Башҡортостан татарҙары төбәк милли-мәҙәни автономияһының III конференцияһында ҡатнашыусылар үҙҙәрен борсоған байтаҡ мәсьәләне көн үҙәгенә сығарҙы. Улар республика етәкселеге һәм йәмәғәтселек тарафынан аңлау һәм яҡлау табыуға өмөт итә.
Өфөнөң "Нур" татар дәүләт театры бинаһында ойошторолған ҙур сарала Башҡортостандың төрлө ҡала һәм райондарынан 300-ҙән ашыу делегат, власть органдары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, дин әһелдәре ҡатнашты. Уларҙы сәләмләп, Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Марат
Мәрҙәнов республика етәксеһе Рөстәм Хәмитовтың тәбрикләү хатын уҡып ишеттерҙе.
“Башҡортостан — Рәсәйҙә иң күп милләтле төбәктәрҙең береһе, — тиелә ҡотлауҙа. — Беҙҙә һөҙөмтәле милли-мәҙәни сәйәсәт алып барыла, ул телдәрҙе, милли мәғарифты һәм матбуғатты үҫтереүгә, йәмғиәттәге татыулыҡты нығытыуға йүнәлтелгән. Быуаттар дауамында төбәктә башҡорт һәм татар халыҡтары дуҫ, берҙәм йәшәй, үҙ-ара хеҙмәттәшлектә күркәм мәҙәниәт өлгөләре барлыҡҡа килтерә...”
Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин да йыйынға фатиха бирҙе. Уның әйтеүенсә, төрлө милләтле һәи динле йәмғиәттә йәшәүебеҙ — Аллаһы Тәғәләнең тәҡдире. "Динебеҙ күршеләреңә һәр саҡ яҡшы мөнәсәбәттә булырға, шул уҡ ваҡытта үҙ телеңде, мәҙәниәтеңде, халҡыңды һәм Ватаныңды яратырға, ҡәҙерләргә өйрәтә", — тине ул.
Конференцияны ойоштороу комитеты рәйесе, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов республикала татар мәҙәниәтен
һаҡлау йәһәтенән күп эш башҡарылыуын билдәләне, татар театрҙары һәм халыҡ коллективтары эшләүен, Бүздәк районында "Килем" татар тарихи-мәҙәни үҙәге булыуын бәйән итте. "Бынан тыш, йыл да Башҡортостандан йөҙҙәрсә турист "Бөйөк Болғарға сәфәр" проектында ҡатнаша. Республикала әсә телен өйрәнеү өсөн шарттар киң, уны мәктәптәрҙә, гимназияларҙа ғына түгел, балалар баҡсаларында, юғары уҡыу йорттарында ла уҡыталар. Йыл һайын татар теле буйынса олимпиадалар үткәрелә, "Татар теле һәм әҙәбиәтенең йыл уҡытыусыһы" конкурсы ойошторола. Төбәктә татар телендә дәреслектәр, китаптар, матбуғат баҫмалары нәшер ителә, телевидение һәм радио тапшырыуҙары эфирға сыға", — тине Салауат Тәлғәт улы.
Башҡортостан татарҙарының төбәк милли-мәҙәни автономияһы советы рәйесе Рәмил Бигнов иһә ойошманың эшмәкәрлеге хаҡындағы сығышында был йәһәттән ҡәнәғәтһеҙлек белдерҙе. "Милләт мәнфәғәтендә күп эш башҡарыла, ләкин хәл итеүҙе көткән мәсьәләләр барыбер күберәк, — тине ул. — Беҙ — башҡорт һәм урыҫ менән тиң хоҡуҡлы халыҡ. Беҙҙеңсә, татар теле дәүләт статусына эйә булғандан бер кем дә зыян күрмәйәсәк. Ошо теләгебеҙҙе туғандаш милләт вәкилдәренә еткерергә тейешбеҙ".
Рәмил Бигновтың әйтеүенсә, әлеге мәсьәләне Башҡортостан Халыҡтары ассамблеяһы кимәлендә тикшереү, артабан республика етәкселегенә мөрәжәғәт итеү күҙҙә тотола.
Автономия советы рәйесе республикала татар теле уҡытылған мәктәптәрҙең аҙайыуын да иғтибарға алды. "Башҡорт балалары белем алған Рәми Ғарипов исемендәге гимназия-интернатҡа көнләшеп ҡарайбыҙ. Татар халҡы ла төрлө район һәм ҡалаларҙан иң һәләтле ул һәм ҡыҙҙарын шундай гимназияға туплай алһын ине, — тине ул. — Өфө эластомер материалдар, изделиелар һәм конструкциялар заводының мәҙәниәт һарайын үҙ ҡарамағыбыҙға алып, унда татарҙарҙың милли-мәҙәни үҙәген урынлаштырырға ла теләгебеҙ бар".
Рәмил Бигнов үҙ халҡының хеҙмәттәшлеккә, эшлекле мөнәсәбәткә әҙер булыуын, бер кемдең дә күңелен китергә теләмәүен билдәләне.
Я. УСМАНОВ.