына ярым ай һәм тәре урынлаштырылды 05.11.2026 // Сәйәсәт

«Патриот» паркында иман йорттарына ярым ай һәм тәре урынлаштырылды...

Тотош уҡырға 0

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 4

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 6

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 7

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 6

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 7


  1. Cәғирә
    Cәғирә от 28.04.2012, 19:59
    Казанда шундай уҡ башҡорт мәктәп -гимназияһы бармы икән ? Ғөмүмән, Татарстанда нисә башҡорт мәктәбе бар икән? Башҡортостанда -нисә татар мәктәбе? Сағыштырмаса мәғлүмәтте лә баҫырға ине.

Комментарий өҫтәргә