Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Барыбер зыян килтерә алмайҙар...
Барыбер зыян килтерә алмайҙар...АҠШ-тың йышая барған санкциялары Рәсәйгә һис зыян килтермәй һәм уның сәйәсәтен үҙгәртергә һәләтле түгел. Был хаҡта күптән түгел АҠШ-тың БМО-лағы элекке даими вәкиле, “Fox News” телеканалы күҙәтеүсеһе, Америка эшҡыуарлыҡ институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре Джон Болтон белдерҙе.
Билдәле булыуынса, АҠШ-тың Рәсәйгә ҡарата санкцияларҙы көсәйтеүе тураһындағы закон проекты яңыраҡ президентҡа тапшырылды һәм, ул уға ҡул ҡуйыр, тип көтәләр, сөнки уны үҙгәртеү өсөн ул конгрестың ризалығын алырға тейеш буласаҡ, ә бөтөнләй юҡҡа сығарыу хоҡуғына эйә түгел.
– Был санкцияларҙың нигеҙендә сәйәси ҡаршылыҡтар ята, – ти Д. Болтон. – Конгресс Рәсәйҙе АҠШ-тағы һайлауҙарға ҡыҫылыуҙа һәм Украинаға ҡарата үҙенә кәрәгенсә сәйәсәт алып барыуҙа ғәйепләй. Ғәмәлдә был сикләүҙәр ҡайһы бер компанияларҙың мәнфәғәтенә генә зыян килтерә ала, ә Рәсәй кеүек ҙур дәүләткә һис зарары юҡ. Компанияларҙың эшмәкәрлегенә лә улар тулыһынса кәртә ҡуйырға һәләтһеҙ. Мәҫәлән, улар башҡа ойошмалар аша ла шул уҡ АҠШ биләмәһендә үҙ бурыстарын үтәй ала бит. Сикләүҙәрҙең адресһыҙ булыуы ла уларҙың йоғонтоһон кәметә.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: был санкциялар иғлан ителгәс тә, Ҡытай был хаҡта рәсми белдереү менән сығыш яһаны. Илдең Тышҡы эштәр министрлығы, ошо ҡарарға кире мөнәсәбәтен күрһәтеүҙән тыш, халыҡ-ара ҡатмарлы хәлдәрҙе цивилизациялы юл менән хәл итергә кәрәклеге хаҡындағы сәйәси сығыш та яһаны. “Ҡытай һис ҡасан да теләһә ниндәй сәбәп буйынса ла бер яҡлы санкциялар иғлан ителеүгә риза булмаясаҡ, барлыҡ ҡаршылыҡтарҙы дуҫтарса һөйләшеп килешеү аша ғына хәл итергә мөмкин”, – тип белдерҙе министрлыҡ вәкиле Лу Кан. Унан алда ғына ошо уҡ дипломат АҠШ-тың Ҡытайға ҡарата һөмһөҙ белдереүҙәренә ҡаршы яуап биргәйне. “Ҡытай – тыныс юл менән үҫкән дәүләт, ул ҡайһы бер илдәр кеүек башҡаларҙың эшенә ҡыҫылмаясаҡ, ләкин үҙенә ҡарата янауҙарға ла битараф түгел”, – тине ул.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 3

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 2

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 4

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә