АҠШ-тың йышая барған санкциялары Рәсәйгә һис зыян килтермәй һәм уның сәйәсәтен үҙгәртергә һәләтле түгел. Был хаҡта күптән түгел АҠШ-тың БМО-лағы элекке даими вәкиле, “Fox News” телеканалы күҙәтеүсеһе, Америка эшҡыуарлыҡ институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре Джон Болтон белдерҙе.Билдәле булыуынса, АҠШ-тың Рәсәйгә ҡарата санкцияларҙы көсәйтеүе тураһындағы закон проекты яңыраҡ президентҡа тапшырылды һәм, ул уға ҡул ҡуйыр, тип көтәләр, сөнки уны үҙгәртеү өсөн ул конгрестың ризалығын алырға тейеш буласаҡ, ә бөтөнләй юҡҡа сығарыу хоҡуғына эйә түгел.
– Был санкцияларҙың нигеҙендә сәйәси ҡаршылыҡтар ята, – ти Д. Болтон. – Конгресс Рәсәйҙе АҠШ-тағы һайлауҙарға ҡыҫылыуҙа һәм Украинаға ҡарата үҙенә кәрәгенсә сәйәсәт алып барыуҙа ғәйепләй. Ғәмәлдә был сикләүҙәр ҡайһы бер компанияларҙың мәнфәғәтенә генә зыян килтерә ала, ә Рәсәй кеүек ҙур дәүләткә һис зарары юҡ. Компанияларҙың эшмәкәрлегенә лә улар тулыһынса кәртә ҡуйырға һәләтһеҙ. Мәҫәлән, улар башҡа ойошмалар аша ла шул уҡ АҠШ биләмәһендә үҙ бурыстарын үтәй ала бит. Сикләүҙәрҙең адресһыҙ булыуы ла уларҙың йоғонтоһон кәметә.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: был санкциялар иғлан ителгәс тә, Ҡытай был хаҡта рәсми белдереү менән сығыш яһаны. Илдең Тышҡы эштәр министрлығы, ошо ҡарарға кире мөнәсәбәтен күрһәтеүҙән тыш, халыҡ-ара ҡатмарлы хәлдәрҙе цивилизациялы юл менән хәл итергә кәрәклеге хаҡындағы сәйәси сығыш та яһаны. “Ҡытай һис ҡасан да теләһә ниндәй сәбәп буйынса ла бер яҡлы санкциялар иғлан ителеүгә риза булмаясаҡ, барлыҡ ҡаршылыҡтарҙы дуҫтарса һөйләшеп килешеү аша ғына хәл итергә мөмкин”, – тип белдерҙе министрлыҡ вәкиле Лу Кан. Унан алда ғына ошо уҡ дипломат АҠШ-тың Ҡытайға ҡарата һөмһөҙ белдереүҙәренә ҡаршы яуап биргәйне. “Ҡытай – тыныс юл менән үҫкән дәүләт, ул ҡайһы бер илдәр кеүек башҡаларҙың эшенә ҡыҫылмаясаҡ, ләкин үҙенә ҡарата янауҙарға ла битараф түгел”, – тине ул.